Эстәлеккә күсергә

Көсөгән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Могильник (птица) битенән йүнәлтелде)
Көсөгән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aquila heliaca Жюль Сезар Савиньи, 1809

Ареал
изображение

     Гнездовой ареал

     Зимний ареал
Һаҡлау статусы
en:Vulnerable species
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 106003535

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Көсөгән (лат. Aquila heliaca, рус. орел-могильник) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған эре, йыртҡыс ҡош.

Бөркөттәр араһында иң ҡараһы. Ҡауырһындарында ҡара төҫтәр өҫтәнлөк алған. Дөйөм төҫө ҡара-көрән, түбәһе, елкәһе һарғылт ерән. Тик яурындарында ғына аҡ таптар булырға мөмкин һәм башында аҡ «кәпәс». Кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө лә ҡара, ләкин 4 йәшкә тиклемге йәш ҡоштарҙың ҡорһаҡ өлөшөндә асыҡ һарғылт арҡыры һыҙаттар күренә. Суҡышы һәм тырнаҡтары ҡара; аяҡтары, суҡыш төбөнөң өҫкө ҡауырһынһыҙ ҡалын тиреһе, күҙе һары төҫтә. Бөркөттән бер тигеҙ төҫтәге һорғолт ҡара ҡойроғо, яурындарындағы аҡ таптар менән айырыла. Яңғыҙ йәки икәүләшеп йөрөйҙәр. Көсөгән ҡаҙҙан ҙурыраҡ, бөркөттән һиҙелерлек бәләкәй, тәненең оҙонлоғо 72-нән 84 см-ға саҡлы, йәйелгән ҡанаттарының оҙонлоғо 200 см. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, ҡойроғо ҡыҫҡа.

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡъяҠ-ҡъяҡ-ҡъяҡ».

Көсөгән Көньяҡ Европаның көньяҡ өлөшөнән көнсығышта Байкал янына тиклем таралған. Башҡортостан Республикаһында оялаған көсөгәнде Хәйбулла районында, Ҡаҫмарт йылғаһы үрендә (Йылайыр платоһы), Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында, Көйөргәҙе, Ирәмәл тауы, Краснокама, Иглин, Ауырғазы райондарында, Йомағужа биҫтәһе (Күгәрсен районы) тирәһендә, Ябалаҡлы ауылы янындағы Дим йылғаһы үҙәнендә һәм Ғафури районының Еңеү ауылы янында, Аҡкүл заказнигында осратҡандар (Кириков, 1952; Ильичев, Фомин, 1988; Лоскутова, 1983; Карякин, 1998) [1]. Әҙ һанлы булыу сәбәпле көсөгән Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабтарына индерелгән.

Көндөҙгә ҡош. Бөркөт кеүек үк һыу ятҡылыҡтары үҙәндәренән алыҫыраҡ, ағастары һирәк булған асыҡ урындарҙы өҫтөн күрә. Көсөгән ҡалҡыу урындарҙа ял итергә ярата. Бөркөттөкө кеүек суҡышы һәм тырнаҡтары ҡеүәтле түгел, шуға күрә ваҡ кимереүсе йәнлектәргә һәм ҡоштарға һөжүм итә, улар араһында йомрандар, ирләндәр, ҡуяндар, ҡыр сысҡандары бар. Терпенән һәм йорт бесәйенән дә баш тартмай. Ҡоштарҙан һуйыр, ҡор, селән, торна, йорт ҡаҙы, әммә күберәк — ҡарға, һайыҫҡан, күгәрсен, шулай уҡ кеҫәрткеләр һәм йыландар — уның аҙығы. Үләкһә менән дә туҡлана һәм уның янында ҡарғаларҙы ла аулай. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай.

Көсөгән Мәскәү зоопаркында
Aquila heliaca

4 йәш тулғас, парлашалар һәм апрель уртаһында ҡышлау урынынан бергә ҡайталар. Ике аҙна самаһы яңы оя ҡоралар, йә булмаһа иҫкеһен рәтләйҙәр. Көсөгән парының ғәҙәттә 2-4 ояһы була, уларҙы төрлө йылдарҙа сиратлап ҡулланалар. Ояларын ағас башында 2 м-ҙан 25 м, ҡайһы осраҡта унан да бейегерәк урынлаштыралар. Ояның нигеҙе йыуан ботаҡтарҙан эшләнелә, ә тирәсе һәм төбө ҡоро үләндән, тиреҫтән түшәлә. Яңы ояның диаметры 1,5 м, бейеклеге 0,7 м-ға етә һәм йыл һайын ояның параметрҙары арта бара. Апрель аҙағында инә ҡош 2, һирәк осраҡта 1 йәки 3 йомортҡа һала, 1-се йомортҡанан башлап 43-45 тәүлек баҫа. Йомортҡаны баҫыуҙа ата ҡош та ҡатнаша. Ояла ике ҡошсоҡ була, һуңлап сыҡҡаны, ғәҙәттә, үлә. Ҡөсөгәндәр балаларын ҡурсалайҙар, ояла ҡалдырған ҡошсоҡтарын йәшел ботаҡтар менән ҡаплап йәшерәләр. Быны улар эҫе көндә лә эшләйҙәр — уларҙы эҫенән һаҡлайҙар. Ата ҡош килтергән аҙыҡты инә ҡош баларына бүлеп бирә. Ҡошсоҡтар күп ашайҙар — үҙҙәре күпме ауырлыҡта, шул сама, шунлыҡтан тиҙ үҫәләр һәм 2 айлыҡтарында оса алалар. Артабан көсөгәндәр урындан-урынға күсеп йөрөйҙәр һәм сентябрь-октябрь айҙарында ҡышлау урынына күсәләр.

  1. Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
  • Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — 2-е изд., доп. и перераб. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — C. 122—123. — ISBN 978-5-904555-77-1
  • S. Cramp, K.E.L. Simmons. Vol. II - Hawks to Bustards // The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1980. — 695 с. — ISBN 0-19-857505-X. (инг.)
  • Benny Gensbøl. Collins Birds of Prey. — UK: HarperCollins, 2007. — 416 с. — ISBN 0007248148. (инг.)
  • J. M. Thiollay. Family Accipitridae (Hawks and Eagles) in del Hoyo, J., Elliott, A., & Sargatal, J., eds. Vol. 2 New World Vultures to Guineafowl. // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 1994. — ISBN 84-87334-15-6. (инг.)
  • Г. Дементьев, Н. Гладков. Птицы Советского Союза. — Советская наука, 1951. — Т. 1.
  • И. В. Карякин. Пернатые хищники Уральского региона. Соколообразные (Falconiformes), Совообразные (Strigiformes). — Пермь: ЦПИ СОЖ Урала/СоЭС, 1998. — 483 с. — ISBN 5-88587-091-8.
  • В. К. Рябицев. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Уральского университета, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
  • В. В. Рябцев. Орлы Байкала. — Иркутск: АЭМ «Тальцы», 2000. — 128 с.
  • Л. С. Степанян. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — Москва: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә