Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны49 609 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[11 июль 1930 йыл йыл]] 
Урынлашыуы
53°20′44″ с. ш. 57°46′40″ в. д.HGЯO

bashgoszapovednik.ru
Рәсәй
Точка
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы
 Башҡортостан ҡурсаулығы Викимилектә

Башҡортостан ҡурсаулығы (йәки Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ.

Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай. 1951 йылда ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм уның биләмәләрендә урман хужалығы ойошторола. Урманды әүҙем һәм контролһеҙ киҫеү башлана. 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ тергеҙелә, 1986 йылға тиклем бөгөнгө "Шүлгәнташ ҡурсаулығы"н да үҙ эсенә ала һәм уның исеме менән йөрөтөлә[1].

Маҡсаты һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелә, бар-төр һунарсылыҡ тыйыла.

Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР хөкүмәте ҡарары менән әһәмиәтле һәм мөһим тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелде. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды.

Ҡурсаулыҡ территорияһы ике ҙур өлөштән тора: Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләре. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек төрҙәрен осратырға мөмкин, уларҙың күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән). Урмандары осһоҙ-ҡырыйһыҙ, саф һыулы йылғалары балыҡҡаға бай, бында хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе һәм ҡыҙылбалыҡ та һаҡланған.

100-ҙән ашыу төрлө баллы сәскә атҡан туғайҙары умартасылыҡ, ә урмандары солоҡсолоҡ өсөн бигерәк тә уңайлы.

Ҡурсаулыҡтың төп бурыстарының береһе — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу.

Ҡурсаулыҡтың хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡтың хайуандар донъяһы ғәжәп бай һәм күп төрлө. Хеҙмәткәрҙәрҙең күҙәтеүе аҫтында бөтә кейектәр һәм ҡоштар иректә йәшәй. Бында мышы, марал, ҡоралай, ҡуян, шәшке, һары шәшке, тау шәшкеһе, айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, тейен, бөркөт, һуйыр, ҡор, сел, ябалаҡ һәм башҡа йәнлектәр, ҡоштар бар. Хайуандар тураһында тейешле хәстәрлек күрелә: маралдар, мышылар, ҡоралайҙар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнә, күп урындарға таш тоҙ ҡуйыла. Ҡоштар өсөн оялар эленә.

  1. «ООПТ России» сайты. Башкирский Заповедник (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2016)