Эстәлеккә күсергә

Моратша Сыртланов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моратшаһ Сыртланов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ҡазан даруғаһы, Ҡыр-Йылан улусы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Моратша Сыртлановбашҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Сығышы менән Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы старшинаһы итеп һайлана.

1759 йылда Гәрәй улусы старшинаһы Тимер Мутин етәкселегендәге башҡорттар делегацияһы составында Санкт-Петербургҡа императрица Елизавета Петровнаға башҡорт аҫаба ерҙәрен баҫып алыуҙы тыйыу тураһында хат алып бара.

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, үҙенең отряды менән баш күтәреүселәр яғына сыға. Емельян Пугачёв уға полковник званиеһын бирә. 1774 йылдың 23 мартында Өфө янында И. И. Михельсон командалағында батша ғәскәренә ҡаршы һуғыша. 1774 йылдың июлендә Ҡәнзәфәр Усаев отряды менән берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғаларындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.