Эстәлеккә күсергә

Морев Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морев Николай Николаевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 июль 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Павловск (Санкт-Петербург), Царскосельский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Морев Николай Николаевич (25 июль 1917 йыл — 5 август 1997 йыл) —  Бөйөк Ватан һуғышы яугире, кесе сержанты, Советтар Союзы Геройы.

Морев Николай Николаевич 1917 йылдың 25 июлендә Петроград губернаһының Павлов ҡалаһында тыуған.

Урыҫ. Рыбинск авиация техникумын тамамлаған. 1946 йылдан алып КПСС ағзаһы. 1939 йылдан Рыбинск мотор заводында эшләгән. Эвакуацияланғандан һуң 1941 йылдан  Өфө моторҙар заводында эшләй.

1942 йылдың февралендә Өфө ҡалаһының Молотов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Әстерхан хәрби пехота училищеһында уҡый. 1943 йылдың июненән хәрәкәт иитеүсе армияла.

Кесе сержант Н. Н. Морев 1943 йылдың  22 сентябрендә Зарубинцы ауылы янында  Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда (Черкассы өлкәһе Канев районы) батырлыҡ күрһәтә.

1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Н.Н.  Морев демобилизациялана.

1944—1955 йылдарҙа Өфө агрегат заводында цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй; 1955—1957 йылдарҙа — Рыбинск механик заводының баш инженеры. Аҙаҡ Өфөгә ҡайта.

1957—1967 йылдарҙа   Өфө «Гидравлика» заводында цех начальнигы урынбаҫары; 1967—1973 йылдарҙа — Өфө агрегаттар, машиналар төҙөү заводында эшләй. 1973 йылдан 1977 йылға тиклем Өфө приборҙар  заводында пенсияға киткәнгә тиклем эшләй.

1997 йылдың 5 авгусында вафат була. Өфөлә ерләнгән.

« 69-сы механизацияланған бригаданың миномет расчеты командиры (9-сы механизацияланған корпус,  3-сө гвардия танк армия, Воронеж фронты) кесе сержант Н. Н. Морев 1943 йылдың 22 сентябрендә ҡулдан яһалған һалда  беренселәрҙән булып Зарубинцы ауылы районында  Днепрҙы һуғышып аша сыға  һәм шунда уҡ үҙенең миномет уты менән беҙҙең частәрҙең кисеүен тәьмин итә. Һөжүм иткәндә пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, үҙенең миномет уты менән һөжүм итеүеләргә юл аса.  

1943 йылдың 29 сентябрендә  плацдармды киңәйткәндә һәм нығытҡанда дошмандың танк һәм пехота һөжүме ваҡытында Н.Н. Морев миномет ротаһының сафтан сыҡҡан командирын алмаштыра һәм көслө ут менән һөжүмде кире ҡаға. Дошмандың ете ут нөктәһен һәм  200-гә яҡын гитлерсыһын юҡ итә».

1943 йылдың 17 ноябрендә  Н. Н. Моревҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].

  1. Наградной лист 2016 йыл 4 март архивланған..
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/32, л. 1/184, 185).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 67, л. 2).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 2, 63, 64).

Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 4: Л-О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.