Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы
Ҡамса Мортазин | |
Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Учалы районы Мулдаш ауылы |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
әҙәбиәт белеме |
Эшләгән урыны: |
Силәбе дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжәһе: |
филология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме: |
доцент |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
|
Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы (1 июнь 1966 йыл) — башҡорт ғалимы, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәт эшмәкәре, журналист, яҙыусы һәм шағир, филология фәндәре кандидаты (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007) һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазин 1966 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Мулдаш ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһындағы УралАЗ автомобиль заводында эшсе булып башлай. 1989 — 92 йылдарҙа ошо өлкәнең Арғаяш районы Ҡуйсар мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Артабан 1995 йылғаса тыуған ауылында башланғыс мәктәп мөдире вазифаһын башҡара.
1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1995 йылдан Силәбе дәүләт университетында: дөйөм һәм төрки филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. 2005 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡамса Мортазин 30-ҙан артыҡ хеҙмәт авторы. Ул шулай уҡ «Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы» исемле китаптың автор-төҙөүсеһе.
Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һаумы, Ҡояшҡай!: Хикәйәләр. Өфө: Китап, 2006.
- Мейәс үҙәндәре: Шиғырҙар. Силәбе, 2009.
- Изгелек донъяны ҡотҡарыр: Публицистика. Силәбе, 2013.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2007 йылдан Силәбе өлкәһенең «Аҡмулла» әҙәби берләшмәһенең яуаплы секретары, 2002 йылдан — етәксеһе.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы
Әңгәмәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хабиров М. Камса Муртазин: «Для нас Год литературы особенный...». «Вечерний Челябинск» гәзите, 2015, 22 июль[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Челябинская область. Энциклопедия Муртазин Камса Давлетбаевич
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Вечерний Челябинск» гәзите, 2015, 22 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2016)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1 июндә тыуғандар
- 1966 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Филология фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт яҙыусылары
- Силәбе дәүләт университеты уҡытыусылары