Эстәлеккә күсергә

Нагаев Мөғин Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мугин Каримович Нагаев битенән йүнәлтелде)
Мөғин Кәрим улы Нуғаев
Тыуған ваҡыты

4 ғинуар 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1]Һыуыҡҡул ауылы

Үлгән ваҡыты

10 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (102 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

артиллерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1939—1956

Хәрби звание
Подполковник
Подполковник
гвардия подполковнигы
Часть

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында:

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Александр Невский ордены (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Отставкала

10.1956

Нагаев Мөғин Кәрим улы (4 ғинуар 1918 йыл10 декабрь 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Отставкалағы гвардия подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының Генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры.

Мөғин Кәрим улы Нагаев 1918 йылдың 4 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районы) Һыуыҡҡул ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

1932 йылда Һыуыҡҡул башланғыс мәктәбен, ә 1935 йылда Бәләбәй ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Спорт (гимнастика, йүгереү, саңғы) менән шөғөлләнә. Бәләбәй педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен ала.

1939 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә китә. 1939 йылдың октябренән 1940 йылдың октябренә ҡәҙәр Приморье крайының Лазо станцияһында урынлашҡан полк мәктәбенең курсанты була[2].

1941 йылда артиллерия училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. 1945 йылға ҡәҙәр 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт итә: башта взвод командиры, 1941—1943 йылдарҙа 101-се айырым атлы-артиллерия дивизионының танкыға ҡаршы батарея командиры, 1943—1945 йылдарҙа 148-се гвардия артиллерия миномёт полкының танкыға ҡаршы батарея командиры була. Дивизия составында Сталинград, Донбасс, Чернигов, Ковель, Польшаны азат итеүҙә, Дебальцево операцияһында ҡатнаша һәм Эльба ярҙарына тиклем барып етә[2].

1942 йылдың 6 июлендәге алыш барышында күрһәткән инициатива һәм дошманды бер туҡтауһыҙ ут аҫтында тотоуҙы тәьмин иткән өсөн 1-се батареяның 2-се взводы командиры кесе лейтенант Мөғин Нагаев «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Ике тапҡыр — 1943 йылдың октябрендә һәм 1945 йылдың февралендә «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, әммә был исем уға бирелмәй. 1943 йылдың октябрендәге бүләкләү ҡағыҙына ярашлы, Десна йылғаһы аша үтеп Березна ҡалаһын, Богач һәм Чернышки ауылдарын алғанда, Нагаев етәкселегендәге батарея дошмандың өс танкыһын, ике автомашинаһын,ике орудиеһын, алты пулемётын, 170-кә яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Любеч тирәһендә Днепр аша икенсе тапҡыр сыҡҡанда Нагаев етәкселек иткән батарея дошмандың бер орудиеһын, алты пулемёт нөктәһен, дүрт ДЗОТ-ын һәм 40-ҡа яҡын һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Нагаев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 16 февралендә Бралентина ҡалаһы (Көнсығыш Померания) тирәһендәге алышта гвардия капитаны Нагаев танкыға ҡарш терәк пунктының командиры була, ул немец батальонының 15 танк һәм бер нисә «Фердинанд» ярҙамында ойошторған биш һөжүмен кире ҡаға һәм 200-гә яҡын дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. 3-сө орудие расчеты сафтан сыҡҡас, Нагаев үҙе орудие артына баҫа һәм өс танкыны һәм бер «Фердинанд»ты юҡ итә. Барлыҡ орудиелар сафтар сығыуына ҡарамаҫтан, Нагаев терәк пунктын ҡалдырмай һәм, 10 ҡыҙылармеецты йыйып, алты сәғәт дауамында ҡамау эсендә алышты дауам итә, контрһөжүмгә күсеп, дошмандың алтынсы һөжүмен кире ҡаға һәм ҡамауҙан сыға. Атыу ҡоралы менән 70-кә яҡын фашист һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Был алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә.

1956 йылдың октябрендә гвардия майоры Мөғин Нагаев Совет Армияһындағы хәрби хеҙмәттән отставкаға сыға. Өфөнөң өс уҡыу йортонда музей ойоштороуҙа ҡатнаша, 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын ойоштороу буйынса етәксе була[2].

2020 йылдың 23 февралендә ветеран Башҡортостан Республикаһының 2019 йылдың 19 декабрендә булдырылған Генерал Шайморатов ордены менән беренсе булып бүләкләнә[3].

Мөғин Кәрим улы Нагаев 2020 йылдың 10 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Александр Невский ордены
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм башҡа миҙалдар
  • Генерал Шайморатов ордены (2020)
  • Приказ: взять Дебальцево / М. К. Нагаев; интервьюер И. Сабитов; беседовал И. Сабитов // Республика Башкортостан. — 2015. — 20 февр. — С. 4.