Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мунир Кунафин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Сәйетбаба ауыл Советы, Сәйетбаба ауылы
Һөнәр төрө журналист
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Эш урыны Ағиҙел
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире[2].

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле[3] тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шундай мәлем: — Өфө: Китап, 2001. — бит.
  • Ғүмер тигәндәре…: — Өфө: Китап, 2005. — бит.
  • Тәңре өрөк ҡапҡанда: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2012. — 216 бит.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]