Мәскәйле (һырт)
Мәсекәй | |
---|---|
Характеристики | |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты | протерозой, кембрий, силур[1] |
Оҙонлоғо | 14 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Большая Калагаза |
Абсолют бейеклеге | 1048,2[2] м |
Урынлашыуы | |
54°51′06″ с. ш. 59°04′06″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Мәскәйле (рус. Москаль) — Урал тауҙары системаһының һырты, Силәбе өлкәһендә урынлашҡан.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырт "«Йөрәккүл» милли паркының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Геология йәһәтенән ҡарағанда — был бейек тау зонаһына етәрәк үҙәк, һырт-арҡа бүлемдәренең бер өлөшө. Көньяҡ Уралдың бик күп тауҙары кеүек, Мәскәйле һырты ла көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа тиклем һуҙыла. Тау теҙмәһенә, Мәскәйле һыртынан башҡа, көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан Оло Суҡы һырты тармаҡтары һәм төньяҡ-көнсығыш дауамы булып Йөрәккүл менән Магнит һырттары һуҙылып китә. Был 50 км һырттар сылбыры тектоник яҡтан бер антиклинорий тәшкил итә.[3].
Һырт төньяҡ өлөшөндә Кесе Мәскәйле тип атала һәм Йөрәккүл күленә барып терәлә. Һырт биләне тәңгәленән Кесе Ҡыл йылғаһы Йөрәккүлгә барып ҡойған урындан йыраҡ түгел Оло һәм Кесегә бүленә. Түбәһенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1000 метрҙан ашыуыраҡ Оло Ҡалағаҙа менән исемһеҙ бер бейеклек тә Оло Мәскәйлегә ҡарай. Кесе Мәскәйле 861 метр бейеклеккә етә. Ул үҙенән бейегерәк күрше Нөргөш һәм Йөрәккүл һырттары янында күҙгә ташланып бармай[4].
Мәскәйле һырты аҫтында титан-магнетит ятҡылығы табылған. Әммә бөгөнгө көндә парк биләмәһе статусын һаҡлау маҡсатында уларҙы эшкәртеү тыйыла. ХХ быуат уртаһында Мәскәйле биләмәһендә геология йәһәтенән уға бәйле палеовулкан асылған. Был урында, 1 км² саҡ ҡына ҙурыраҡ территорияла, 70-тән ашыу минералдар табылған. Сағыштырыу өсөн — бөтә Илмән минералдар ҡурсаулығында яҡынса 230—270 төр минералдар табылған[5].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат сығанаҡтарында һырт Маткаль, һуңғараҡ — Машкаль йәки Москаль булараҡ билдәләнә, ихтимал, урыҫтарҙың москаль ҡушаматы йоғонтоһо аҫтында (башҡортса — мәскәүле) шулай ҡабул ителә башлағандыр. Шулай ҙа, урындағы халыҡ уны Маскаль тип атап йөрөтә .
Төбәкте өйрәнеүсе В. Н. Чернецов фекеренсә , XVIII быуатта башҡорттар Москаль тау һырттарындағы ағас эйәләренә табынған, шуға был оронимды башҡортсанан «Ведьмина гора» «Мәскәй тауы» тип тәржемә итергә мөмкин. Был версия файҙаһына Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы башҡорт оронимы Мәскәй булыуы ла дәлил — был ундағы бер тауҙың исеме[6].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кирин Ф. Я. Рельеф Челябинской области . // kraeved74.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 8 июль 2013 года. 2013 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Лист карты N-40-47 Плотинка. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1990 г.
- ↑ Кирин Ф. Я. Рельеф Челябинской области . // kraeved74.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2012. Архивировано 8 июль 2013 года. 2013 йыл 8 июль архивланған.
- ↑ Хребты Большой и Малый Москаль. // yuzhnyj-ural.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2012. Архивировано 8 сентябрь 2012 года.
- ↑ В. Афанасьев. Заглянем в недра. Геологические экскурсии . // kraeved74.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2012. Архивировано 8 апрель 2014 года. 2014 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Хребты Большой и Малый Москаль//Весь Южный Урал
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Хребты Большой и Малый Москаль//Весь Южный Урал
- Хребет Москаль (Ведьмина гора)//Ураловед
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.