Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүтов Шәрифйән Сәйетгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҡсүтов Шәрифйән Сәйетгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 18 ғинуар 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Күкҡуян, Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 1976
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены Дан ордены Ватан һуғышы ордены

Мәҡсүтов Шәрифйән Сәйетгәрәй улы (1897—1976? )— педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1914—1947 йылдарҙа хәҙерге Дүртөйлө районы ауыл мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1949), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә Дан (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күкҡуян ауылынан.

Шәрифйән Сәйетгәрәй улы Мәҡсүтов 1897 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостандың Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында урта  хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһының тырышлығы менән  Шәрифйән иҫкесә лә, яңыса ла белем ала, Мортаза ауыл мәктәбендә уҡый. Шунан Ҡазанда «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә белем  ала. Октябрь революцияһынан һуң мәктәптә балаларҙы яңыса уҡытыуҙы  яҡлап сығыш яһай.

1918 йылда Шәрифйән Мәҡсүтов Бөрөлә уҡытыусылар курсында белемен күтәрә һәм Күкҡуян беренсе баҫҡыс мәктәбенең тәүге  уҡытыусыһы булып ҡайта. Ул үҙенең педагогик оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй, методик китаптар, гәзит-журналдар алдыра, йыл һайын Өфөлә һәм Бөрөлә уҡытыусылар белемен

күтәреү курстарында була, 1936 йылда Бөрө педагогия техникумын ситтән тороп тамамлай.

1932 йылда Күкҡуянда ете йыллыҡ мәктәп асылғас, ул химия, биология предметтарын уҡыта. 1940 йылда Башҡорт дәүләт   педагогия институтының биология факультетына ситтән тороп  уҡырға инә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Волхов фронтында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса һуғыша, .

Алыштарҙың береһендә Ш.С.Мәҡсүтов ҡаты яралана, аңын юғалта. Иптәштәре уны ялан госпиталенә урынлаштыралар.Шәрифйән Сәйетгәрәй улы Ленинградты ҡамауҙан азат итеүҙә ҡатнаша,өс тапҡыр яралана. 1944 йылда II группа инвалиды, батыр яугир,

күкрәгенә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, III дәрәжә Дан ордены, күп миҙалдар тағып,  ауылына ҡайта. Ш.С. Мәҡсүтов иркенләп ял  итергә лә өлгөрмәй, район етәкселәре уны 1944 йылдың сентябрендә мәктәп директоры итеп тәғәйенләй.

Шәрифйән Сәйетгәрәй улы химия, биология уҡытыуҙы ташламай, уҡыусылар менән мәктәп баҡсаһына нигеҙ һала. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы питомнигынан алмағас, ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа үҫентеләр алып ҡайтып ултырта, картуф һәм йәшелсә үҫтерелә. Күкҡуян мәктәбе районда, республикала был йәһәттән беренселекте ала. 1949 йылда  мәктәп директоры Шәрифйән Сәйетгәрәй улы Мәҡсүтов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, һуңынан байтаҡ миҙалдарға лайыҡ була.

Талантлы уҡытыусы, мәктәп директоры Ш.С.Мәҡсүтов балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, тәбиғәтте яратыу, уны ҡәҙерләп һаҡлау  мәсьәләләрен даими иғтибарҙа тота. Оло хөрмәт ҡаҙанған  педагог йәштәргә өлгөлө, данлы тормош юлын үтте, тырыш хеҙмәте менән район һәм республика мәғарифы тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. 1997 йылдың ғинуарында, тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Күкҡуянда элек ул йәшәгән урамға Шәрифйән Сәлимгәрәй  улы Мәксүтовтың исеме бирелде