Эстәлеккә күсергә

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин битенән йүнәлтелде)
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 март 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Ағиҙел (журнал)
Ойошма ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Рәсәй яҙыусылар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1].

Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире[2].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3]

Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле[4] тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.

  • Шундай мәлем: — Өфө: Китап, 2001. — бит.
  • Ғүмер тигәндәре…: — Өфө: Китап, 2005. — бит.
  • Тәңре өрөк ҡапҡанда: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2012. — 216 бит.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында яҙыусы Александр Прохановҡа Аксаков премияһы тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 17 декабрь
  2. 2,0 2,1 В трех башкирских журналах меняются главные редакторы. ИА «Башинформ», 2020, 14 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2020)
  3. Азат Бадранов: Идея форума писателей - перевести формат работы в современные практики. ИА «Башинформ», 27 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2021)
  4. В Уфе Стерлитамакский башкирский театр покажет философскую притчу «Раб Божий предполагает…» «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 10 февраль (рус.)
  5. Рассказ башкирского писателя Мунира Кунафина опубликован в Якутии. ИА «Башинформ», 7 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2020)
  6. Сайт «ЕЖЕМЕСЯЧНЫЙ ОБЩЕСТВЕННО-ПОЛИТИЧЕСКИЙ ЛИТЕРАТУРНО-ХУДОЖЕСТВЕННЫЙ ЖУРНАЛ „Бельские просторы“». Авторы «Бельских Просторов»: Кунафин Мунир 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
  7. Офоғобоҙ яҡты. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь(недоступная ссылка)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.