Эстәлеккә күсергә

Мөхөтдинов Иршат Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иршат Закирович Мухутдинов
Файл:Мухутдинов Иршат Закирович (1929-2008).jpg
Тыуған көнө

6 февраль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Казань, Татарская АССР, РСФСР.

Вафат көнө

11 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)

Вафат урыны

Казань, Россия

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Эпидемиология

Эшләгән урыны

Министр здравоохранения Татарской АССР (1964—1984)
директор Казанского научно-исследовательского института эпидемиологии и микробиологии (1986—1989)

Альма-матер

Казанский государственный медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

кандидат медицинских наук

Ғилми исеме

доцент

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист по профилактике и эпидемиологии брюшного тифа, кишечных инфекций, организатор здравоохранения

Награда һәм премиялары

Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

Мөхөтдинов Иршат Закир улы (16 февраль 1929 йыл — 11 август 2008 йыл) — совет татар эпидемиологы, Медицина фәндәре кандидаты (1966), доцент, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1974), Татар АССР-ының һаулыҡ һаҡлау министры (1964—1984), Ҡазан эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты директоры (1986—1989)[1].

1929 йылдың 6 февралендә РСФСР-ҙың Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһында тыуған.

1953 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлай, шунан һуң Ҡазан эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институтының кесе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй башлай.

1956 йылда Татар АССР-ының баш дәүләт санитар табибы һәм Республика санитар-эпидемиология станцияһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. 1964 йылдан 1984 йылға тиклем Мөхөтдинов ТАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләй. Был вазифала уның эшлекле һәм кешелек сифаттары — ҙур һөҙөмтәлелек, мәсьәләләрҙе профессиональ хәл итеү, бирелгән эш өсөн юғары яуаплылыҡ асыҡлана. 1960 йылдан 1980-се йылдарға тиклем Мөхөтдинов һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу эшенә ҙур өлөш индерә, мәҫәлән, 1977 йылда Республика балалар клиник дауаханаһы, 1982 йылда Республика клиник дауаханаһы, Яр Саллы ҡалаһында күп профилле дауахана төҙөлә. Уның ярҙамында ҙур ауылдарҙа — участка, район үҙәктәрендә үҙәк район дауаханалары асыла.

Министр вазифаһынан киткәс, 1984 йылда Ҡазан медицина институтының эпидемиология кафедраһы мөдире була (был вазифала 1994 йылға тиклем эшләй), бер үк ваҡытта 1986 йылдан 1989 йылға тиклем Ҡазан эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү институты директоры була. 1994 йылдан алып Ҡазан медицина университетының эпидемиология кафедраһында эпидемиология һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрә.

Мөхөтдинов ҡорһаҡ тифын, эсәк инфекцияларын иҫкәртеү һәм эпидемиология буйынса эштәр авторы. 1967—1985 йылдарҙа Татар АССР-ның Юғары Советы депутаты итеп һайлана. 2008 йылдың 11 авгусында Ҡаҙан ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡазан, Гагарин урамы, 26[2].
  • Ҡазан, Товарищеская урамы, 21[3].
  • Эсәк ауырыуҙарын иҫкәртеү. Ҡазан, 1977.
  • Балаларҙы диагностикалау һәм вируслы гепатитты дауалау. Ҡазан, 1979.
  • Казанский государственный медицинский институт (1804—2004 гг.): Заведующие кафедрами и профессора: Биографический словарь. Казань, 2004.
  1. Из истории развития республиканского здравоохранения. Министры здравоохранения ТАССР в 1970—1980 годы
  2. Книга|автор=Министерство связи СССР, Казанская городская телефонная сеть|заглавие=Список абонентов Казанской городской телефонной сети|ответственный=сост. М. Даутов|год=1969|место=Казань|издательство=Дом печати (Казань)|Комбинат печати имени Камиля Якуба|страниц=534
  3. Книга|автор=Министерство связи СССР|заглавие=Список абонентов Казанской городской телефонной сети|ответственный=В. Ф. Четверик|год=1984|ответственный2=А. Н. Бурылина, М. М. Максимова|место=Казань|издательство=Издательство Татарского обкома КПСС|том=1|страниц=970|тираж=40000