Наркевич Иван Иосифович
Наркевич Иван Иосифович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 август 1938 |
Тыуған урыны | Пуховка[d], Новосёлковский сельсовет[d], Поставский район[d], Беларусь |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 2015 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | тимерсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Наркевич Иван Иосифович (16 август 1938 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. «Востокнефтепроводстрой» тресының 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығы бульдозеристы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. СССР нефть-газ объектарын төҙөү министрлығының почетлы хеҙмәткәре (1988)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Иосифович Наркевич 1938 йылдың 16 авгусында Польшаның Вилейка воеводлығы Постава поветы Лучай гмины Пуховки ауылында (хәҙер Белоруссияның Витебск өлкәһе Глубокий районы) тыуған[1]. Урта белемле.
1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
Эш урындары: 1960 йылдан алып «Ленгидропроект» институтының 2-се комплекслы геология экспедицияһында тракторсы булып эшләй, ә һуңынан — Үҙәк комплекслы сейсмик экспедицияһында. 1964 йылдан алып —Тайга Көнбайыш-Себер тимер юлындағы Тайға тимер юлы станцияһы депоһында слесарь, 1966 йылдан — Яҡут АССР-ында «Нефтепроводмонтаж» тресының 8-се төҙөлөш-монтаж идаралығы слесаре. 1968 йылда Башҡортостанда күсә һәм «Востокнефтепроводстрой» тресының 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығында бульдозерсы булып эшләй[1].
1970 йылдан башлап таҙартыу машинаһы машинисы. Ухта—Торжок, Урта Азия— Үҙәк, Түбәнге Варта—Ҡурған—Куйбышев, Уренгой—Помары—Ужгород магистраль нефть һәм газ үткәргес торбалар, компрессор һәм нефтте ҡыуыусы станциялар, шулай уҡ Урта Азияла, Ырымбур, Төмән, Свердловск өлкәләрендә, Яҡут АССР-нда һәм СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә нефть һәм газ объекттарын, торлаҡ һәм юлдарҙы төҙөүҙә ҡатнаша[1].
1998 йылда пенсияға сыға. Өфө ҡалаһында йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть һәм газ объекттарын төҙөүҙәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн И. И. Наркевич Хеҙмәт Даны орденының I (1987), II (1983), III (1974) дәрәжәләре һәм миҙалдары менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 НАРКЕВИЧ Иван Иосифович/ Наркевич Иван Иосифович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. 2008. − 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наркевич Иван Иосифович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 август 2021)
- Наркевич Иван Иосифович . «Герои страны» сайты.