Нефёдова Нина Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нина Григорьевна Нефёдова
Файл:Nefedova Nina Grigoryevna.jpg
Тыуған көнө

7 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Тверь өлкәһе Старицкий районы Никифорково ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Нефёдова Нина Григорьевна (7 ноябрь 1926 йыл) — СССР-ҙың химия сәнәғәте алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Григорьевна Нефедова 1926 йылдың 7 ноябрендә Тверь өлкәһе Старицкой районы Никифорково ауылында тыуған.

Урындағы мәктәптә ете класты тамамлаған. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Нина Нефедова, әхирәттәре менән военкоматҡа барып, фронтҡа санитарка итеү ебәреүҙәрен һорай. Нефедова Ржев ҡалаһы янында хәрби хәрәкәттәр алып барған 93-сө уҡсылар дивизияһының санитар ротаһына эләгә. Артабан 3-сө Украин фронтында санинструктор булып хеҙмәт итә. Һуғыш ваҡытындағы батырлыҡтары өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән наградлана.[1].

Һуғыштан һуң Ленинградҡа күсеп килә, Киров заводының хәрбиләштерелгән һаҡ хеҙмәтендә эшләй башлай һәм бер үк ваҡытта бухгалтерҙар курсында уҡый, һуңыраҡ иҫәп-хисап приборҙары буйынса контролер һөнәренә лә эйә була[1].

1952 йылда «Ҡыҙыл химик» заводына эшкә күсә, әҙер продукция контролеры һөнәрен үҙләштерә, көкөрт кислотаһы производствоһында аппаратсы һәм өлкән аппаратсы булып эшләй.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 28 майындағы Указына ярашлы химия продукцияһын сығарыуҙы арттырыу буйынса ете йыллыҡ план заданиеһын үтәгәне һәм эштә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн Нефедова Нина Григорьевнаға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Санкт-Петербургта йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (28.05.1966)
  • Ленин ордены (28.05.1966)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Т. Каримов. Нефёдова Нина Григорьевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 март 2020.
  2. Нефёдова Нина Григорьевна: орден Отечественной войны 2-й степени. Подвиг народа. Дата обращения: 13 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Книга Памяти. Звёзды славы. Российская Федерация. Ленинградская область / В. Б. Фёдоров (рук. авт. коллектива) и др. — СПб.: Вести, Т. 2. — 2009 г. — 324 с. — ISBN 978-5-86153-193-1