Никандрова Анна Алексеевна
Никандрова Анна Алексеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 13 октябрь 1921 |
Тыуған урыны | Барашкино[d], Красногородская волость[d], Опочецкий уезд[d], Псковская губерния[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 23 июнь 1944 (22 йәш) |
Вафат булған урыны | Дубровенский район[d], Витебская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Дубровно[d] |
Һөнәр төрө | офицер |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Анна Алексеевна Никандрова (13 октябрь 1921 — 23 июнь 1944) — 88-се уҡсылар полкының 426 -сы уҡсылар дивизияһы комсоргы (31-се армия, 3-сө Белорус фронты), өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945 йылдың 24 мартында, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Алексеевна Никандрова 1921 йылдың 13 октябрендә Барашкино (Липно губернаһы) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — урыҫ. 8 класты һәм китапхана курстарын тамамлағандан һуң, китапханала, шунан һуң комсомолдың Красногород район комитетында эшләй
Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың сентябренән ҡатнаша. Һуғыш башында сандружинник булып эшләй, эвакуацияланған яралыларға ярҙам итә, госпиталдә эшләй. 1942 йылда ВКП(б.) сафына инә.
Кесе лейтенанттар курсын тамамлағандан һуң, Анна Никандрованы 426-сы уҡсылар полкының (88-се уҡсы дивизиялар, 31-се армия, 3-сө Белоруссия фронты) комсоргы итеп тәғәйенләйҙәр. 1944 йылдың 23 июнендә Кираево тимер юлы станцияһы районында (Белоруссияның Витебск өлкәһе Дубровно районы) өлкән лейтенант Никандрова беренсе булып танкыға ҡаршы соҡорҙар аша, артынан үҙенең ротаһы яугирҙәрен эйәртеп штурмға ташлана[1]. Ошо уҡ көндә ул дошмандың пулемёт дзотын ҡаплағанда һәләк була. Дубровно ҡалаһында (Белоруссияның Витебск өлкәһе) туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Ҡәберенә һәйкәл ҡуйыла[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн өлкән лейтенант Анна Алексеевна Никандроваға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945 йылдың 24 мартынан, үлгәндән һуң)[3];
- Ленин ордены (1945 йылдың 24 мартынан, үлгәндән һуң);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28 октябрь 1943 йыл)[4];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (30 май 1943 йыл)[5].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы Анна Никандрованың исемен Дубровно ҡалаһында урам йөрөтә.
- Красногородск ҡалаһында 1984 йылда майҙанда Геройҙар хөрмәтенә бюст-һәйкәл ҡуйылған, скульпторы Ф. Маначинский[6]. Һәйкәл уның тыуған ауылы Барашкиноға ҡарап тора.
- Дондағы Ростовта Советтар Союзы Геройы Анна Никандрова исеме менән 76-сы гимназия аталған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список женщин — Героев Советского Союза
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Валентина Ваньшина «Кто они, одиннадцать героинь?» // Молодая гвардия
- ↑ Никандрова Анна Алексеевна // Великая Отечественная Война. Опочецкий район. 1941—1944 . Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 27 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 27 ноябрь архивланған.
- ↑ Наградной лист А. А. Никандровой к званию Героя Советского Союза // портал «Подвиг Народа».
- ↑ Наградной лист А. А. Никандровой к ордену Отечественной войны II степени // портал «Подвиг Народа».
- ↑ Наградной лист А. А. Никандровой к медали «За отвагу» // портал «Подвиг Народа».
- ↑ Калью В. В. Красный Городец. 1464—2004. — Красногородск, 2004. — 643 с. — С. 426.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никандрова Анна Алексеевна.//Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Алексеев А. Венец доблести // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Навечно в сердце народном. — 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
- Рассказы о фронтовых комсоргах. — М., 1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 13 октябрҙә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 23 июндә вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Белоруссияла вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр