Никифоров Алексей Фёдорович
Никифоров Алексей Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 март 1915 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 март 1977 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Ялта[d], Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Никифоров Алексей Фёдорович (17 март 1915 йыл — 21 март 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Фёдорович Никифоров 1915 йылдың 17 мартында Өфө өйәҙенең[1] Өфө өйәҙенең Яковлевка ауылында тыуған. Колхозда, һуңынан Благовар район эске эштәр хәрби комиссариаты бүлексәһендә эшләгән.
1936—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла һәм 1942 йылдың март айынан сапер взводы отделениеһы командиры (58-се гвардия кавалерия полкы, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 1-се Белоруссия фронты).
Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән Никифоров Алексей Федоровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3015) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2]
1943 йылдан КПСС ағзаһы.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (15 ғинуар 1944 йыл)[3].
- Ленин ордены (15.01.1944).
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.09.1943)[4].
- Миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геройҙың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) урынлашҡан мемориал таҡталарҙа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исемдәре менән бергә уйып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/34, л. 28/8, 9).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 962, л. 2, 38, 39).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никифоров Алексей Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь; Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никифоров Алексей Фёдорович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2019)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- 17 мартта тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 21 мартта вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Ялтала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Башҡортостан шәхестәре
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы