Яңы Турбаҫлы
Ауыл | |
Яңы Турбаҫлы рус. Новые Турбаслы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
450034 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Турбаҫлы (рус. Новые Турбаслы) — Башҡортостан Республикаһының Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 51 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80215853002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Турбаҫлы ауылына нигеҙ һалыусы Урман-Мең ырыуы башҡорттарының нәҫелдәре үҙ телебеҙ тип янып йәшәй. Ошондай ауылдар барҙа телебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә милләтебеҙ ҙә юғалмаясаҡ.
Яңы Турбаҫлының — боронғо башҡорт ауылы икәнлеген архивтарҙа һаҡланған документтар ҙа раҫлай. 1834, 1850, 1859 йылдарға Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙенең ревизская сказкаларының күсермәләре бар. Был башлыса Башҡортостанда 1994 – 1999 йылдарҙа Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын биләүсе Рим Сәғит улы Баҡыевтың нәҫелдәре буйынса алынған күсермәләр. Алда ҡарап үткән яҙманан күренеүенсә тап уның ата-бабаһы Ишкенә Йосоповтың ҡарт атаһы Йосоп ауылға нигеҙ һалған . Был тарихи яҙмаларҙа ауылда нисәнсе йылда күпме башҡорт халҡы йәшәгәнлеге лә теркәлгән.
1864 йылғы документта зауряд юртовой есаул Ишкенә Йосоповтың тоҡомонда ғына 16 ир-егет, 14 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Уға был ваҡытта 56 йәш була. 1850 йылдағы документта ауылда йәмғеһе 247 башҡорт бар тип теркәлгән. Шулай уҡ Яңы Турбаҫлы янында Илмырҙа, Шәрип, Аҡбаш, Ғүмәр, Мәмәк, Юлыш. Бөтәһе 11 башҡорт ауылы булған. Уларҙа 1916 кеше йәшәгән. Барыһы ла башҡорт милләтенән. Документҡа 9-сы башҡорт кантоны начальнигы хорунжий Өмөтбаев ҡул ҡуйған. Шулай уҡ бында метрика китаптарынан да күсермәләр бар.
Ошо документтарҙан күренеүенсә, районыбыҙҙың Яңы Турбаҫлы, шулай уҡ хәҙер Өфөнөң Орджоникидзе районына ингән Иҫке Турбаҫлы ауылдарына башҡорттар нигеҙ һалған. Һәм әле лә унда башҡорттар йәшәй. Архивта һаҡланған, хәҙер инде һарғайып тарихҡа әйләнгән документтарға ҡаршы барыу үҙе ҙур гонаһ[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 51 | 27 | 24 | 52,9 | 47,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Благовещен): 45 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Туғай): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 13 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҡыев Рим Сәғит улы (4.01.1939), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1999–2003), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Фәтихов Ғабдулла Нафиҡ улы (1914—1998) — мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Благовещен районының ижтимағи-сәйәси гәзите «Йәйғор» 2016 йыл 5 март архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Турбаҫлы Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |