Эстәлеккә күсергә

Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ябалаҡ ауылы, Илеш районы[1]
Вафат булған көнө 18 май 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Ябалаҡ ауылы, Илеш районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Ябалаҡ ауылы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы (18 июнь 1923 йыл — 18 май 2004 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1951 һәм 1954—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Илеш районының «Искра» колхозы рәйесе. БАССР-ҙың 6-сы сығарылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1967).

Тимерхан Сафуан улы Нәжмиев 1923 йылдың 18 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ябалаҡ ауылында тыуған.

Махсус урта белемле, 1954 йылда колхоз рәйестәре әҙерләү буйынса Башҡортостан урта ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай.

1940 йылда Илеш районы «Осҡон» колхозында бригадир булып хеҙмәт юлын башлай. 1942—1944 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944—1947 йылдарҙа — Ябалаҡ тулы булмаған урта мәктәптең хәрби етәксеһе. 1947 йылда Башҡорт АССР-ы Илеш районының «Осҡон» колхозы рәйесе итеп һайлана. Ауыл хужалығы мәктәбен тамамлағандан һуң, 1954 йылда яңынан «Осҡон» колхозын етәкләй.

Тимерхан Нәжмиев етәкселегендә колхозсылар яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәҫәлән, һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) колхозда игендең уртаса уңышы гектарынан 26,4 центнер тәшкил итә, был алдағы биш йыллыҡтағынан 8 центнерға күберәк. Һигеҙенсе биш йыллыҡта иген һатыу буйынса дәүләт йөкләмәләрен үтәү 179 процент, ит — 102, һөт — 129, йөн — 112 процент тәшкил итә. Эре мөгөҙлө малдың уртаса тапшырыу ауырлығы 314 килограмм, сусҡаның — 107 килограмм, һарыҡтың — 33 килограмм тәшкил итә. Һәр һыйырҙан һөт һауып алыу йылына 942 килограммға, эре мөгөҙлө мал һаны — 44,7 процентҡа, һарыҡ һаны — 30,6 процентҡа, ҡоштарҙың һаны — 38 процентҡа арта бара. Тулайым килем 1965 йылда 90 мең һумдан 1970 йылда 1 миллион 400 мең һумға тиклем арта.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә, игенселек һәм малсылыҡ продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән Тимерхан Нәжмиевкә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1987 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Илеш районының «Осҡон» колхозы рәйесе булып эшләй.

Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы етәкселегендә колхоз дәүләткә иген, ит, һөт, йөн һатыу буйынса туғыҙынсы (1971—1975), унынсы (1976—1980), ун беренсе (1981—1985) биш йыллыҡ пландарын күпкә арттырып үтәй. Ун беренсе биш йыллыҡта колхоз эре игенселек хужалығына әйләнә — иген уңышы гектарынан 34,7 центнер тәшкил итә. Биш йыллыҡ осоронда колхозда 1 миллион 192 мең һум суммаһына етештереү һәм мәҙәни-көнкүреш объекттары файҙаланыуға тапшырыла, был Илеш районының иң яҡшы күрһәткестәренең береһе тип таныла.

Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1963—1967).

Нәжмиев Тимерхан Сафуан улы 2004 йылдың 18 майында вафат була. Ябалаҡ ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971]],
  • Ленин ордены (1971),
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1976),
  • I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1985),
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1965),
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981),
  • миҙалдар.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1967).
  • Т. С . Нәжмиевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Социалистик Хеҙмәт Геройҙары мөйөшөндә» уның хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында материалдар урынлаштырылған.
  • Ябалаҡ ауылындағы бер урам Т. С. Нәжмиев исемен йөрөтә.
  • Хеҙмәт геройҙары. / төҙөүсе Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.