Эстәлеккә күсергә

Нәфисә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәфисә

Нәфисә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Нәфисә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе сибәр, зифа, нәзәкәтле, гүзәл, матур, күркәм тигәнде аңлата[1].

Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (20 август 1923 йыл) — Өфөләге 4-се тегеү фабрикаһы оҫтаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15 декабрь 1933 йыл) — ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Йосопова Нәфисә Ислам ҡыҙы (26 ғинуар 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре(2007). СССР уйлап табыусыһы (1988).

Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), мәҙәниәт эшмәкәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Яҡшымбәтова Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы — Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәүге ҡатыны.

Нәфисә Хәйруллина (Нәфисә Шамил ҡыҙы Хәйруллина) — драма актеры, Камал театры артисы.

Нәфисә Хәкимова (? — июль 2002 йыл) — йырсы, Ризуан Хәкимовтың ҡатыны.

Нәфисә Сабирйәнова — Әлмәттең «Луч» телекомпанияһында «Йома» тапшырыуының авторы һәм алып бараусыһы. Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Татарстан Журналистар берлеге ағзаһы, Р. Төхфәтуллин исемендәге премия лауреаты.

Джозеф, Нәфисә (28 март 1978 йыл, Бангалор (штат Карнатака, Һиндостан — 29 июль 2004 йыл, Мумбаи (штат Махараштра, Һиндостан) — артист һәм телевидение алып барыусыһы. 1997 йылда Джозеф Мисс Һиндостан конкурсының иң йәш ҡатнашсыһы була һәм унда еңеү яулай. Шул уҡ йылда «Мисс Вселенная» конкурсында ҡатнаша һәм 10 ярымфиналистар исемлегенә инә.

«Ардәшир һәм Хаят-ән-Нәфисә» (ғәр. كتاب ألف ليلة وليلة‎ kitāb 'alf layla va-layla; фарс. هزار و يک شب hazār va ayak šab) — урта быуат ғәрәп һәм фарсы әҙәбиәте ҡомартҡыһы, сюжет һыҙығында Шаһрийәр батша һәм уның ҡатыны Шәһрезадә хаҡында һүҙ барған әкиәттәр йыйынтығына ингән әкиәт.

«Нәфисә (ансамбль)» — Ризуан һәм Нәфисә Хәкимовтарҙың «Мөғжизә» исемен йөрөткән ансамбленең хәҙерге исеме.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ