Эстәлеккә күсергә

Зөгәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Обыкновенный подкаменщик битенән йүнәлтелде)

Зөгәй, һыла, ташбаш, сүмесбаш, сәскәкте, ташпаҡа (лат. Cottus gobio, рус. Подкаменщики[1], йәки европейский обыкновенный подкаменщик[2], или широколобка[2], йәки обыкновенный бычок-подкаменщик[3])) — Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы на индерелгән балыҡ. Үгеҙ балыҡтар төрөнә керә.

Фәнни классификацияла урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батшалыҡ: Хайуандар (лат. Animalia)

  • Тип: Хордалылар (лат. Chordata)
  • Подтип: Умыртҡалыларе (лат. Vertebrata)
  • Төркөм (Инфратип): Ауыҙяңаҡлылар (лат. Gnathostomi)
  • Надкласс: Балыҡтар(лат. Pisces)
  • Класс: Һөйәкле балыҡтар (лат. Osteichthyes)
  • Төркөм: Нурҡанатлы балыҡтар (лат. Actinopterygii, Teleostomi)
  • Отряд: Скорпенообразные(лат. Scorpaeniformes)
  • Семейство: Үгеҙ балыҡтар (Керчаковые, или рогатковые) (лат. Cottidae)
  • Вид: Зөгәй (лат. Cottus gobio)
  • Категория: 2 категория — кәмей барыусы төр

Пиреней ярымутрауынан Уралға тиклем, Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөндәге (Кольск ярымутрауынан башҡа) йылға һәм күлдәрҙә, Көнбайыш Себерҙең Иртыш һәм Катунь йылғалары бассейнында йәшәй.

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы буйлап үренән Мәләүез ҡалаһына тиклем, Ағиҙелдең ҡушылдыҡтарында, Кесе Инйәрҙең үрге ағымында осрай.

Һирәкләп Йүрүҙәндә күренә. Ҡариҙелдә һәм уның ҡушылдыҡтарында ныҡ үрсей.

Көньяҡта ла булған был үгеҙ балыҡ төрө. Быуатыбыҙ баштарында ул, мәҫәлән, Саған йылғаһында осраған (Яйыҡтың уң яҡ ҡушылдығы).

Уралдың Көнбайышында зөгәй уғата күп һанлы булған.

Хәҙер зөгәй Бөрйән, Белорет төбәктәренең саф һыулы йылғалар менән шишмәләрендә шаҡтай киң таралған.

Уның йәшәр урындары сағалаҡ менән ташбаштыҡы һымаҡ, ә һан яғынан был балыҡ күп түгел.

«Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән был балыҡтың исемдәре урындағы һөйләштәрҙә: Йүрүҙәндә — һыла, сабатабаш, Һаҡмарҙа — ташбаш, Әйҙә — сүмесбаш, Мейәстә — сәскәкте балыҡ, Бөрйәндә — ташпаҡа.

Башы сағыштырмаса ҙур, яҫы. Ауыҙы ла ҙур, киң иренле. Кәүҙәһе оҙонса, 17 сантиметрға етә. Тәне яланғас, алда түңәрәкләнеп тора, сит-ситтәре ялпағыраҡ.

Яңаҡтарында сәнскәктәр бар. Тәңкәләре юҡ тиһәң дә була, тик ҡабырға һыҙатында ғына ваҡ-ваҡ тәңкәләргә оҡшаш нәмәләр теҙелеп киткән. Уның ҡыуығы ла юҡ.

Ҡорһаҡтағы йөҙгөстәре тырпайып тора. Арҡала беренсе менән икенсе йөҙгөсө бер аҙ тоташа.

Балыҡтың төҫө бик үҙгәреүсән һәм төптөң төҫөнә эйәрә, шулай уҡ һыуға күпме яҡтылыҡ төшкәне менән дә бәйле ул. Был балыҡ гел таштар аҫтында тора (шуға ташбаш тиҙәр ҙә), йә үҙенә ҡомлоҡта өңдәр уя.

Был балыҡ төрө бөтә Европала, Себерҙә киң таралған һәм таҙа тау, ялан шишмәләрендә осрай. Таҙа һыулы, шәп ағымлы, ҡомло һәм ваҡ ҡырсынлы йылға, шишмәләрҙе, шулай уҡ, таҙа һыулу күлдәрҙе үҙ итә.

Балыҡ яңғыҙаҡ йәшәй, гел генә таштар араһында тора, йәки үҙенә ҡомлоҡта өңдәр уя. Ғәҙәттә, тәрән булмаған шаршыларҙа осрай. Эңер төшкәс әүҙемләшә башлай. Һыуҙың бысраныуын кисерә алмай. Уның тереклек итеүе — һыуҙың таҙалығын күрһәтеүсе индикатор булып тора. Йылғаларҙың бысраныуына бәйле, ареалының бөтә сиктәре эсендә лә һаны кәмей. Күп кенә бәләкәй йылғаларҙан бөтөнләй юғалған.

Зөгәй ваҡ хайуандарҙың ҡурсаҡтары, бөжәктәр һәм гаммарустарҙың личинкалары (Gammarus pulex), һирәгерәк ыуылдырыҡтар менән туҡлана

Йәшәүҙәренең 3-4 йылына енси яҡтан етлегеп, үрсеүгә тотоналар. Был февраль- май айҙарында була. Рәсәйҙең урта һыҙатында апрель аҙағы—май айына тура килә.

Ата балыҡ таштар аҫтына өң уя һәм унда инә балыҡ ыуылдырыҡ һала. Ыуылдырыҡтары һарғылт алһыу төҫтә, диаметры 2-2.5 мм тирәһендә тирбәлә.

Үрсеме 300 тирәһенә етә. Ата балыҡ уларҙы селбәрәләр булып үҫешкәнсе һаҡлай. Йөҙгөстәре менән һыу ағымы аша кислород килеүен тәьмин итә. Дошмандарын ҡыуа.

Һыу температураһы 10°С булғанда яралғы үҫеше 4 аҙнаға һуҙыла, 15,5°С-та — 2 аҙна тигәндә тамамлана. Ғүмер оҙонлоҡтары 5-6 йылдан үтмәй.

Зөгәй Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит. ISBN 5-295-01708-7
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8
  1. Богуцкая Н. Г., Насека А. М. Каталог бесчелюстных и рыб пресных и солоноватых вод России с номенклатурными и таксономическими комментариями. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2004. — С. 185—189. — 389 с. — ISBN 5-87317-177-7
  2. 2,0 2,1 Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 385. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
  3. Жизнь животных. Том 4. Ланцетники. Круглоротые. Хрящевые рыбы. Костные рыбы / под ред. Т. С. Расса, гл. ред. В. Е. Соколов. — 2-е изд. — М.: Просвещение, 1983. — С. 482. — 575 с.