Эстәлеккә күсергә

Овсиенко Фридрих Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Овсиенко Фридрих Григорьевич
рус. Фридрих Григорьевич Овсиенко
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Новосёлки[d], Макаровский район[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 10 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө религиовед, фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө религиоведение[d] һәм фәлсәфә
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто философский факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Гараджа, Виктор Иванович[d]
Аспиранттар Иваненко, Сергей Игоревич[d] һәм Давыденков, Олег Викторович[d]
Уҡыусылар Давыденков, Олег Викторович[d], Иваненко, Сергей Игоревич[d] һәм Шмидт, Вильям Владимирович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Овсиенко Фридрих Григорьевич (13 март 1939 йыл, Новоселки ауылы Киев өлкәһе, Украина, СССР — 10 август 2007 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР һәм Рәсәй дин белгесе һәм философ, Рәсәйҙә хәҙерге католицизм, дин методологияһы һәм дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйнса иң ҙур белгес[1][2][3]. Философия фәндәре докторы, профессор. «Атеистик һүҙлек», «Дин һәм хәҙерге Рәсәй халыҡтары» һәм «Дин фәне: Энциклопедик һүҙлек», шулай уҡ «Диндәр энциклопедияһы» һәм «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» авторҙарының береһе.

Фридрих Георгиевич Овсиенко 1939 йылдың 13_мартында Киев өлкәһенең Новоселки ауылында тыуған[2][4] Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ата-әсәһен юғалта. Әсәһен — Мария Александровнаны каратель операцияһы ваҡытында 1943 йылда нацистар атып үлтерә. Атаһы — Григорий Парфентьевич, партизан отряды командиры 1944 йылда Киевты азат итеүҙә һәләк була. Апайҙары менән бергә балалар йортонда тәрбиәләнә[2][3]

1956 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Т. Г. Шевченко исемендәге Киев дәүләт университетының философия факультетында ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә, шулай уҡ заводта эшләй.[3]

1965 йылда Мәскәү дәүләт университетының философия факультетын тамамлай[4][5]

1969 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында философия факультетының аспирантураһын тамамлай, В. И. Гараджаның ғилми етәкселеге аҫтында «Особенности идеологии и деятельности католической церкви в Польской Народной Республике» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4][5]

19691972 йылдарҙа — 1-се Мәскәү медицина институтының философия кафедраһында өлкән уҡытыусы[4]

19721981 йылдарҙа  — Мәскәү радиотехника, электроника һәм автоматика институтының философия кафедраһында доцент.[4]

19811987 йылдарҙа  — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультетында атеизм тарихы һәм теорияһы кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре[4][5].

19871991 йылдарҙа  — КППС Үҙәк Комитеты ҡарамағында Ижтимағи фәндәр академияһының дин фәне институтында профессор[4][5]

1988 йыл философия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Критический анализ теоретических основ социальной доктрины католицизма» темаһына диссертация яҡлай[4][5].

1991 йылдан — РФ Президенты ҡарамағында Рәсәй дәүләте хеҙмәте академияһының дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр кафедраһы профессоры[4][5]

2007 йылдың 10 авгусында Мәскәүҙә вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнә.

Фридрих Георгиевич Овсиенко 100-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 4 монография авторы.

30-ҙан ашыу фән кандидаты һәм 5 доктор әҙерләгән.

Бер нисә Европа телен белгән.[1]

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Г. Овсиенко үҙ хеҙмәттәрендә хәҙерге католицизм философияһын (онтология, гносеология һәм неотомизм антропологияһы һәм тейярдизм), шулай уҡ теологияла яңы ағымдарҙы тикшерә. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге католицизмда этиканың һәм хәҙерге католицизмдың социологияһының киҫкен анализын бирә.[4][6]

1990 йылдарҙың икенсе яртыһынан башлап Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙәге дәүләт-сиркәү мөнәсәбәттәре мәсьәләләрен эшләү менән шөғөлләнә[4][3]

  • Овсиенко Ф. Г. Новые тенденции в католической философии и теологии. М., 1977;
  • Овсиенко Ф. Г. Личность и социальное развитие в католической антропологизированной теологии. М., 1980;
  • Овсиенко Ф. Г. Эволюция католического учения о роли женщины в обществе, семье и браке. М., 1980;
  • Овсиенко Ф. Г. Критический анализ католической «теологии труда». — М.: Знание, 1984. — 62 с.
  • Овсиенко Ф. Г. Проблема человека и гуманизма в современном католицизме. М., 1985;
  • Овсиенко Ф. Г. Проблема человека в философии католицизма. Киев, 1986. — 64 с.;
  • Овсиенко Ф. Г. Эволюция католической социальной теологии. [В соавт.]. М., 1986;
  • Овсиенко Ф. Г. Эволюция социального учения католицизма: философский критический анализ. М. : Изд-во МГУ, 1987. — 256 с. Ҡалып:ISBN с опечаткой;
  • Овсиенко Ф. Г. Социально-этическое учение современного католицизма (критический анализ). М..: Знание, 1987.— 63 с.;
  • Овсиенко Ф. Г. Католическая философия и теология. М., 1987;
  • Овсиенко Ф. Г. Социальная этика католицизма: методологический аспект. М., 1990;
  • Овсиенко Ф. Г. Религия, национальное согласие и возрождение России. М., 1993;
  • Овсиенко Ф. Г. Государственно-церковные отношения в России. В 2 т. [В соавт.]. М., 1995;
  • Алов А. А., Владимиров Н. Г., Овсиенко Ф. Г. Мировые религии. — М. : Приор, 1998 . — 475 с. — ISBN 5-7990-0166-4.
  • Овсиенко Ф. Г. Новые религиозные культы, движения и организации в России. [В соавт.]. М.,1998.
  • Овсиенко Ф. Г. Католицизм. — М.: РАГС, 2005. — 314 с.

Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дин фәне. Энциклопедик һүҙлек
Ҙур Рәсәй энциклопедияһы
  • Философия фәндәре докторы, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһының дини белем кафедраһы профессоры Ф. Г. Овсиенконың «Свидетели Иеговы» дини ойошмаһының хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеге факттары буйынса 1997 йылдың 31 ғинуарындағы эксперт һығымтаһы.

Философия фәндәре кандидаты, профессор, РАНХиГС кафедра дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр кафедраһы дин белгесе Ю.П. Зуев фекеренсә, Овисенко «Төп Рәсәй ғалим-дин белгестәренең береһе».[5] «Овсиенко фәнни эрудиция, дин тарихы һәм дин белеменең философик-методологик проблемаларында тәрән профессионализм менән айырылып торҙо. ...Ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булды. Уның лекциялары һәм семинарҙары студенттарҙа һәм аспиранттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты». Зуев билдәләп үтеүенсә, «Ф. Г. Овсиенко «төрлө ҡараштарҙағы кешеләргә ҡарата толерант мөнәсәбәттә булған, шул ук вакытта ғалим үз ҡараштарын, үҙ позицияһын яҡлауҙа ныҡлыҡ белдергән»[1][7]

Философия фәндәре кандидаты, профессор, кафедра дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр РАНХиГС дин белгесе Р. А. Лопаткин билдәләүенсә, Ф.Н.Овсиенко «киң белемле һәм хеҙмәт һөйөүсе кеше ине, ул үзенең фәнни эҙләнеүҙәрен һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген туған ил яҙмышы менән даими бәйләүсе ғалим тибы ине». Уның билдәләүенсә, Ф.Г. Овсиенко «тайпылмаҫ атеист (вульгар һәм „һуғышсан“ түгел), үҙ ҡараштарына тоғро, әммә шул уҡ ваҡытта башҡа кешеләрҙең инаныуҙарына, шул иҫәптән, дини ҡараштарына хөрмәт күрһәтте». Лопаткин күрһәтеүенсә, «уның етәкселегендә диссертациялар һәм дипломдарҙы яҡлаусылар араһында төрлө ҡарашлы позициялағы кешеләр, шул иҫәптән төрлө дин һәм конфессия вәкилдәре бар ине, улар араһында бер нисә православие руханийҙары булды, ләкин уларға уҡытыусыларының атеистик ҡараштары унда тәрән аҡыллы һәм хөрмтәле остазды күреүгә ҡамасауламаны».[2]