Эстәлеккә күсергә

Одорхею-Секуеск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одорхею-Секуеск
рум. Odorheiu Secuiesc
мадьярса  Székelyudvarhely
нем. Oderhellen
БайраҡГерб
Рәсем
Дәүләт  Румыния
Административ үҙәге Udvarhelyszék[d]
Административ үҙәк Odorheiu Secuiesc[d]
Административ-территориаль берәмек Харгита[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Odorheiu Secuiesc[d]
Хөкүмәт башлығы Árpád Gálfi[d][1]
Халыҡ һаны 31 335 кеше (1 декабрь 2021)[2]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Odorheiu Secuiesc[d]
Туғандаш ҡала Татабанья, Барч[d], Вац[d], Цеглед[d], Бекешчаба[d], Суботица[d][3], Дунайска-Стреда[d], Budapest District XXIII[d], Будапешт, I район Будапешта[d], Тихань[d][4] һәм Кестхей[d]
Адрес Piața Primăriei nr. 5, Odorheiu Secuiesc,[5]
Почта индексы 535600[6]
Рәсми сайт varoshaza.ro
Урынлашыу картаһы
Население по родному языку 27 887[7]
Карта
 Одорхею-Секуеск Викимилектә

Одорхею-Секуеск (румын. Odorheiu Secuiesc, мадьярса  Székelyudvarhely, Секейудвархей) — ҙурлығы буйынса Румынияның икенсе урынды биләгән Харгита жудецының ҡалаһы. Шулай уҡ румын телендә ҡыҫҡаса Одорхей һәм венгр телендә ҡыҫҡаса «Удвархей» тип аталып, «ихата» тигәнде аңлата.

Ҡала, элекке Венгрия короллегенең Удвархей комитатаһының баш ҡалаһы булараҡ, Секей крайының тарихи үҙәктәренең береһе булып тора. Билдәле булыуынса, ҡала беренсе тапҡыр 1334 йылда папа бурыстар реестрында венгр Одуорхел рухани исеме менән яҙылған[8]. 1615 йылда Габор Бетлен, Трансильвания принцы ҡала хоҡуғын раҫлаған саҡта был урын Секейудвархей булараҡ билдәле.

1357 йылда Удвархей секейҙарҙың беренсе ассамблеяһы урыны була. 1451 йылда ҡалала ҡәлғә төҙөлә. Ҡәлғә II Янош Запольяи тарафынан 1565 йылда секейҙарҙы үҙ контролендә тотоу маҡсатында яңынан күтәртелә. 1599 йылда Валахия принцы Михай Храбрый секейҙар һәм Габсбургтар менән берләшә һәм Трансильвания кампанияһы ваҡытында ҡәлғәне емерә. Һуңыраҡ ҡәлғә тағы ла тергеҙелә һәм яңынан емерелә. Хәҙер ҡәлғәнең емереклектәре «секейҙар һөжүм иткән ҡәлғә» тигән исем аҫтында билдәле

Ҡала Трансильваниялағы Секей крайының бер тарихи өлөшө булып тора. Ул Удвархейск округының баш ҡалаһы булып 1876 йылға тиклем, Трансильваниялағы реформаға тиклем тора, артабан Венгрия короллеге аҫтына инә. Трианон килешеүе буйынса ул 1920 йылда Румыния өлөшөнә әйләнә һәм Одорхей жудецының өлөшө булып ике бөтә донъя һуғышы араһындағы осорға тиклем тора. 1940 йылда Икенсе Вена арбитражы Төньяҡ Ттрансильванияны Венгрияға тапшыра, ҡала 1944 йылға тиклем Венгрия контролендә тора. Азат ителгәндән һуң, 1947 йылда ҡалаға яңынан румыния хакимиәте ҡайта һәм ҡала Румынияға ҡарай. 1952—1960 йылдарҙа ҡала Венгр автономиялы өлкәһе була, 1968 −1960-сы йылдарҙа — Муреш-Венгр автономиялы өлкәһенә ҡарай. 1968 йылда автономия юҡҡа сығарыла, шул ваҡыттан алып ҡала Харгита жудецының бер өлөшө булып тора[9].

2004 йылдың 22 майында билдәле секей тарихи шәхестәренә арналған статуялар ҡуйылған секей паркы асыла.

2005 йылдың авгусында ҡала һәм уның күрше ауылдары ташҡындан ҙур зыян күрә.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Католик сиркәүе

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Rezultatele alegerilor locale din 2016Центральное избирательное бюро.
  2. https://www.recensamantromania.ro/rezultate-rpl-2021/rezultate-definitive-caracteristici-demografice/Национальный институт статистики (Румыния).
  3. http://www.subotica.rs/index/page/id/3610/lg/sr/
  4. Helyi önkormányzat | Tihany
  5. Geospatial.org Date de contact localități
  6. https://coduripostaleok.ro/harghita/odorheiu-secuiesc-hr
  7. 2.3 Populaţia rezidentă după limba maternă (Limba maternă, Macroregiuni, Regiuni de dezvoltare, Județe, Municipii, orașe și comune*) – Tabel 2.03.1 si Tabel 2.03.2 // https://www.recensamantromania.ro/rezultate-rpl-2021/rezultate-definitive-caracteristici-demografice/Национальный институт статистики (Румыния), 2023.
  8. János András Vistai. [helynevkonyv_-_3._kotet_Q-ZS.pdf Tekintő – Erdélyi Helynévkönyv].
  9. John F. Cadzow, Andrew Ludányi, Louis J. Éltető. Transylvania: the roots of ethnic conflict. — Государственный университет Кента, 1983.