Эстәлеккә күсергә

Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Оморҙаҡ Ишдәүләтов битенән йүнәлтелде)
Абдразаҡов Оморҙаҡ Ишдәүләт улы
Тыуған ваҡыты

1787({{padleft:1787|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Әйле улусы, Әбдрәзәк ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1812—?

Хәрби звание

прапорщик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены

Оморҙаҡ Ишдәүләт улы Абдразаҡов (Оморҙаҡ Ишдәүләтов[1]; 1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. Прапорщик.

Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Әйле улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Әбдрәзәк ауылында йәшәгән[2].

Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә. 1812 йылда кавалериянан генерал П. Х. Витгенштейн ҡарамағында конвой хеҙмәтен үтәй[2].

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан 4-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, был полк составында Оморҙаҡ Абдразаҡов хеҙмәт итә. 1812 йылдың 25 июлендә полк Түбәнге Новгородҡа йүнәлә, артабан Полоцк яғына юл тота һәм унда 16 октябрҙә барып етә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша[3][4].

1813 йылда 4-се Башҡорт атлы полкы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Прапорщик званиеһын ала.

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[5].

1813 йылдың декабрендә 4-се Башҡорт атлы полкы Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә һәм уның составында Оморҙаҡ Абдразаҡов Парижға ҡәҙәр барып етә. 1814 йылдың февраленән 4-се Башҡорт атлы полкының штабы Минск ҡалаһында була, шул уҡ йылдың ноябрендә полк туған яғына юл тота[4].