Орхус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Орхус
дан. Aarhus
Герб
Coat of arms of Aarhus.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы VIII быуат
Рәсми атамаһы Aarhus
Ҡушамат Smilets by
Дәүләт Flag of Denmark.svg Дания[1]
Административ үҙәге Орхус[d]
Административ-территориаль берәмек Орхус[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан East Jutland metropolitan area[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡ һаны 269 022 кеше (1 ғинуар 2017)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 6 ± 1 метр һәм 105 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+01:00[d]
Туғандаш ҡала Санкт-Петербург, Берген[d], Гётеборг[d][3], Турку, Куяллек[d], Харбин[d], Росток, Какорток[d] һәм Гётеборг[d]
Майҙан 91 км²
Почта индексы 8000, 8100, 8200, 8210, 8220, 8229, 8230, 8240, 8245, 8250, 8260 һәм 8270
Рәсми сайт aarhus.dk
Урынлашыу картаһы
Изображение печати/эмблемы
Коллаж
Категория с картами на Викискладе Maps of Aarhus
Урындағы телефон коды 8
Относится к вики-проекту Q59079056?
Commons-logo.svg Орхус Викимилектә

Орхус (дат. Aarhus йәки Århus) — ҙурлығы буйынса Данияның икенсе ҡалаһы. Ютландия ярымутрауының көнсығышында, Орхус-Бугт ҡултығында урынлашҡан. Орхус коммунаһының административ үҙәге . Әһәмиәте буйынса Данияла икенсе порт.

Халыҡ һаны — 310 956 кеше[4] (2011).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр 948 йылда телгә алына. X—XII быуаттарҙа католик үҙәк булараҡ тиҙ үҫешә, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа бөлгөнлөккә төшә. XIV быуатта чума тарафынан бушап ҡала.

1849 йылдың 31 майында дания-пруссия һуғышы ваҡытында бында генерал Адольф фон Гиршфельдтың немец ғәскәрҙәре менән Риеның дат дивизияһы араһында алыштар була[5].

XIX быуатта Орхуста тимер юлы үткәндән һуң иҡтисади күтәрелеше башлана.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Халыҡ һаны
1907 51 815 [6]
2011 310 956
2017 269 022 [2]

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала сауҙа-сәнәғәт, тимер юл үҙәге булып тора. Машиналар төҙөү (Danfoss компанияһы фабрикаһы), химик, текстиль, аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән. Шулай уҡ ҡалала һөт продукттары етештереүсе— дания-швед Arla Foods компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кафедраль соборы эргәһендә майҙаны

Ҡалала Орхус университеты (1928 йылда барлыҡҡа килгән), опера театры, ботаника баҡсаһы урынлашҡан, милли масштабтағы Орхус симфоник оркестры эшләй.

Концерт залында (дат. Musikhuset) даими музыкаль фестивалдәр уҙғарыла, шул иҫәптән Орхус фестивале сентябрҙең беренсе аҙнаһында уҙғарыла һәм европа билдәлелегенә эйә.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫтәлекле урындары — Иҫке ҡалала: XIII—XV быуаттарҙың кафедраль готика соборы (илдең иң ҙур сиркәүе), Фрукирхе сиркәүе (XI—XV быуаттар), иҫке ратуша (1857). Яңы ратуша (19381942, арх. Арне Якобсен), университет биналары комплексы иғтибарға лайыҡ. «Боронғо ҡала» музейында Данияның төрлө ҡалаларынан XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлгән 50-нән ашыу йорт йыйылған. Художество музейында — XIX—XX быуаттың дат һынлы сәнғәте. Боронғо тарих музейында бер нисә уникаль боронғо артефакттар бар. Шулай уҡ тәбиғәт, тарих фәне, медицина, янғын һәм уларҙан һаҡланыу, Ҡатын-ҡыҙҙар музейы, Орхус ҡала музейы, викингтар музейы, обсерватория һәм башҡа иҫтәлекле урындар бар. Ҡала үҙәгендә бер нисә матур фонтан урынлашҡан (уларҙың иң билдәлеһе — «Сусҡалар фонтаны» ратуша алдында 1941 йылда төҙөлгән).

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гитте Хеннинг — актриса һәм йырсы, 1973 йылда Евровидение ҡатнашыусыһы.
  • Вероника Мортенсен — джаз йырсыһы.
  • Бьёрн Страуструп — программалау C++ теле авторы.
  • Людвиг Шитте — композитор һәм пианист, Лист уҡыусыһы, күренекле педагог.
  • Йенс Кристиан Скоу — ғалим, химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1997).
  • Габриэль Аксенль — кинорежиссер, күп кенә абруйлы кинофестивалдәр премияһы номинанты.

Спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ориентирлау — 2006 йылда Орхуста ориентирлау буйынса йәйге донъя чемпионаты үтә.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндә Орхустың туғандаш ҡалалары исемлеге бирелгән:

Партнёр ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улар араһында:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]