Эстәлеккә күсергә

Осетин теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Осет теле битенән йүнәлтелде)
Осетин теле
Телдең үҙатамаһы

Ирон ӕвзаг һәм Iron ævzag

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Һинд-европа телдәре
Һинд-иран телдәре
Иран телдәре
восточноиранские языки[d]
Осетин теле
Әлифба

Кирил алфавиты һәм Осетинская письменность[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

ост 524

ISO 639-1

os

ISO 639-2

oss

ISO 639-3

oss

Был телдә Википедия

Осетин теле (осет. ирон æвзаг) — Һиндевропа тел ғаиләһендәге Иран төркөмөнә ингән тел. Ул Рәсәйҙәге Төньяҡ Осетия — Алания рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ ул Көньяҡ Осетияның рәсми теле.

Хәҙерге осетин телендә кирил әлифбаһы ҡулланыла. Унда 43 хәреф бар.

А а Ӕ ӕ Б б В в Г г Гъ гъ
Д д Дж дж Дз дз Е е Ё ё Ж ж
З з И и Й й К к Къ къ Л л
М м Н н О о П п Пъ пъ Р р
С с Т т Тъ тъ У у Ф ф Х х
Хъ хъ Ц ц Цъ цъ Ч ч Чъ чъ Ш ш
Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ю ю
Я я

Әйтелеү ҡағиҙәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуҙынҡы өндәре әйтелеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осетин телендә 5 көслө һуҙынҡы өндәре (а, е и, о, у) һәм 2 көсһөҙ һуҙынҡы өндәре (æ, ы) ла бар.

Көслө һуҙынҡы өндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А хәрефе әйтелеше урыҫ баҫымлы а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [a] тип яҙыла. Мәҫәлән, гал [gal] — башҡ. үгеҙ, бал [bal] — башҡ. сейә
Е хәрефе әйтелеше башҡортса һәм урыҫса э-гә, болгарса, сербсә һәм македонса е-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [e] тип яҙыла. Е хәрефе йотациялы түгел. Мәҫәлән, Терк — башҡ. Терек (йылға)
И хәрефе урыҫса баҫымлы и-гә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [i] тип яҙыла. Мәҫәлән, Ир — башҡ. осетин, и — башҡ. бар
О хәрефе урыҫ баҫымлы о-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [o] тип яҙыла. Мәҫәлән, бон — башҡ. көн
у хәрефе урыҫ баҫымлы у-нә яҡын. ХАФӘ-лә был өнө [u] тип яҙыла. Мәҫәлән бур — башҡ. һары (төҫ)

Көсһөҙ һуҙынҡы өндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Æ хәрефе әйтелеше өлөшләтә урыҫ баҫымһыҙ а-ға яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɐ] тип яҙыла. А һәм Æ хәрефтәре әйтелеше айырыла (мәҫәлән, дар [dar] — башҡ. тот!, дæр [dɐr] — башҡ. дә)
Ы хәрефе әйтелеше урыҫ ы-һынан айырыла, башҡортса ы-ға өлөшләтә генә яҡын. ХАФӘ-лә был өн [ɨ] тип яҙыла. Был хәреф урыҫ ноябрь һүҙендәге б һәм рь араһындағы өнгә йәки монстр һүҙенә т һәм р араһындағы өнгә яҡын. Мәҫәлән, ныр [nɨr] — башҡ. хәҙер, быру — башҡ. ҡойма[1]
  1. Әйтелеү ҡағиҙәләре сығанағы: Осетин теле дәрестәре. Беренсе дәрес — Һуҙынҡы өндәр[1].


Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.