Отто Штрандман
Отто Штрандман | |
эст. Otto August Strandman | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Эстония |
Тыуған көнө | 30 ноябрь 1875 |
Тыуған урыны | Ванду[d], Кадрина[d], Ляэне-Вирумаа[d], Эстония |
Вафат булған көнө | 5 февраль 1941 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Кадрина[d], Кадрина[d], Ляэне-Вирумаа[d], Эстония |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дипломат, юрист, адвокат, судья |
Биләгән вазифаһы | премьер-министр Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], министр иностранных дел Эстонии[d], министр сельского хозяйства Эстонии[d], ambassador of Estonia to France[d] һәм депутат Рийгикогу[d] |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург дәүләт университеты Q107484521? |
Әүҙемлек урыны | Таллин |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Эстонская рабочая партия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Отто Штрандман Викимилектә |
Отто Аугуст Штрандман (эст. Otto August Strandman, рус телле сығанаҡтарҙа Страндман тип уҡылыуы мөмкин; 30 ноябрь 1875 йыл, Ванду ауылы, Ундло улусы, Эстлянд губернаһы — 5 февраль[1] [[1941 йыл], Кадрина, Эстон ССР-ы) — эстон дәүләт эшмәкәре.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петербург университетының юридик факультетында уҡый. (1899—1901), Юрьевск университетының юридик факультетын тамамлай (1903). Тарту университетының (1928) һәм Варшава университетының почетлы хоҡуҡ докторы (1930).
1918 йылға тиклем эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университетҡа уҡырға инер алдынан Дәүләт банкының ревель контораһында эшләй. 1903—1905 Нарва һәм Ревелдә юрист була. 1904-1905 һәм 1917 йылдарҙа — Ревелдең ҡала думаһы ағзаһы. 1905 йылда революция ваҡиғаларында ҡатнаша, 1905—1909 йылдарҙа Швейцарияла эмиграцияла йәшәй. 1909—1917 йылдарҙа Ревелдә адвокат практикаһы менән шөғөлләнә. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте тарафынан Ревель округ суды прокуроры булып тәғәйенләнә. 1917—1918 йылдарҙа — Эстлянд губернаһының Ваҡытлы земство советы рәйесе.
Бойондороҡһоҙ Эстонияның дипломаты һәм сәйәсмәне
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1918 йылда— юстиция министры.
- 1918—1919 йылдарҙа — Эстонияның ваҡытлы хөкүмәте осоронда ауыл хужалығы министры. 1918 йылда германия оккупация ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
- 1919 йылдың 9 майынан 1919 йылдың 18 ноябренә тиклем — премьер-министр һәм хәрби министр.
- 1920—1921 йылдарҙа — сит ил эштәре министры.
- 1921 йыл — Рийгикогу рәйесе (парламент). Рийгикогуның беренсе — бишенсе саҡырылыш ағзаһы.
- 1924 йыл — сит ил эштәре министры, һуңынан финанс министры.
- 1927—1929 йылдар — Польша, Чехославакия һәм Румынияла Эстония илсеһе
- 1929 йылдың 9 июленән 1931 12 февраленә тиклем — дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы).
- 1933—1939 йылдар — Франция, Бельгия, Испания һәм Ватиканда Эстония илсеһе.
Эстон хеҙмәт партияһы лидерҙарының береһе була.
Вафат булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылда тыуған иленә ҡайта һәм үҙенең Кадрина утарында йәшәй. 1941 йылда НКВД-ға килеүгә саҡырыу ҡағыҙы ала, был ҡотолғоһоҙ ҡулға алыныуҙы аңлата, һәм ул атылып үлә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн беренсе дәрәжәләге өсөнсө разрядлы Азатлыҡ тәреһе
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эстонский биографический словарь. — Таллин, 2002.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ по другим данным — 16 февраля
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.