Эстәлеккә күсергә

Оҙондар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Оҙондар (Архангел районы) битенән йүнәлтелде)
Оҙондар
Оҙондар
Рәсми тел урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 525 кеше (2002)[2],
524 кеше (2009)[2],
415 кеше (2010)[3]
Валюта
Почта индексы 453041
Карта

Оҙондар (рус. Узунларово) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 524 кеше[4]. Почта индексы — 453041, ОКАТО коды — 80203850001.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 155
1865 йыл 329
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 580
1920 йыл 26 август 718
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 938
1959 йыл 15 ғинуар 936
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 559
2002 йыл 9 октябрь 525
2010 йыл 14 октябрь 415

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Дөйөм халыҡ һаны[4]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
525 524 -1 -0,19
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 14 км

Оҙондар ауылы 1764 йылда Санъяп Алаҡаев яҙмаһында телгә алына.

Оҙондар ауылы халҡы башлыса эре мөгөҙлө малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 250 кешегә 253 ат, 50 һыйыр, 400 һарыҡ, 60 кәзә тура килә. 100 умартаһы һәм 32 солоғо булған. Игенселек үҫешмәгән. 1843 йылда 56 бот ужым һәм 40 бот яҙғы иген сәселгән. 1896 йылда, уңыш булмаһа тип, ауылда мөгәзәй, бакалея кибете төҙөгәндәр. Мәсет һәм мәктәп эшләгән.

Реформанан һуңғы осорҙа ер мәсьәләһенең киҫкенләшеүе крәҫтиәндәрҙең үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшен көсәйтеүгә килтерә. XIX быуаттың 60 — 70-се йылдарында башҡорттарҙан 2 миллион дисәтинәнән ашыу ер тартып алына. Башҡортостанда киң крәҫтиән хәрәкәте батша хөкүмәтен башҡорт ерҙәрен һатыуҙы сикләргә мәжбүр итә (1878 йылдың 8 майындағы һәм 1882 йылдың 10 июнендәге закондар). Ерҙәрҙе баҫып алыу общиналағы башҡорттарҙа элеккесә киҫкен ҡаршылыҡ тыуҙыра. 1881 йылдың 23 сентябрендә Оҙондар ауыл кешеләре, алпауыт Дашков һәм Софроновтың Ҡумрыҡ-Табын улусы башҡорттарынан 15 мең дисәтинә ерҙе тартып алыуға ҡаршы ризаһыҙлыҡ билдәһе итеп, «һөжүм итеү һәм мылтыҡтан атып» ҡаршылыҡ күрһәтә[5].

  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Инйәр урамы ({{lang-ru|Инзерская (улица)})}
  • Исмәғил Ғәлиәхмәтов урамы (рус. Исмагила Галиахметова (улица))
  • Урман тыҡрығы (рус. Лесной (переулок))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Йылға урамы (рус. Речная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[6]
  • Жители башкирского села попросили укрепить берег реки, а им изменили русло. Независимая Уральская газета. 24.05.2019[7]
  • Йәшлек. 22 ғинуар 2020 йыл. Иғтибар! «Йәшлек» төп приздарҙы уйнатты[8]
  • Башҡортостан. Йәшәүҙән ниңә туялар? 03 октябрь 2012 йыл[9]
  • Ҡайтам әле ауылыма. Оҙондар. 2015 йылдың 18 февралеYouTube сайтында Видео

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]