Павлова Нина Михайловна
Павлова Нина Михайловна | |
Тыуған көнө: |
08.02.1897 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ростов өлкәһе, Сулин ҡалаһы |
Вафат булған көнө: |
15.09.1973 |
Вафат булған урыны: |
Ленинград өлкәһе Пязелево ҡасабаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
ғалим, селекционер, яҙыусы |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
проза |
Жанр: |
хикәйә, әкиәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Рекордный снимок» хикәйәһе |
Наградалары: | |
Павлова Нина Михайловна (8 февраль 1897 йыл — 15 август 1973 йыл) — СССР яҙыусыһы, ғалим-селекционер, биология фәндәре докторы. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нина Михайловна Павлова 1897 йылдың 8 февралендә Ростов өлкәһенең Сулин ҡалаһында тыуа. Атаһы — рус һәм совет металлургы, СССР Фәндәр академияһы академигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы М. А. Павлов. 1900 йылда Павловтарҙың ғаиләһе — Екатеринославҡа (хәҙер Днепр ҡалаһы), дүрт йылдан һуң Санкт-Петербургҡа күсеп килә.
Санкт-Петербург янындағы Лесной ҡасабаһындағы коммерция училищеһында түләп уҡый. Училищеға имтихан тапшырып ингәнлектән, уҡыусыларҙың әҙерлеге һәйбәт була. Уҡытыу ҡатнаш класта алып барыла. 1914—1916 йылдарҙа Н. Павлова Сәнғәткә дәртләндереү йәмғиәтендә уҡый. 1920 йылдаПетроград университетының физика-математика факультетындағы тәбиғәт бүлеген тамамлай һәм «Үҫемлектәр географияһы һәм систематикаһы» белгесе булып сыға. 1924—1927 йылдарҙа Ленинград фонетика институтында инглиз теле бүлегендә уҡый.
Н. Павлованың яҙыусылыҡ һәм ғалимлыҡ эше менән ҡыҙыҡһыныуын формалаштырыуҙа ғаиләһе ҙур роль уйнай. Уның әсәһе китапханасы булып эшләй һәм балаларында китапҡа ҡарата ихтирам уята. Аталары академик Павлов Михаил Александрович балаларының үҫеүендә үҙенсәлекле роль башҡара. Ул балалары өсөн егәрлелек өлгөһө булып тора һәм балаларында хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарау уята[1][2].
1918 йылдан алып Нина Михайловна Петроград Политехник институты янындағы тәбиғәтте өйрәнеү мәктәбендә — уҡытыусы, һуңынан Н. А. Некрасов исемендәге Педагогия институтының ботаника кафедраһында ассистент булып эшләй.
1925 йылдан алып Бөтә союз үҫемлекселек институтының (ВИР) еләк-емеш культуралары бүлегендә хеҙмәт итә. 1926—1929 йылдарҙа эше менән бер ваҡытта Ленинград дәүләт университетының Петергоф биология институтында аспирантурала уҡый. 1938 йылда ул эш һөҙөмтәләре буйынса диссертация яҡламай ғына биология фәндәре ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.
1928 йылда үҫемлектәрҙә селекция эше үткәрә. Уның эш һөҙөмтәһе булып ул сығарған яңы 24 крыжовник һәм ҡарағат сорты: Богатырь, Неосыпающаяся, Бия, Зоя, Голубка, Алтайская десертная ҡара ҡарағат[3], Щедрая ҡыҙыл ҡарағат сорты , Черныш, Изабелла, Отличник крыжовнигы — була. Неосыпающаяся сорты ГДР-ҙа районлаштырыла, Болгарияла дәүләт сортиментына индерелә, Венгрияла үрсетеүгә рөхсәт ителә. Богатырь сорты Болгарияның дәүләт сортиментына индерелгән. Щедрая сорты Финляндия менән Данияла үҫтереүгә хуплана.
1934 йылда институтҡа зоолог Лев Валентинович Бианки (Виталий Бианкиҙың ағаһы) һәм «Юный натуралист» журналы мөхәррире килә. ВИР директоры И. Вавиловтан улар балалар журналына институттың эше тураһында мәҡәләләр яҙырлыҡ институт хеҙмәткәрен тәҡдим итеүен һорай. Н. Иванович стена гәзитенә юмористик шиғырҙар яҙыусы Н. М. Павлованы уларға тәҡдим итә. Н. Павлова үҙ өйөндә «әҙәби мәктәп» булдырған Виталий Бианкиҙың мәктәбенә инә. Был мәктәптә Николай Сладков, Алексей Ливеровский, Зоя Пирогова, Кронид Гарновский, Святослав Сахарнов, Борис Житков һ. б. уҡый һәм аҙаҡ билдәле яҙыусы булып китә. В. В. Бианки яҙа башлаған Н. Павлованың остазы һәм етәксеһе була[4]. Виталий Валентинович был вазифаны намыҫлы рәүештә үтәй. Ул һәр әңгәмәгә ентекле әҙерләнә, бик күп иҫкәрмәләр яһай, сюжет үҫеше формаларын ентекле аңлата, әҫәрҙе нисек дөрөҫ башларға һәм тамамларға, әҫәрҙә күрһәтелгән осорҙо нисек сағылдырырға өйрәтә. Виталий Валентинович Бианки ярҙамында Н. М. Павлова үҙенең беренсе «Рекордный снимок» хикәйәһен (1935) яҙа.
Нина Михайловна әҙәби әҫәрҙәрен почта аша Бианкиға уҡырға ебәрә, ҡайһы саҡ ҡулъяҙмаларын үҙе килтерә. Бианки уларҙы мөхәррирләй. Н. М. Павлова киҫкен быуын ревматизмы менән ауырыған ваҡытта В. В. Бианки хаттары уның өсөн ҙур ярҙам була.
1942 йылда уны Ойрот-Тураға (хәҙерге Горно-Алтайск), Алтай зона емеш-еләк тәжрибә станцияһына эшкә ебәрәләр. Унда Н. Павлова Себерҙә үҫкән ҡырағай еләктәр өҫтөндә эшләй, ә 1945 йылдан алып ВИР-ҙа еләк культураларын тикшерә. 1951 йылда «СССР-ҙа ҡара ҡарағат» монографияһы материалдары буйынса фән докторы ғилми дәрәжәһен ала.
1959—1967 йылдар буйына емеш культуралары бүлегендә мөдир булып эшләй. 1973 йылдың 15 сентябрендә Пязелево ҡасабаһында вафат була. Ленинград өлкәһенең Антропшино ҡасабаһында ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфолог ғалим, систематик һәм селекционер Н. М. Павлова балалар яҙыусыһы булараҡ билдәлелек ала, ул әкиәттәр, балалар өсөн хикәйәләр һәм очерктар авторы. 1935 йылда ул балалар араһында үҙе яратҡан фәнен популярлаштырыу өсөн балалар әҙәбиәтенә килә.
1935 йылда уның беренсе хикәйәһе «Рекордный снимок» баҫылып сыға. Һуңынан «Большое чудо», «Живая бусинка», «Желтый, белый, лиловый», «Мышонок заблудился», «Хитрый одуванчик» хикәйәләрен яҙа. «Чиж», «Пионер», «Мурзилка», «Юный натуралист» балалар журналында уның хикәйәләре баҫыла. Яҙыусының әҫәрҙәре фәнни дөрөҫлөгө, балаларҙың аңына барып етеүе менән айырылып тора. Үҙ әҫәрҙәрендә һеркәләнеү, туҡланыу, мимикрия, бөжәктәр һәм үҫемлектәрҙең үҙ-ара бәйләнешен ул ғилми терминдарһыҙ ғына, мауыҡтырғыс хикәйәләр рәүешендә аңлатып бирә.
Нина Михайловна күп йылдар буйына үҙенең остазы В. Бианки менән хеҙмәттәшлек итә, уның «Лесная газета» китабының туғыҙынсы баҫмаһы өсөн 28 хикәйә яҙа, ай һайын балалар өсөн сығарылған «Вести из леса» радиотапшырыуҙарында ҡатнаша.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены(1954) — фәнни, педагогик һәм ғәмәли эшмәкәрлеге өсөн.
- «Почёт билдәһе» ордены (1966).
- «Социалистик ауыл хужалығы отличнигы» билдәһе, ВДНХ миҙалдары.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙыусының түбәндәге әҫәрҙәре сығарыла:
- Павлова Н. Бабочки: [для дошкольного возраста] / Н. Павлова; рис. Н. Яцкевич. — М.: Гос. изд-во дет. лит. м-ва просвещения РСФСР, 1961. — 19, с.: цв. ил. (моя первая зоология)
- Павлова Н. Живая бусинка: сказки: [для дошкольного возраста] / Н. Павлова; рис. Л. Рыбченковой. — М.: Детская литература, 1970. — 15, с.: ил. (Мои первые книжки)
- Павлова Н. Загадки цветов: [для младшего возраста] / Н. Павлова; [рис. Е. В. Бианки]. — Л.: Детская литература, 1977. — 93, с.: ил.
- Павлова Н. Земляничка: [для дошкольного возраста] / Н. Павлова; рис. Н. Чарушина. — М.: Гос. изд-во дет. лит. м-ва просвещения РСФСР, 1962. — 8, c: цв. ил.
- Павлова Н. Зимние гости: сказки / Н. Павлова: рис. Е. Бианки. — Л.: Гос. изд-во дет. лит. м-ва просвещения РСФСР, 1960. — 34, с.: цв. ил.
- Павлова Н. Зимние сказки: [для дошкольного возраста] / Н. Павлова; рис. Н. Чарушина. — Л.: Гос. изд-во дет. лит. м-ва просвещения РСФСР, 1961. — 19, с.: цв. ил.
- Павлова Н. Крылатка-неудачница: сказка: [для дошкольного возраста] / Н. Павлова; рис. Н. Холодовской. — М. Детская литература, 1973. — 11, с.: цв. ил.
- Павлова Н. Не увидели — увидим. Рассказы и сказки/ Н. Павлова; рис. В.Алфеевского.—М.: Детская литература, 1976.—96 с.: ил.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Донской временник. Год 1997-й. / Донская государственная публичная библиотека; Отдел краеведения; Составители: Т. Н. Бугаева, Н. Н. Зайцева. — Ростов н/Д, 1996. — С.23.
- Разова В. Биограф природы // О литературе для детей. Вып. 9. Л., 1964. С. 123—138.
- Зелёные страницы: Хрестоматия по экологии для начальной школы / сост. Святослав Сахарнов; худож. Татьяна Капустина. — Санкт-Петербург: Детгиз, 2005. — С.8.
- Книги — детям: сборник материалов в помощь учителям, библиотекарям и пионерским вожатым / сост. И. Балаховская и Н. Пильник. — М.: Детская литература, 1976. — С.106-107.
- Любина З. [Павлова Н. М.] / З. Любина // Дошкольное воспитание. — 1954. — № 8. — С.36.
- Павлова Н. М. Воспоминания литературной дочери / Н. М. Павлова // Жизнь и творчество Виталия Бианки / сост. Бианки В. Н. — Л.: Детская литература, 1967. — С.65-86.
- Писатели Ленинграда: биобиблиографический справочник. 1934—1981. — Л., 1982. — С.229.
- Советские детские писатели: биобиблиографический словарь (1917—1957). — М.: Детгиз, 1961. — С.287.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павлова Нина Михайловна. Библиотека Красносулинского района.
- Нина Михайловна Павлова (08.02.1897 — 15.08.1973) 2017 йыл 19 июнь архивланған.. Ростовская областная детская библиотека им. В. М. Величкиной.
- В. Л. Парапонова. "Переводчик с бессловестного. Детская писательница Нина Михайловна Павлова