Панин Пётр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Панин Пётр Иванович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Принадлежность Рәсәй империяһы
Титул граф[d]
Тыуған көнө 1721
Тыуған урыны Мәскәү губернаһы[d], Калуга провинцияһы[d], Мещовск өйәҙе[d], Вязовна[d]
Вафат булыу көнө 15 (26) апрель 1789
Вафат булған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Дугин[d]
Бер туғандары Никита Иванович Панин[d]
Хәләл ефете Мария Родионовна Панина[d]
Балалары Никита Петрович Панин[d]
Нәҫеле Панины[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
кавалер ордена Святого Александра Невского орден Чёрного орла орден Святого апостола Андрея Первозванного золотое оружие с надписью «За храбрость» 1-се дәрәжә Изге Георгий ордены
Хәрби звание генерал-аншеф[d], генерал-майор[d] һәм генерал-поручик[d]
Commons-logo.svg Панин Пётр Иванович Викимилектә

Граф Панин Петр Иванович (1721, Калуга провинцияһы, Вязовна, — (15 апрель 1789, Мәскәү) — генерал-аншеф һәм сенатор, Паниндар нәҫеленән, Павел Петровичтың тәрбиәсеһе Никита Иванович Паниндың ҡустыһы, дипломаттар И. И. Неплюевтың һәм Б Куракиндың ҡәйнеше. Ете йыллыҡ һуғышта дан-шөһрәт ҡаҙана, уның артынса Төрөктәр менән һуғышта Бендеры ҡәлғәһен яулап ала. Артабан Пугачев ихтилалын баҫтырыу һәм Пугачевты ҡулға алыу менән командалыҡ итә. Михалков һәм Дугин имениеларының хужаһы.

Хәрби карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1736 йылда хеҙмәтен Измайлов лейб-гвардия полкы полкында һалдат булып башлай, шул уҡ йылда офицер дәрәжәһе бирелә һәм ул Ҡырым татарҙарына ҡаршы һуғышҡан армияға йүнәлтелә. Әлеге армия менән Перекопты һәм Баҡсаһарайҙы алыуҙа ҡатнаша; артабан шведтарға ҡаршы һуғышҡан фельдмаршал Ласси командалығы аҫтында хеҙмәт итә, ә Ете йыллыҡ һуғыштың башында генерал-майор дәрәжәһендә була.

Айырыуса Гросс-Егерсдорф һәм Цорндорф алыштарында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. 1757 йылдың 29 авгусында Изге Александр Невский ордены менән бүләкләнә. 1759 йылда Кунерсдорфта еңеүгә төп сәбәпсе була һәм генерал-поручик чинына лайыҡ була. 1760 йылда Чернышев, Тотлебен һәм Лассиҙар менән бергә Берлинды алыуҙа ҡатнаша, Кёнисберг генерал-губернаторы сифатында Көнсығыш Пруссия менән идара итә һәм Померанияла һәм Голштинияла урыҫ ҡоро ер һәм диңгеҙ ғәскәрҙәре менән командалыҡ итә.

Екатерина Икенсе осорондағы хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Панин 21 йәшендә. Рәссам И. Я Вишняков

Екатерина II тәхеткә ултырғандан һуң (1762) П. И. Панин генерал-аншеф дәрәжәһенә күтәрелә һәм сенатор һәм советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә; 1767 йылдың 1 ғинуарында Изге апостол Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнә; 1767 йылдың 22 сентябрендә граф дәрәжәһе бирелә. 1769 йылда төрөктәргә ҡаршы һуғышҡан 2-се армия менән етәкселек итә. Бендеры ҡәлғәһе янында дошманды тар-мар итеп, Ҡырым татарҙарының Рәсәйҙең көньяҡ сиктәренә һөжүм яһауын туҡтата. 1770 йылда Бендеры ҡәлғәһен яулап ала. Ошо арала ул Буджак, Белгород һәм Едисан татарҙарын Рәсәй хакимлығы аҫтына күсеүгә күндерә; һуңынан Аккерман ҡәлғәһенең бирелеүенә булышлыҡ итә.

Әлеге ҡаҙаныштары өсөн 1770 йылдың 8 октябрендә Панин I дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә, әммә императрица ҙур юғалтыуҙар (алты меңгә тиклем) һәм ҡаланың емерелеүе менән ҡәнәғәт булмай. Эшһеҙ ҡалған Панин барыһын да һәм бөтәһен дә тәнҡит утына тота, шуға күрә екатерина хатта уның өҫтөнән күҙәтеү ойоштора.

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы башланғас, Потемкин һәм Никита Иванович Паниндар тырышлығы арҡаһында (Бибиковтың вафатынан һуң) Панин яңынан хәрби майҙанға ҡайтарыла. Батшабикә уны бөтә Пугачевҡа ҡаршы һәм Ҡаҙан, Ырымбур һәм Түбәнге Новгород губерналары өҫтөнән ғәскәрҙәр етәксеһе итеп тәғәйенләй. Баш күтәреүселәр араһында Панин «императорҙың» тәрбиәсеһенең ҡустыһы булараҡ «батшаны икмәк-тоҙ менән ҡаршы алырға» тигән имеш-мимештәр тарала. Паниндың тәғәйенләнеүенән һуң Пугачевтың армияһы ҡыйратыла, ә Пугачев ҡулға алына. Панин айырыуса бөлгөнлөккә төшкән губернияларҙың тергеҙелеүенә, аслыҡты булдырмауға һәм урындағы администрацияның эшлекһеҙлегенә, ришүәтселегенә иғтибарын йүнәлтә.

Боланы баҫтырғаны өсөн Панин маҡтау грамотаһы, Изге апостол Андрей Первозванный орденына алмаз билдәләре һәм 60 мең һум аҡса менән бүләкләнә.

Отставкалағы тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Панин 1760 йылда. Рәссамы Г. Сердюков

1775 йылдың көҙөнән алып П. И. Панин, һаулығына ҙарланып, дәүләт эштәренән ситләшә. Ҡайһы бер тәҡдим ителгән почетлы вазифаларҙан баш тарта, әммә шул уҡ ваҡытта, уны хәл иткес мәлдәрҙә генә хеҙмәткә саҡыралар, тип үпкәләй.

Панин күп нәмәгә тәнҡит күҙлегенән ҡарай, ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, бер ҡасан да батша һарайындағы интригаларға ҡушылып бармай һәм батшабикәгә ҡаршы булмай.

1789 йылдың 15 апрелендә Панин Петр Иванович көтөлмәгәндә вафат булып ҡала. Бөйөк кенәз Павел Петрович һәм уның ҡатыны уның вафаты айҡанлы улы Никита Петровичка хат ебәрәләр, ә императрица, замандаштарының иҫләүенсә, Паниндың вафатына бер нисек тә үҙ ҡарашын белдермәй.

П. И. Панин, иҫән саҡта әйткән васыятына ярашлы, Смоленск губернаһындағы Дугин ауылындағы сиркәүҙә ерләнә.

Шәхси сифаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сенаторҙар араһында Екатеринаға асыҡтан-асыҡ үҙ фекерен әйтә алған кеше була. Үҙ заманы өсөн гуманлылыҡ менән айырылып тора: язалауҙар, алпауыттарҙың башбаштаҡлығы, старообрядсыларҙы ҡыҫырыҡлау менән ҡырҡа риза булмай. Шәхси тормошта граф Панин — өлгөлө ир, атай; туғандарына ҡарата миһырбанлы була.

  1. 1747 йылда 8 февралдә фрейлина, Петербург градоначальнигы А. Д. Татищевтың ҡыҙы Анна Алексеевна Татищеваға (1729-27.10.1764) өйләнә. Анна 17 бала таба, сабыйҙары бала саҡта үләләр. Үпкә сиренән вафат була.
  2. 1767 йылдың 29 апрелендә фрейлина, генерал-майор Р. К. фон Вейделдең ҡыҙы Мария Родионовна Вейделгә өйләнә (1746-23.04.1775), Петр Иванович ҡатынын бик ярата, һуғышҡа ла үҙе менән алып йөрөй. Бишенсе бала тапҡан саҡта үлә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алексеев Ю. Потомству в пример: О ген.-аншефе рус. армии П.И.Панине // Военные знания. — 1997. — № 3. — С. 14-15.
  • Ҡалып:ВТ-РБС+
  • Георгиевские кавалеры: Сборник в 4 т. Т. 1: 1769—1850 / Сост. А. В. Шишов. — М.: Патриот, 1993. -С.51-- 54.
  • Знаменитые россияне XVIII—XIX веков: Биографии и портреты. По изд. вел. кн. Николая Михайловича «Русские портреты XVIII и XIX столетий» / Сост. Е. Ф. Петинова. — 2-е изд. — СПб.: Лениздат, 1996. — С. 337—338.
  • Кавалеры ордена святого Георгия Победоносца / Сост. С. Григорьев, В. Захаров. — СПб.: НКПЦ «Хронограф», 1994. -С. 69-76.*
  • Крестьянская война 1773—1775 гг. в России. (Восстание Пугачева): Документы из собрания Гос. ист. музея. — М.: Наука, 1973. — 440 с.
  • Лебедев П. С. Графы Никита и Петр Панины. — СПб.: тип. Д. Е. Кожевникова, 1863. — 375 с.
  • Панин, Петр Иванович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Панин П. И. Наставление от предводителя Второй армии генерал-аншефа… графа Панина войску, ему врученному на предводительство в наступательные действия против войска турецкого. — М.: Университ. тип., 1770.-15 с.
  • «Русские портреты XVIII и XIX столетий», выпуск 2, № 106
  • Уханов И. Судьба полководца // Сын Отечества. — 1993. — № 39. — С. 8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]