Перл Бак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Перл Бак
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Pearl Sydenstricker Buck
ингл. Pearl Comfort Sydenstricker[3]
Фамилия Бак[d]
Псевдоним Pearl S. Buck[3]
Тыуған көнө 26 июнь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[4][2][5][6][7][8][9][10]
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Көнбайыш Виргиния, Покахонтас[d], Хилсборо[d][4][11]
Вафат булыу көнө 6 март 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][5][6][7][8][9][10] (80 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Вермонт, Ратленд[d], Danby[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Причина смерти рак лёгкого[d]
Атаһы Absalom Sydenstricker[d][3]
Хәләл ефете John Lossing Buck[d]
Һөнәр төрө тәржемәсе, романист, автобиограф, правозащитник, сценарий яҙыусы, журналист, детский писатель, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө Культура Китая[d]
Эш биреүсе Нанкин университеты
Ойошма йәки клуб ағзаһы Американская академия искусств и литературы[d] һәм Общество Phi Beta Kappa[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Корнеллский университет[d]
Randolph–Macon College[d][3]
Ҡултамға
Commons-logo.svg Перл Бак Викимилектә

Перл Бак, тыумыштан Сайденстрикер (ингл. Pearl Sydenstricker Buck; ҡытайса исеме 赛珍珠, Sài Zhēnzhū; 26 июнь 1892 — 6 март 1973) — Америка яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Миссионер ҡыҙы, бала сағы һәм йәшлеге Ҡытайҙа үтә, был ил уны ижадҡа илһамландыра.

1938 йылда «Ҡытай крәҫтиәндәре тормошон күп яҡлы, ысын мәғәнәһендә эпик һүрәтләгәне өсөн һәм биографик шедеврҙары өсөн» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы ала. Ҡытайҙа уны йышыраҡ Ҡытай яҙыусыһы тип иҫәпләйҙәр[12].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Перл Сайденстрикер 1892 йылдың 26 июнендә Көнбайыш Виргиния штатының Хилсборо ҡалаһында тыуа. Ата-әсәһе миссионер була һәм туйҙары үткәс тә Ҡытайға китәләр. Әсәһе ауырға ҡалғас, ҡабат АҠШ-ҡа ҡайталар. Перл тыуып, өс айлыҡ булғас, яңынан Ҡытайға киләләр һәм Нанкин тирәһендә төпләнәләр.

Ҡытайҙа ихтилал башлана һәм сит ил кешеләренә унда ҡалыу хәүефле була. Перлдың атаһы китергә ашыҡмай, ул ғаиләһе менән Шанхайға күсә.

Перл Ҡытайҙа Miss Jewell’s School мәктәбенә йөрөй, әммә класташтарының расистик ҡарашлы булыуы арҡаһында уны ташлай. Перл инглиз телен, ҡытай теленең ерле диалектын һәм классик ҡытай телен белә. Ул күп уҡый, айырыуса Чарльз Диккенс романдары менән мауыға, әммә атаһы быны хупламай.

1911 йылда Перл АҠШ-ҡа китә, Виргиния штатында ҡатын-ҡыҙҙар колледжында уҡый. 1914—1933 йылдарҙа миссионерлыҡ эше менән була, ләкин уның ҡараштары үҙгәрә һәм ул миссионерлыҡтан баш тарта.

1914 йылда Перл Ҡытайға килә. Унда 1917 йылдың майында миссионер Джон Бакҡа кейәүгә бара, улар Сучжоуға күсенә. «Ер» һәм «Улдар» тигән романдарында ошо төбәкте һүрәтләй.

1920 йылда икеһе лә Нанкинда университетта уҡыталар. 1921 йылда яҙыусының әсәһе вафат була. 1924 йылда улар ҡабат АҠШ-ҡа ҡайта. Перл Корнелл университеты магистры дәрәжәһен ала. 1925 йылда Перл Дженис тигән ҡыҙсыҡты уллыҡҡа ала, көҙ ғаилә ҡабат Ҡытайға китә.

Һуғыш башланғас, уға ғаиләһе менән фәҡир ҡытайҙарҙың йорттарында йәшенеп көн күрергә тура килә, уларҙы Америка ғәскәрҙәре ҡотҡара. Перл Шанхайға, унан Японияға китә, бер йылдан тағы Ҡытайға килә. 1927 йылдан ул үҙен тулыһынса әҙәби эшкә бағышлай. Никахы ҡаҡшай, ә ҡыҙы ауыр сирле була. 1929 йылда Перл АҠШ-ҡа ҡайта. Нью-Йорк нәшерсеһе Ричард Уолш уның «Көнсығыш еле, көнбайыш еле» тигән китабын баҫмаға ала. Перл «Ер» тигән китабын яҙып бөтөр өсөн ҡабат Ҡытайға килә, 1934 йылда Америкаға бөтөнләйгә ҡайта һәм башҡаса Ҡытайға бармай.

1935 йылда яҙыусы беренсе ире менән айырыла һәм Ричард Уолшҡа сыға. Ғүмеренең ахырына тиклем ире менән Пенсильванияла йәшәй. 1973 йылдың мартында үпкә яман шешенән вафат була.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Романдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Көнсығыш еле, көнбайыш еле (ингл. East Wind:West Wind, 1930)
  • Ер (ингл. The Good Earth, 1931, Пулитцер премияһы)
  • Улдар (ингл. Sons, 1933)
  • Тарҡалып барған йорт (ингл. A House Divided, 1935)
  • This Proud Heart (1938)
  • Ҙур тулҡын (ингл. The Big Wave, 1938)
  • Dragon Seed (1942)
  • Pavilion of Women (1946)
  • Peony (1948)
  • Өлкәнәймәгән бала (ингл. The Child Who Never Grew, 1950)
  • God’s Men (1951)
  • Come, My Beloved (1953)
  • Император ҡатын (ингл. Imperial Woman, 1956)
  • China Sky (1956)
  • Пекиндан хат (ингл. Letter from Peking, 1967)
  • The Living Reed (1963)
  • Ваҡыт — төштән кире (ингл. The Time is Noon, 1966)
  • Matthew, Mark, Luke and John (1967)
  • Мадам Ляндең өс ҡыҙы (ингл. The Three Daughters of Madame Liang, 1969)

Биографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыуылыу (ингл. The Exile, 1936)
  • Алышыусы фәрештә (ингл. Fighting Angel, 1936)

Автобиографиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • My Several Worlds (1954)
  • A Bridge For Passing (1962)

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Перл Бак халыҡ-ара уллыҡҡа алыу тарихында һиҙелерлек роль уйнай. 1949 йылда ул донъяла беренсе халыҡ-ара уллыҡҡа алыу агентлығын (Welcome House) аса. Азиат расаһы һәм ҡатнаш ҡанлы балаларға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ул саҡта уллыҡҡа бала алыу Америка йәмғиәтендә популяр булмай. Әлегә тиклем раса-ара балаларҙы уллыҡҡа алыу буйынса махсуслашҡан Перл Бак исемендәге фонд эшләй[13].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118516817 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 (not translated to ru), (not translated to ru), (not translated to ru) The Feminist Companion to Literature in English — С. 154. — ISBN 978-0-300-04854-4
  4. 4,0 4,1 Краткая литературная энциклопедияМ.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
  5. 5,0 5,1 Encyclopædia Britannica
  6. 6,0 6,1 SNAC
  7. 7,0 7,1 Internet Broadway Database — 2000.
  8. 8,0 8,1 Internet Speculative Fiction Database — 1995.
  9. 9,0 9,1 Discogs — 2000.
  10. 10,0 10,1 (unspecified title)
  11. Бак Перл // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  12. Meyers, Mike Pearl of the Orient (англ.) // New York Times. — 5 марта 2006.
  13. Владимир Абаринов Кого наказываете, господа?. — Международный ежемесячник «Совершенно секретно».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лауреаты Нобелевской премии: Энциклопедия: Пер. с англ.- М.: Прогресс, 1992.
  • Peter J. Conn. Pearl S. Buck: A Cultural Biography. Cambridge England ; New York: Cambridge University Press, 1996. ISBN 0521560802
  • Hilary Spurling, Burying the Bones: Pearl Buck in China (London: Profile, 2010) ISBN 9781861978288
  • Nora B. Stirling, Pearl Buck, a Woman in Conflict (Piscataway, NJ: New Century Publishers, 1983)
  • Elizabeth Johnston Lipscomb, Frances E. Webb and Peter J. Conn, eds., The Several Worlds of Pearl S. Buck: Essays Presented at a Centennial Symposium, Randolph-Macon Woman’s College, March 26-28, 1992. Westport, CT: Greenwood Press, Contributions in Women’s Studies, 1994. ISBN 0313291527
  • Liao Kang. Pearl S. Buck: A Cultural Bridge across the Pacific. (Westport, CT, London: Greenwood, Contributions to the Study of World Literature 77, 1997). ISBN 0-313-30146-8.
  • Xi Lian. The Conversion of Missionaries: Liberalism in American Protestant Missions in China, 1907—1932. (University Park: Pennsylvania State University Press, 1997). ISBN 027101606X