Эстәлеккә күсергә

Петрова Ольга Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петрова Ольга Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 21 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Любар[d], Любарский район[d]
Вафат булған көнө 4 февраль 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны Хмельницкий өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө иретеп йәбештереүсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Петрова Ольга Григорьевна (21 ноябрь 1921 йыл4 февраль 1974 йыл) — СССР-ҙың машиналар эшләү алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).

Ольга Григорьевна Петрова 1921 йылда Волын губернаһы Новоград-Волын өйәҙенең Любарский улусы Любар ҡасабаһында тыуған[1]. Мәктәпте тамамлағандан һуң Любар ҡасабаһында черепица һәм кирбес етештереү заводында эшләй башлай.

1953 йылда Хмельницкий өлкәһенең Городок ҡасабаһына күсә. Ф.Э. Дзержинский исемендәге станоктар эшләү заводында электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй башлай[1]. Предприятие ағас эшкәртеү һәм рейсмус станоктары етештерә.

«Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 50 йыллығы уңайы менән хеҙмәттәге ҙур ҡаҙаныштары һәм айырыуса емешле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн», СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 7 мартындағы Указы менән Петрова Ольга Григорьевнаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Был заводта эшләүен артабан да дауам итә[1].

Городок ҡасабаһында йәшәй. 1974 йылдың 4 февралендә вафат була. Ҡала зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (07.03.1960)
  • Ленин ордены (07.03.1960)
  • башҡа миҙалдар.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кирилл Осовик. Петрова Ольга Григорьевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 апрель 2020.