Плюшар Адольф Александрович
Плюшар Адольф Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1806[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 23 март (4 апрель) 1865[1] |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1] |
Ерләнгән урыны | Выборгское римско-католическое кладбище в Санкт-Петербурге[d] |
Атаһы | Плюшар Александр Иванович[1] |
Бер туғандары | Евгений Александрович Плюшар[d] |
Һөнәр төрө | книгопечатник, тәржемәсе |
Адо́льф Алекса́ндрович Плюша́р (франц. Adolphe Pluchart; 1806, — 23 март [4 апрель] 1865) — Рәсәйҙең XIX быуаттағы билдәле нәшриәтсеһе.
1836 йылда Н.В. Гоголдең «Ревизорын», «Фауст трагедияһының» тәржемәһен(1838) нәшер итә[2]). Шулай уҡ Рәсәйҙә беренсе энциклопедия - тамамланмай ҡалған «ru:Энциклопедический лексикон»ды сығара башлай (1835—1841)[3][4]
Ағаһы Евгений Плюшар (1809 — яҡ. 1880).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адольф Александрович типограф, литограф, рәссам А. И. Плюшар (1777—1827) ғаиләһендә донъяға килгән. Адольф Петербургта Муральт пансионында уҡыған, Парижда типография сәнғәтенә өйрәнгән. Атаһы 1827 йылда вафат булғас, башта уның эшен әсәһе Генриэтта Плюшар дауам итә, мәгәр тиҙҙән типографияға етәкселек итеү Адольф Плюшар ҡулына күсә.
Замандаштары иҫтәлектәренән күренеүенсә, ул аҡыллы, эшлекле һәм тәүәккәл кеше булған. Плюшар иғтибар яулай, ҡала үҙәгендә китап магазины аса. Магазин «Француз әҙәби салоны» тип аталған. Бында Петербург интеллигенцияһы — нәшриәтселәр, рәссамдар, ғалимдар, артистар, яҙыусылар йыш йыйыла. [5]
Ул типографияны матур баҫмалар сығарыу өсөн ҡулайламалар менән йыһазландырған, һәм йыш ҡына күп томлы китаптар сығарған
А. А. Плюшар Рәсәй әҙәбиәтенә нәшриәтсе булараҡ ҙур өлөш индерә. Яҙыусы булараҡ ҡатнашмай тиерлек: төрлө библиографик фекерҙәргә генә полемик яуаптары булыуы билдәле ( мәҫәлән, «Ответ издателя „Энциклопедического Лексикона“ на статью „Северной Пчелы“» (Греча), № 298—300 (1836 г.) — «Литературные Прибавления к Русскому Инвалиду» 1837 йыл, № 2 һәм 4; шул юҫыҡтағы мәҡәлә 1848 йылда ла сыҡҡан булған).
Санкт-Петербургта Выборг католик зыяратында ерләнгән.
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй рәссамдары башҡорттарҙың ошо шөғөлө тураһында бер нисә һүрәт төшөргән, улар араһында А. А. Плюшарҙың "Башкирская беркутовая охота" (Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеүе) тип аталғаны ла бар.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Плюшар, Адольф Александрович (урыҫ) // Русский биографический словарь / под ред. А. А. Половцов — СПб.: 1905. — Т. 14. — С. 133—134.
- ↑ В переводе Эдуарда Губера (1814—1847)
- ↑ 6. Дом Косиковского — Невский проспект, дом 15 — Статьи — Каталог статей — Купцы Елисеевы. Этапы большого пути . Дата обращения: 26 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Дом Чичерина (Невский пр., 15) — история и фотографии — Прогулки по Петербургу
- ↑ Б. Самородов. Петербургские книгоиздатели Плюшары 2005 йыл 17 декабрь архивланған. — Вести из прошлого 15/06/2004 — RuPrint.Ru
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Некролог в «Иллюстрированной газете», 1865, № 13.
- Воспоминания И. И. Панаева, ч. I, стр. 48—53;
- «Иллюстрированная Газета» 1865 г., № 13, стр. 207—208;
- Месяцеслов на 1866 г. М., 1866 г., стр. 101—102;
- «Рус. Архив» 1870 г., № 7, столб. 1247—1272 (H. И. Грота); № 10, столб. 1940—1942 (М. Н. Лонгинов); 1882. № II, стр. 275 и сл.;
- Краткий обзор книжной торговли Глазуновых. СПб., 1882 г., стр. 64—65;
- «Русская Старина» 1889 г., № 9, стр. 539; 543, 545; № 10, стр. 103—104 (А. В. Никитенко;
- то же в его «Записках»);
- «Заря» 1871, № 4 (В. П. Бурнашев);
- «Историч. Вестник» 1888, № 5, стр. 439 и сл. (Старый библиограф);
- «Собрание мнений митроп. Москов. Филарета», том дополнительный, стр. 450—451;
- «Москвитянин» 1853 г., № 5, отд. V, стр. 12—18;
- «Сборник Московской Иллюстрированной Газеты», М. 1891 г. стр. 89 и сл.
- Плюшар, Адольф Александрович // Перу — Полуприцеп [Электронный ресурс]. — 2014. — С. 462. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 26). — ISBN 978-5-85270-363-7.
- Андерсон В. Л. Семейство Плюшар — типографы(недоступная ссылка) // «Русский библиофил», 1911, № 1.
- Рудаков В. Е. Плюшар, Адольф Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)