Позан Юрий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Позан Юрий Михайлович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 29 май (10 июнь) 1899
Вафат булған көнө 9 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш биреүсе Иркутск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Томск дәүләт университеты

Позан Юрий Михайлович (29 май 1899 йыл — 9 август 1938 йыл) — СССР юрисы Свердловск юридик институтының беренсе ректоры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Позан Михайлович Позан 1899 йылы 29 майында Иркутск губернаһы Канск ҡалаһында тыуған. Башланғыс белемен реаль гимназияла ала, уны 1917 йылда тамамлай. Бынан һуң Томск дәүләт университетының медицина факультетына уҡырға инә, граждандар һуғышы башланыу сәбәпле уны тамамлай алмай. 1919 йылда Аҡ Армияға саҡырыла, унда Томск ҡалаһында фельдшер булып хеҙмәт итә.[1].

Армиянан өс айҙан ҡасып ҡайта, унан һуң университетҡа кире уҡырға килә, 1922 йылда Томск университетының медицина һәм хоҡуҡи факультеттарын тамамлай.

Томск губерна профсовет дисциплинар суды рәйесе булып эшкә урынлаша. 1922 -1923 йылдарҙа Иркутск университетын студенттар эштәре буйынса секретариат мөдире һәм уҡытыусы вазифаһын биләй.[1].

1923-1924 йылдарҙа Иркутск ҡулланыусылар кооперацияһы бүлегендә эшләй[1].

1930-сы йылдарҙа Советтар Союзы үҙ фәнни кадрҙарҙы булмауы проблемаһы менән осраша, шул иҫәптән юридик йүнәлештәге кадрҙар булмауына ҡытлыҡ кисерә. Был проблеманы хәл итеү өсөн 1931 йылдың 20 апрелендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты «Совет төҙөлөшө өсөн эшселәр кадрҙары әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса саралар тураһында» ҡарар сығара, илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары факультеттарында был йүнәлештә тар махсуслаштырылған бүлектәр асыу күҙ уңында тотола[2].

1931 йылда Юрий Михайлович Позан Иркутск дәүләт университетының хоҡуҡ факультетынан бүленгән Иркутск совет хоҡуҡ институты директоры итеп тәғәйенләнә[2].

1934 йылда уҡыу йортон Свердловскиға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Свердловскиға институт менән бергә йәш директор Юрий Михайлович Позан һәм 15 уҡытыусы күсеп килә. 1937 йылда Свердловск совет хоҡуҡ институты Свердловск юридик институты итеп үҙгәртелә[2].

1938 йылдың апрелендә уҡыу йорто диуарында террористик һәм контрреволюцион ойошма булдырыуҙа ғәйепләнеп Позан ҡулға алына, 1938 йылдың 9 авгусында атыуға хөкөм ителә, шул уҡ көндә ҡабул ителгән ҡарар үтәлә[3].

1958 йылда Позан Юрий Михайлович аҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Позан Юрий Михайлович (билдәһеҙ). naukaprava.ru. Дата обращения: 17 сентябрь 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 СМЫКАЛИН АЛЕКСАНДР СЕРГЕЕВИЧ УРАЛЬСКАЯ ЮРИДИЧЕСКАЯ ШКОЛА (К 80-ЛЕТИЮ СЮИ-УРГЮА) // Государство и право. — 2011. — В. 4. — ISSN 0132-0769.
  3. 3,0 3,1 Позан Юрий Михайлович (1899)  (рус.). 17 сентябрь 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Свердловск юридик институты ректоры — Урал дәүләт юридик академияһы. 1931—2006 йылдар: Позан Юрий Михайлович (1899—1938) // Тарих һәм хәҙерге заман. 75 йыл — Урал дәүләт юридик академияһына. — Екатеринбург, 2006. — 286—290 б.: фото.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]