Эстәлеккә күсергә

Попова Вера Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попова Вера Николаевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 июль (12 август) 1889
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Хәләл ефете Анатолий Петрович Кторов[d]
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
 Попова Вера Николаевна Викимилектә

Попова Вера Николаевна (1889—1982) — рус һәм совет театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1948).

Вера Николаевна Попова 1889 йылдың 12 авгусында (31 июль) Мәскәүҙә тыуған.

Мәскәүҙең данлыҡлы В. Н. фон Дервиз гимназияһында уҡый.

1908—1909 йылдарҙа А. И. Адашевтың драма курстарында, ә 1909—1910 йылдарҙа — И. Р. Пельтцерҙың театр мәктәбендә уҡый.

1910 йылдан П. М. Медведев төркөмө артисы; шулай уҡ Двинск, Витебск, Киев, Екатеринодар, Дондағы Ростов театрҙарында уйнай.

1920—1921 йылдарҙа күсмә драма Театрҙа, «Аквариум» театрында (Мәскәү ҡалаһы) эшләй.

1922 йылдан — В. Г. Сахновский етәкселегендәге Мәскәү драма театрында.

1923—1933 йылдарҙа Корш Театры, Н. Н. Синельников (Синельников, Николай Николаевич) етәкселеге аҫтында Харьков театры артисы.

1933—1964 йылдарҙа — М. Горький исемендәге МХАТ артисы. 1964 йылдан хаҡлы ялда.

В. Н. Попова 1982 йылдың 27 авгусында вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән (7 уч.).

Ире — А. П. Кторов (1898—1980). «Вера Николаевнаға ул бөтә ғүмере буйына фиҙаҡәр тоғро була. Театр эшмәкәрҙәре араһында улар бер-береһенә юғары мөхәббәте, үҙҙәренең тулы кешелекле һәм ижади гармонияһы менән айырылып торалар» (З. В. Сонина-Долинская).

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б. Корш театры

  • 1932 — «Бесприданница» А. Н. Островского — Лариса
  1. 1926 — Машинист Ухтомский — Новикова
  2. 1927 — Круг — Мария
  3. 1931 — Железная бригада
  4. 1935 — Любовь и ненависть — Жена техника шахты
  5. 1935 — Подруги — Наталья, мать Зои
  6. 1944 — Зоя — Женщина
  7. 1955 — Храбрый заяц (анимационный) — Бабушка
  8. 1957 — Телеграмма (короткометражный) — Екатерина Петровна Пожалостина
  9. 1959 — Белые ночи — Прасковья Ивановна, бабушка
  10. 1965 — Дайте жалобную книгу — Старушка, покупательница мужского пальто на ярмарке
  11. 1965 — Звонят, откройте дверь! — Наталья Ивановна, пенсионерка
  12. 1966 — Душечка (телевизионный) — Старушка у церкви
  13. 1966 — Тени старого замка (телевизионный) — Анна
  14. 1968 — Урок литературы — тётя Паша

Йәнһүрәттәрҙе тауышландырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1951 — Сказка о мёртвой царевне и семи богатырях — Автор тексы
  • 1957 — Снежная королева — Герданың өләсәйе

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — А. А. Крондың «Глубокая разведка» спектаклендә Марго ролен башҡарған өсөн.

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (4 март 1933)

- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (26 октябрь 1948)

- «Почет Билдәһе» ордены (03.05.1937)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.10.1948)

- миҙалдар