Портал:Башҡортостан
"Башҡортостан" порталына рәхим итегеҙ!
Башҡортоста́н Респу́бликаһы (Башҡортостан) — Рәсәй Федерацияһы төбәге, үҙаллы демократик дәүләт. Иҙел буйы федераль округына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш.
Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. Уларҙың 2 626 613 ҡалала, 1 447 723 ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9 % ирҙәр тәшкил итә, йәки 1 923 233 кеше. Эре ҡалалар — Өфө (баш ҡала, 1042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (122,3 мең кеше), Октябрьский (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2 %-ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8 %), урыҫтар (36,3 %), татарҙар (24,1 %) тәшкил итә.
Иҫкәрмә: Был бүлек 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса яҙылды.
Рәсем
Бөгөнгө мәҡәлә
Өфө ҡалаһы — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.
Тарихы
1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтәләр.
1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә стрелецтар отряды башында ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә. Михаил Нагой Иван Грозныйҙың ҡатыны, Ҡабарҙа кенәзе Темрюктың ҡыҙы Марияның ҡустыһы була. Беренсе воеводаның исем-шәрифтәрен Михаил Ноғай тип тә аңлаталар. Мария Темрюковнаның әсәһе нуғай ҡыҙы булған. Был фамилияның сығышы шунан.
1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 стрелец, 3 пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола.
2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский- Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә V—XVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.