Портал:Спорт/Һайланған шәхес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыбокс буйынса Нью-Йорк чемпионы, Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы, Бөтә донъя бокс берекмәһенең WBO NABO вакант титулын алыусы; 1980 йылдың 17 декабрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Илембәт ауылында ауылда тыуған.

Үҙенә ике һыу тамсыһылай оҡшаған Сабир исемле игеҙәк ҡустыһы ла бар. Улар икеһе лә бокс буйынса Нью-Йорк чемпиондары.

Арғаяш районы Дәрүиш ауылына урта мәктәпкә йөрөп уҡыйҙар.

Беренсе тренерҙары — билдәле спортсы, кикбоксинг буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы Салауат Байрамғәлин. 17 йәштән уның ҡулында тәрбиәләнәләр. Урта мәктәпте тамамлау менән игеҙәктәр Силәбе ҡалаһының Аграр-инженер университетына уҡырға инә. Салауат Байрамғәлиндың кикбоксинг мәктәбе лә Силәбегә күсә. Егеттәр студент йылдарында ла был спорт төрө менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итә. Тәүҙә Силәбелә, һуңынан — Силәбе өлкәһендә, ә артабан Рәсәйҙә лә еңеп сығалар...дауамы...