Проект:Исемең матур 2021
Проект:Исемең матур 2021 ― википроект. 2021 йылда Республикала Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә бирелгән грант сараларының «Исемең матур» конкурсын тормошҡа ашырыу өсөн махсус асылған.
- Грант биреүсе: Башҡортостан Республикаһының граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү Фонды (директоры Л.Ҡ.Юлуева)
- Грант алыусы: Энциклопедик белем таратыуға булышлыҡ итеүсе «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы (директоры В.В.Медейко)
- Грант проектының исеме: Башҡорт Википедияһы һәм Викимедианың башҡорт телендәге туғандаш проекттары ирекмәндәренә ярҙам итеү үҙәге (һанлы коды 2620).
- «Исемең матур» конкурсын тормошҡа ашырыу ваҡыты: 2021 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем әҙерлек этабы, 1-30 сентябрендә төп этабы йомғаҡлау үткәрелә.
- Грант сараларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе партнёрҙар:
- Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы (министр А.В.Хажин)
- Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Агентлығы (етәксеһе М.В.Ульчев)
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге (президум рәйесе Э.Р.Айытҡолова)
- Башҡортостан Республикаһының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды (директоры Г.В.Йосопова)
Маҡсаты[вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт теленең һүҙ байлығын өйрәнеү, башҡорт исемдәренең тылсымлы серен асыҡлау, интернетта башҡорт теле даирәһен артабан үҫтереү, исемдәр аша халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре, шәхес исемдәре менән бәйле республиканың ер-һыу атамалары, тарихи-мәҙәни объекттары тураһында мәғлүмәтте барлыҡ донъяға еткереү.
Балаһына матур исем биреү ата-әсә бурыстарының иң яуаплыһы. Исем менән кешенең киләсәк тормошо билдәләнә, сөнки һәр исемдә тылсымлы сер һалынған. Ә һин үҙеңдең, атай-әсәйеңдең, туғандарыңдың, таныш-белештәреңдең исемдәрендә ниндәй сер булғанын беләһеңме? Әйҙә, проектта ҡатнашығыҙ һәм яңы асыштар яһағыҙ. Эшегеҙ башҡорт халҡына хеҙмәт итһә, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә булыр.
Конкурс шарттары[вики-тексты үҙгәртергә]
Конкурстың тулы һәм раҫланған положениеһы менән [бында] танышығыҙ.
Ҡатнашыусылар[вики-тексты үҙгәртергә]
- Конкурс мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторола.
Мәҡәләләрҙе нисек яҙырға?[вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт Википедияһында башҡорт ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исемдәре тураһында яңы мәҡәлә яҙығыҙ.
- Мәҡәләләр нисек яҙылыуын ҡарау өсөн «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә күҙ һалығыҙ. Был категорияларҙа булған мәҡәләләрҙе уҡып ҡарағыҙ. Өлгө итеп Айгөл йәки Илдар мәҡәләләрен алырға тәҡдим итәбеҙ.
- Үҙегеҙ яҙырға теләгән мәҡәлә исемен билдәләү өсөн «Башҡорт ир-ат исемдәре» һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрен ҡарағыҙ. Ҡыҙыл төҫтәге исемдәрҙең мәҡәләһе юҡ, зәңгәр төҫтәгеләренеке бар.
- Мәҡәлә исемен билдәләгәндән һуң, ундай мәҡәләнең Башҡорт Википедияһында бармы-юҡмы икәнен ҡабаттан тикшерегеҙ. Тикшереү өсөн «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә исемде йыйып ҡарағыҙ. Тағы ла бер тапҡыр «Категория:Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Категория:Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәһенә иғтибар менән күҙ һалығыҙ.
- «Башҡорт ир-ат исемдәре» йәки «Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре» сәхифәләрендәге ҡыҙыл булып торған исемгә баҫып, йәки «Википедия эсендә эҙләү» тәҙрәһендә, йәки «Яңы мәҡәлә башлау» тәҙрәһендә кәрәккән исемде яҙып яңы мәҡәлә башлағыҙ.
- Яңы башлаған мәҡәләгеҙҙе быға тиклем булғандарына оҡшатып яҙығыҙ. Эшегеҙҙе еңеләйтеү өсөн әҙерләмә тексын мәҡәләгеҙгә күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләгеҙҙе тамамлағансы {{subst:L}} йәки {{Мөхәррирләү|Ҡатнашыусы исеме| КК.АА.ЙЙЙЙ}} ҡалыбын юймағыҙ.
- Бер тынала тамамланмаған мәҡәләне «Яҙҙырып ҡуйырға» төймәһе аша һаҡлағыҙ. «Вики-тексты үҙгәртергә» төймәһе аша ҡабаттан мөхәррирләү тәҙрәһе асыла.
- Мәҡәлә йөкмәткеһе
- Мәҡәләлә преамбула һәм әҙерләмәлә тәҡдим ителгән бүлектәр булыуы шарт. 2000 байттан ҡыҫҡа мәҡәләләр төҙөмәгеҙ, төҙәгән хәлдә проект исемлегенә ҡуймағыҙ. Булған мәҡәләне тулыландырғанда 2000 байттан күберәк мәғлүмәт өҫтәргә тырышығыҙ, кмә булған осраҡта мәҡәләне исемлегенә ҡуймағыҙ.
- «Сығанаҡтар» бүлеге барлыҡ мәҡәләләрҙә лә бер төрлө булыуы ихтимал. Үҙегеҙ белгән сығанаҡты өҫтәй алаһығыҙ, ул һеҙ индергән мәғлүмәт күләмен арттырасаҡ.
- «Этимология» бүлегендә төрлө сығанаҡтарҙағы айырмалыҡты (әгәр ундай осраҡтар булһа) яҙырға тартынмағыҙ. Ҡайһы сығанаҡтан ниндәй аңлатма алынғанын<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ
- «Билдәле кешеләр» бүлегендәге исемлекте мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт менән тулыландырыға тырышығыҙ. Башҡорт Википедияһында булған мәҡәләләргә [[эске һылтанма]] яһағыҙ, ул мәҡәләнең преамбулаһын күсереп ҡуйығыҙ. Мәҡәләләрҙе «Махсус:Эҙләү» исемлеге аша табығыҙ.
- Башҡорт Википедияһында «Билдәле кешеләрҙең» мәҡәләһе булмаған осраҡта Башҡорт энциклопедияһынан, район һәм ҡала энциклопедияларынан, башҡа төрлө белешмә китаптарҙан ҡарап шәхестәр тураһында ҡыҫҡа мәғлүмәт (преамбула) яҙығыҙ. Үҙегеҙ ҡулланған сығанаҡтар тураһында мәғлүмәтте<ref>Иҫкәрмә тексы</ref> аша күрһәтегеҙ. Интернетта электрон варианттары булғандарына тышҡы һылтанма<ref>[Тышҡы һылтанма адресы_Иҫкәрмә тексы]</ref> ҡуйығыҙ.
- Ҡатнашыусы төҙөгән мәҡәләләр иҫәбен алып барыу өсөн һәр мәҡәләһенең фекер алышыу битенә яңы мәҡәлә яҙыуу тураһында махсус ҡалып ҡуйығыҙ:
{{Исемеңматур2021|ҡатнашыусы= }}
Йомғаҡлау[вики-тексты үҙгәртергә]
Конкурста ҡатнашыусыларҙың ижади эшенә 2021 йылдың сентябрь айында йомғаҡ яһыла. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү саралары ойошторола.
Дәртләндереү[вики-тексты үҙгәртергә]
Виртуаль миҙал менән бүләкләү[вики-тексты үҙгәртергә]
Конкурста ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында дәрәжәле махсус виртуаль миҙалдар индерелә. Миҙал ҡатнашыусының шәхси сәхифәһенә ҡуйыла.
|
|
|
Конкурс һөҙөмтәһе[вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу өсөн түбәндәге сығанаҡтарҙы ҡулланығыҙ.
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ