Пушкин һәйкәле (Харьков)
Пушкин һәйкәле | |
укр. Пам'ятник Олександру Пушкіну | |
Нигеҙләү датаһы | 26 май 1904 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Харьков |
Жанр | бюст[d] һәм паблик-арт[d] |
Булдырыусы | Эдуардс, Борис Васильевич[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Һүрәтләнгән объект | Пушкин Александр Сергеевич һәм ир |
Мираҫ статусы | Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d] |
Пушкин һәйкәле Викимилектә |
Харьковта А.С. Пушкин һәйкәле —Харьковта Шиғриәт майҙанында уның Пушкин урамына сыҡҡан яғында А.С. Пушкиндың бронза бюсы. 1904 йылдың май айында төҙөлгән. Скульпторы Б. В. Эдуардс.
Һәйкәл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пушкиндың тыуыуының 100 йыллыҡ юбилейы 1899 йылда Рәсәй империяһында ҙур ҡолас менән үтә. Был ваҡиға айҡанлы Харьковта Немец урамы Пушкин урамы тип үҙгәртелә. Пушкин һәйкәлен ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уның өсөн ҡала ҡаҙнаһында аҡса ҡапыл ғына булмай, шуға күрә һәйкәл тик биш йылдан һуң ғына барлыҡҡа килә. Бюстың авторы булып скульптор Б.В. Эдуардс тора[1][2].
Башта һәйкәлде Сергиев майҙанында ҡуйырға ҡарар ителә, әммә Санкт-Петербург<тан ҡаланың үҙәгендә урын табыу тураһында күрһәтмә килә. Һөҙөмтәлә һәйкәл Театр скверы башында урынлаштырыла[1]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1904 йылдың майында үтә[3].
1909 йылға скверҙың ҡапма-ҡаршы яғында шул уҡ авторҙың Гоголь һәйкәле ҡуйыла.
Һәйкәл композицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоролма дүрт ҡырлы аҫҡа ҡарай киңәйгән гранит постаментта бронза бюстан ғибәрәт.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәйкәл ҡуйылғандан һуң биш ай үткәс, 1904 йылдың 31 октябрендә Украина халыҡ партияһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Украина оборонаһы» террористик төркөмө украин милли сәйәси эшмәкәре Николай Михновский етәкселегендә һәйкәлде шартлатырға маташа.. Шартлау һөҙөмтәһендә бюст зыян күрмәй, тик постаменттың өлөшө кителеп төшә.
- Пушкин һәйкәле рус әҙәбиәтен һәм шиғриәтен һөйөүселәрҙең ижади саралар үткәреү өсөн яратҡан урыны булып тора. 2000 йылда һәйкәл янында Украинала рус телен һаҡлап ҡалыу буйынса йыш ҡына митингтар үтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Сто лет назад в Харькове открылся памятный бюст Александру Пушкину // Медиапорт, 26 мая 2004 года 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Олечко Р. Нет, весь я не умру. Памяти Пушкину // Одна родина, 10 февраля 2010 года . Дата обращения: 21 октябрь 2011. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Харьковские памятники: Каразина четырежды переселяли, Пушкина взрывали, Шевченко увезли в столицу // Комсомольская правда в Украине. — 1 октября 2009 года 2014 йыл 2 февраль архивланған.