Пятков Виктор Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пятков Виктор Евгеньевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Сергеевка
Вафат булған көнө 3 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Нефтеюганск
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d]

Пятков Виктор Евгеньевич (5 ноябрь 1929 йыл — 3 сентябрь 2008 йыл) — совет нефтсеһе, 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» промысла идаралығы, 1965—1989 йылдарҙа — Төмән өлкәһе «Юганскнефть» нефть һәм сығарыу идаралығы операторы. КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1981—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Евгеньевич Пятков 1929 йылдың 5 ноябрендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Сергеевка ауылында тыуған.

1961 йылда эшсе йәштәр мәктәбен тамамлай, 1963 йылдан алып Коммунистар партияһы ағзаһы.

Эш урындары: 1945 йылдан алып — Башҡорт экстракттар дуплау заводында балта оҫтаһы, 1946—1950 йылдарҙа — Өфө моторҙар заводында металл киҫеүсе, 1955 йылдан — Туймазы ҡалаһында 15-се һанлы төҙөлөш-монтаж участкаһында балта оҫтаһы, 1956 йылдан — «Октябрьскнефть» промысла идаралығының нефть һәм газ сығарыу буйынса операторы, 1965—1989 йылдарҙа — «Юганскнефть» (Төмән өлкәһе) нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй.

Усть-Балыҡ нефть ятҡылығын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 2 мартындағы указы менән етештереп сығарыуҙа ҙур ҡаҙаныштары, унынсы биш йыллыҡтың заданиеларын һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне, хеҙмәт батырлығы күрһәткәне өсөн Пятков Виктор Евгеньевичҡа Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1981 йылдан алып 1986 йылға тиклем КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. КПСС-тың Төмән өлкә комитеты ағзаһы була.

2008 йылдың 3 сентябрендә вафат була. Нефтеюганск ҡалаһының зыяратында ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]