Рабинович Вадим Львович
Рабинович Вадим Львович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 февраль 1935 |
Тыуған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 2013 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә һәм история науки[d] |
Эш урыны |
Институт истории естествознания и техники имени С. И. Вавилова РАН[d] Институт философии РАН[d] Рәсәй культурология институты |
Уҡыу йорто |
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты Рәсәй химия-технология университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] һәм химия фәндәре кандидаты[d] |
Ғилми етәксе | Кедров, Бонифатий Михайлович[d] |
Аспиранттар | Иванченко, Галина Владимировна[d] |
Кемдә уҡыған | Кедров, Бонифатий Михайлович[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рабинович Вадим Львович (20 февраль 1935, Киев, СССР — 18 сентябрь 2003, Мәскәү, Россия) — СССР һәм Рәсәй философы, шағир һәм прозаик, культуролог, тәржемәсе. Химия фәндәре кандидаты, философия фәндәре докторы, профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вадим Львович Рабинович Киевта табип ғаиләһендә тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында атаһы фронтта һәләк була. 1959 йылда Мәскәү химия-технология институтын «инженер-химик-технолог» һөнәре буйынса тамамлай. Химия заводында, СССР Фәндәр академияһының Ҡаҙылма яғыулыҡтар институтында эшләй.
1967 йылда химия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Исследование некоторых окислительных превращений пропана на смешанных полифункциональных катализаторах» темаһына диссертация яҡлай. Шул уҡ йылда ул А.М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр (1967—1982), һуңынан СССР Фәндәр академияһының философия институтынжа (1982—1992) өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1986 йылдан философия фәндәре докторы (диссертацияһы «Проблема исторической реконструкции донаучных форм знания»). 1992 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Кеше институтында баш ғилми хеҙмәткәр. Бер үк ваҡытта Ул М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультеты профессоры. Аҙаҡ Рәсәй культурология институтының «Мәҙәниәт телдәре» секторы мөдире.
«Личность. Культура. Общество» журналының халыҡ-ара мөхәрририәт советы ағзаһы.
1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Халыҡ-ара ПЕН-клубының Башҡарма комитеты ағзаһы. Мәскәү Яҙыусылар союзы һәм Мәскәү Журналистар союзы ағзаһы.
Вадим Рабиновичтың китаптары 18 телгә тәржемә ителгән.
2013 йылда Мәскәүҙә вафат була. Востряков зыяратында ерләнә.
Награда һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Париж тарих фәндәре академияһының Галилей миҙалы (1971)
- Клемент Охридский исемендәге София университетының зәңгәр таҫмаһы (1988)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)
- Рус футуризмы атаһы Давид Бурлюк исемендәге халыҡ-ара тамға[2]
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Международная отметина имени отца русского футуризма Давида Бурлюка . Новая карта русской литературы. Дата обращения: 3 апрель 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели Москвы: Биобиблиографический справочник. — М.: Московский рабочий, 1987. — С. 380.
- Чупринин С. И. Новая Россия: мир литературы: Энциклопедический словарь-справочник: В двух томах. Т. II. — М.: Вагриус, 2003. — С. 278.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рабинович Вадим Львович в «Журнальном зале»
- Статья на сайте философского факультета МГУ
- Сквозь термины — к звёздам: Вадим Рабинович об имитафоре, авангарде и пульсирующем ноле: Интервью // Ex libris НГ. — 2010. — 20 мая.]
- Бойко М. Три мировые эпохи: Вадим Рабинович и прекрасная поэтическая тема // Ex libris НГ. — 2012. — 30 авг.
- Волгин И. Л. Алхимия как жизнь // Литературная газета, 2013, № 38(6431).
- 20 февралдә тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- Киевта тыуғандар
- 18 сентябрҙә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- Алфавит буйынса философтар
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Рәсәй шағирҙары
- Рәсәй философтары
- СССР шағирҙары
- СССР яҙыусылары
- СССР философтары
- СССР химиктары
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- Рус шағирҙары
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Философия фәндәре докторҙары
- Химия фәндәре кандидаттары