Равдоникас Владислав Иосифович
Равдоникас Владислав Иосифович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Патронимы йәки матронимы | Иосифович[d] |
Тыуған көнө | 27 ноябрь (9 декабрь) 1894 |
Тыуған урыны | Тихвин, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 28 ноябрь 1976[2] (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | археолог, тарихсы, искусствовед |
Эшмәкәрлек төрө | археология һәм сәнғәт тарихы[d] |
Эш урыны | Институт истории СПбГУ[d] |
Уҡыу йорто |
Санкт-Петербург дәүләт университеты Санкт-Петербург дәүләт университеты[3] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Орлов, Сергей Николаевич (археолог)[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Равдоникас Владислав Иосифович (27 ноябрь (9 декабрь) 1894 йыл — 28 ноябрь 1976 йыл) — совет археологы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Равдоникас Владислав Иосифович 1894 йылдың 27 ноябрендә (9 декабрь) Новгород губернаһының Тихвин ҡалаһында тыуа. Дүрт йәшендә етем ҡала. 1910 йылдар уртаһында археология менән мауыға башлай, Сясь йылғаһы үрендә Тихвин ҡурғандарында ҡаҙыу эштәре алып бара.
1916—1917 йылдарҙа Михайловск артиллерия училищеһында уҡый, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Октябрь революцияһын энтузиазм менән ҡаршылай, IX Бөтә Рәсәй Советтар съезына делегат итеп һайлана. Ҡыҙыл Армияның артдивизион командиры була (Карел-фин фронты, Юденичҡа ҡаршы фронт). Тихвинда Педагогия техникумы мөдире була, монастырға музей статусын биреү инициаторы, өйәҙ гәзитен мөхәррирләй.
1922 йылда РКП (б) Губерна комитетының Череповецҡа гәзиткә партия эшенә күсергә тигән бойороғон үтәмәй, сөнки үҙен фәндә һәм уҡытыу эшендә ген күрә. Үҙ теләге менән партиянан сыға.
1918 — 1923 йылдар осоронда Петроград университетының Тарих-филология факультетында өҙөклөктәр менән уҡый.
1927 йылда Ленинградҡа күсенә, Маиди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһында хеҙмәткәр булып эшләй. 1928 йылдан — Матди мәҙәниәт тарихы институты хеҙмәткәре.
1929 йылдан уҡыу Ленинград дәүләт университетында уҡыта, профессор. 1934 йылдан — тарих фәндәре докторы.
1935 йылда — Онега күленең, 1936 йылда Беломор петроглифтарын тикшерә.
1936—1938 йылдарҙа Карелияла Боландар утрауы ҡәберлеген тикшерә 2350 квадрат метр майҙанда 177 ҡәберлек асыла, мезолит дәүеренең 7132 предметы табыла.
Һуңыраҡ Иҫке Ладогала Ладога буйының урта быуат ҡурғандарында ҡаҙыныу эштәре алып бара.
Был йылдарҙа кафедра мөдире вазифаһын биләй 1936—1948 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының кафедра (бүлек) мөдире вазифаһын башҡара. 1930—1940 йылдарҙа совет археологияһының теоретик нигеҙҙәрен булдырыусыларҙаң береһе.
1944—1945, 1946—1949 йылдарҙа — Матди мәҙәниәт тарихы институтының Ленинград бүлеге мөдире.
1946 йылда Норвегия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
Рәсәй төньяҡ-көнбайышының боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихы (балтик буйы-фин ҡәбиләләренең таралып ултырыуы, төбәктә дәүләтселек урынлашыуы), тәүтормош йәмғиәтенең теоретик проблемалары буйынса хеҙмәттәр авторы.
1940 йылдар һуңынан ғилми эшмәкәрлектән ситләшә[4][5].
Комаров зыяратында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Равдоникас Владислав Иосифович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Petrukhin V. Y. Vladislav Ravdonikas // Ravdonikas, Vladislav (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T070898
- ↑ https://dictionaryofarthistorians.org/ravdonikasv.html
- ↑ Формозов А. А. К столетнему юбилею В. И. Равдоникаса // РА. 1996. № 3. С. 197—202.
- ↑ Равдоникас В. И. Доисторическое прошлое Тихвинского края. Адаптированное воспроизведение одноимённого издания 1924 года. СПб., 2010, приложение 1 с.75-85, приложение П, с.86 со ссылкой на Большую Советскую энциклопедию. ISBN 978-5-86983-015-9
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Савинов Д. Г. Предисловие // Памятники древнего и средневекового искусства: Сб. ст. в память проф. В. И. Равдоникаса. — СПб., 1994. — С. 5-13.
- Международная конференция к 100-летию В. И. Равдоникаса: Тезисы докладов. — СПб., 1994
- Формозов А. А. К столетнему юбилею В. И. Равдоникаса // Российская археология. — 1996. № 3.
- Равдоникас Владислав Иосифович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Столяр А. Д. Деятельность В. И. Равдоникаса // Тихвинский сборник. Тихвин, 1988. Вып. 1;
- Международная конференция, посвященная 100-летию со дня рождения В. И. Равдоникаса. СПб., 1994;
- Платонова Н. И. Панорама отечественной археологии на «великом переломе» // Археологические вести. СПб., 2002. Вып. 9;
- Тихонов И. Л. Археология в Санкт-Петербургском университете. СПб., 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владислава Иосифовича Равдоникаса РФА рәсми сайтында
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Список трудов В. И. Равдоникаса 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
- Старая Ладога
- Староладожская археологическая экспедиция 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
- Корзухина Г. Ф. О некоторых ошибочных положениях в интерпретации материалов Старой Ладоги
- Алымов С. С. Космополитизм, марризм и прочие «грехи»: отечественные этнографы и археологи на рубеже 1940—1950-х гг. 2021 йыл 20 февраль архивланған.
- 9 декабрҙә тыуғандар
- 1894 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 28 ноябрҙә вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Санкт-Петербург дәүләт университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Большевиктар
- Рәсәй революционерҙары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- СССР археологтары
- СССР тарихсылары
- Тарих фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 21 декабрҙә тыуғандар