Эстәлеккә күсергә

Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Раил Әсәҙуллин битенән йүнәлтелде)
Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Салауат Юлаев ордены

Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы (25 апрель 1953 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2018 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013), бишенсе (2013—2018) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1986) мәғариф отлитчнигы. Рәсәй Федерацияһының II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.

Рәил Мирвай улы Әсәҙуллин 1953 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Шишмә ауылында тыуған. 1970 йылда урта белем тураһында аттестат алғандан һуң үҙ районының Келәш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, икенсе курстан һуң Германия Демократик Республикаһының Галле ҡалаһында интернациональ студент отрядында эшләй[1].

1978 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын «химия һәм биология уҡытыусыһы» һөнәре алып тамамлай. Институттың ВЛКСМ комитеты секретары була.

1983 йылдан алып 1986 йылға тиклем аспирантурала уҡый, «Педагогик эшмәкәрлек субъекты булараҡ уҡытыусы шәхесен формалаштырыу» темаһына кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (2000).

1997 йылдан 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса, ә 2001 йылдан 2005 йылға тиклем — уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләй.

2005 йылдан — профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, «Башҡортостандың педагогик журналы» журналының баш мөхәррире. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһында Партия Рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә етәксе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ике саҡырылыш депутаты. Халыҡ-ара педагогик белем биреү фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Ғаиләһе: ҡатыны, өс улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2014) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары , Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур өлөшө, гуманитар өлкәлә ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[2]
  • Миҙал «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» (1981)
  • Салауат Юлаев ордены (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)
  • Рәсәй Федерацияһы халыҡтары Ассамблеяһы Советы миҙалы «Рәсәй халыҡтары дуҫлығы һәм берҙәмлеге» (2009)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986)
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәб хеҙмәткәре (2003)