Ратушная Лариса Степановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ратушная Лариса Степановна
рус. Лариса Ратушная
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Украина, Тывров[d]
Вафат булған көнө 18 март 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Винница
Ерләнгән урыны Винница
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Commons-logo.svg Ратушная Лариса Степановна Викимилектә

Ратушная Лариса Степановна (Ратушная Ляля) (9 ғинуар 1921 йыл, Тывров, Подольск губернаһы — 18 март 1944 йыл, Винница) — совет подпольщицаһы, Советтар Союзы Геройы (1965, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Украинка. 1937 йылдан ВЛКСМ ағзаһы. 1938 йылда урта мәктәпте тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт пионервожатый булып эшләй. 1939 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡыуын туҡтата. Шәфҡәт туташтары курстарын тамамлап, халыҡ ополчениеһына яҙыла һәм 1941 йылдың сентябрендә фронтҡа китә.

Санинструктор вазифаһында 8-се Краснопреся халыҡ ополчениеһы дивизияһында Мәскәү өсөн алышта ҡатнаша. 1941 йылдың октябрендә Наро-Фоминск эргәһендә әсирлеккә эләгә, әммә ҡаса һәм Винницаға ҡайта. 1942 йылдың ғинуарынан Иван Бевз етәкселегендәге Винница йәшерен ойошмаһы ағзаһы. Лариса Ратушная немец мисәттәрен һәм документтарын эшләү оҫталығы менән айырылып тора, был бик күп кешене үлемдән һәм Германияға ҡыуыуҙан ҡотҡарып ҡала, подпольщиктарға һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыу мөмкинлеге бирә.

1942 йылдың 17 июлендә ҡулға алына һәм гестапо һорау алғандан һуң Гнивань концентрацион лагерына ебәрелә. 1943 йылдың апрелендә уға тағы ҡасырға насип була. Винница ҡайтып, 1942 йылдың йәйендә ҡыйратылған подпольела эшен дауам итә. «Украина» йәшерен типографияһында баҫылған продукцияны тарата, В. И. Ленин исемендәге партизандар берләшмәһе командованиеһының заданиеларын үтәй.

1944 йылдың 18 мартында ҡаланы совет ғәскәрҙәре азат итер алдынан, подпольщиктар араһындағы һатлыҡ йән ҡулынан һәләк була. Винницала, Н. Козицкий исемендәге Дан паркында ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ляля Ратушная» теплоходы

Винница урамдарының береһенә һәм 8-се урта белем биреү мәктәбенә Ратушная исеме бирелгән. Винница подпольеһы тураһында реаль ваҡиғаларға нигеҙләнеп «На берегах Южного Буга» китабы яҙылған (авторы — Дмитрий Медведев). Ратушная исемен «Москвич» тибындағы теплоход йөрөтә. Винница балалар һәм үҫмерҙәр һарайы (элекке пионерҙар һарайы) эргәһенә Ляля Ратушнаяға һәйкәл-стела ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Калиничев С. Подпольная паспортистка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 б.
  • Ратушная Лариса Степановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — Б. 347—348. — 863 б. — 100000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ратушная Лариса Степановна. «Герои страны» сайты.