Регистан (Сәмәрҡәнд)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Регистан
Рәсем
Дәүләт Flag of Uzbekistan.svg Үзбәкстан
Commons-logo.svg Регистан Викимилектә

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 603
рус.англ.фр.

Регистан (үзб. Registon; рег — ҡом һәм стан — урын; йәғни — ҡомло урын) — Сәмәрҡәнд үҙәгендәге майҙан. Урта Азия ҡалаларында үҙәк майҙанды «Регистан» тип атай торған булғандар. Сәмәрҡәнд майҙаны — иң билдәле регистан[1], сөнки унда XV—XVII быуаттарҙың архитектура ансамбле урынлашҡан. Үҙәге — Олуғбәк мәҙрәсәһе (1417—1420), Шердор мәҙрәсәһе (1619—1636) һәм Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһе (1646—1660). Өс мәҙрәсә ансамбле уникаль ҡала төҙөлөшө сәнғәте өлгөһө булып тора һәм ҡала үҙәген архитектура яғынан һоҡланғыс итеп биҙәү үрнәге лә. Фарсы архитектураһының гүзәл өлгөләренең береһе. 2001 йылда был ансамбль Сәмәрҡәндтең башҡа боронғо ҡомартҡылары менән бер рәттән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән.

Олуғбәк мәҙрәсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Регистан майҙанында Олоғбәк мәҙрәсәһе

Олуғбәк мәҙрәсәһе Регистан майҙанында иң боронғоһо, 1417—1420 йылдарҙа Тимуриҙар дәүләте хакимы һәм ғалим-астроном Олуғбәк тарафынан төҙөтөлгән. Был бинаны эшләтеү, ә торараҡ Олуғбәк обсерваторияһын асыу Сәмәрҡәндкә урта быуат Шәреғендә төп фән үҙәгенең береһе тигән дан килтерә.

Мәҙрәсә Регистандың төньяҡ майҙанында һалынған була, бер нисә йылдан уға ҡаршы ғына итеп Олуғбәк ханакаһы һалына, төньяҡ өлөштө каруанһарай биләй. Был ике ҡоролма ике быуат самаһы тора, ә XVII быуат башында беҙҙең көндәргә килеп еткән Шердор һәм Тиллә Ҡарый мәҙрәсәләре һалына.

Олуғбәк мәҙрәсәһе XV быуат мосолман Шәреғенең иң яҡшы дини университеттарының береһе була. Әйтеүҙәренсә, атаҡлы шағир, ғалим һәм фәйләсуф Абдурахман Джами шунда уҡып сыҡҡан[2]. Был уҡыу йортонда математика, геометрия, логика, тәбиғи фәндәр, кеше һәм донъя йәне тураһында тәғлимәттәр, дин дәрестәре уҡытыла, уларҙы шул ваҡыттың атаҡлы ғалимдары Ҡази-задә әр-Руми,Джемшид Ғияс әд-Дин Әл-Ҡаши, Әл-Кушчи, шулай уҡ Олуғбәк үҙе уҡыта.

Шердор мәҙрәсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медресе Шердор

Шердор мәҙрәсәһе 1424 йылда Олуғбәк ханакаһы урынында төҙөлә. XVII быуат башына ханака емерек хәлгә килә. Сәмәрҡәнд башлығы Ялаңтүш Баһадур Шердор мәҙрәсәһен һәм Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһен төҙөтә башлай. Шердор мәҙрәсәһен («Арыҫланлы мәҙрәсә») оҫта Абдул Джаббар һала, Мөхәммәд Аббас биҙәй.

Шердор мәҙрәсәһе ҡаршыла торған Олуғбәк мәҙрәсәһен тотошлай тиерлек ҡабатлай, тик пропорциялар ғына икенсе. Көмбәҙе артыҡ ҙур булыуы бер нисә тиҫтә йылдан уҡ емерелә башлауына килтергәндер ҙә бәлки. Шердор мәҙрәсәһе диуарҙары Ҡөрьән аяттары менән семәрләнгән, ингән ерҙәге порталда Сәмәрҡәнд гербы— арҡаһына ҡояш йөкмәгән ирбис һыны, арка уртаһына свастика төшөрөлгән, ә өҫ яҡта шамаил яҙылған. Шердор мәҙрәсәһенең диуарҙары биҙәктәре XV быуатта Сәмәрҡәнд архитектураһының «алтын быуатында» һалынған Олуғбәктекенән ҡайтышыраҡ. Шулай ҙа гармония, нәзәкәтле мозаика, монументаллек, аныҡ симметрия — былар барыһы ла мәҙрәсә бинаһын ҡаланың иң шәп архитектура ҡомартҡылары рәтенә ҡуя.

Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Медресе Тилля Кари

Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһе Шердор мәҙрәсәһенән ун йылға һуңға ҡалып. 1420-се йылдарҙа каруанһарай урынында һалына. Төп фасад симметриялы, үҙәк портал, ике ҡанатлы, аркалы һәм мөйөштәре башнялы бина. Иркен ихатаһына периметр буйынса кеше йәшәгән бүлмәләрҙең ишектәре ҡарай. Төньяғынан көмбәҙле мәсет.

Мәҙрәсә бинаһы бик бай мозаика һәм майоликаменән биҙәлгән, геометрик һәм үҫемлек биҙәктәре төшөрөлгән. Интерьер декорацияһында алтынлы яҙма күп ҡулланылған, мәҙрәсә исеме лә «алтын ялатылған» тип тәржемә ителә бит. Михраб һәм мөнбәр, диуар һәм көмбәҙҙәр кундаль тигән семәр менән, алтын буяуҙы күп ҡулланып биҙәлгән.

Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһе һәр саҡ белем биреү урыны ғына түгел, төп мәсет булып та хеҙмәт иткән.

Башҡа ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәйбаниҙар кәшәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәйбаниҙар кәшәнәһе

Тиллә Ҡарый мәҙрәсәһенән көнсығышҡараҡ Шәйбаниҙәр кәшәнәһе урынлашҡан. Бында иң боронғоһо XVI быуатҡа ҡараған бик күп ҡәбер таштары тора. Шәйбаниҙәр дәүләтенә нигеҙ һалыусы Әбүл Хәйерҙең ейәне Мөхәммәд Шәйбани булған. Ул 1500 йылда ул саҡта Ташкентта төйәкләнгән Сығатай ханлығы ярҙамында Аҡһаҡ Тимер тоҡомдарын хакимлыҡтан алып ташлап, Сәмәрҡәнд менән Бохараны яулап алған була. Шәйбани 1503 йылда сығатайҙарға ҡаршы сығып, Ташкентты ла яулап ала. 1506 йылда Хиүаны, ә 1507 йылда Мерв (Төркмәнстан) ҡалаһын, көнсығыш Персияны һәм көнбайыш Афғанстанды баҫып ала. Шәйбаниҙәр сәфәүиҙәрҙе туҡтата. Мөхәммәд Шәйбани Дәшти Ҡыпсаҡ үзбәктәренең юлбашсыһы булған. Алдағы йылдарҙа улар Үҙәк Азияны тулыһынса яулап ала.

Чорсу сауҙа көмбәҙе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торговый купол Чорсу

Шердор мәҙрәсәһе артында Чорсу сауҙа көмбәҙе тора, ул Регистандың урта быуаттарҙа как торгового центра средневекового Сәмәрҡәндтең сауҙа үҙәге булғанын иҫбатлай. Беҙҙең көндәргәсә еткән алты ҡырлы көмбәҙе XV быуатта төҙөлгән булған, XVIII быуатта яңыртып төҙәтелгән[3]. 2005 йылда сауҙа көмбәҙе реставрацияланған. Хәҙер бында рәсем сәнғәте галереяһы.

Риүәйәттәр һәм мифтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙан исеме — ҡом һибелгән майҙан — XX быуат башына тиклем һаҡланған халыҡ алдында язалау менән бәйле тиҙәр — ҡорбандарҙың ҡаны күренмәһен өсөн ҡалын итеп ҡом һалғандар. Йәнә Аҡһаҡ Тимер Регистанда үҙ ҡорбандарының башын ҡаҙаҡҡа элеп ҡуя торған булған тип тә һөйләйҙәр. Халыҡҡа еҙ торбалар өрөп, әмир әмерҙәрен дә ошонда уҡығандар. Әммә Аҡһаҡ Тимер осоронда (1405 йылда үлгән) был майҙанда шәреҡтең данлы архитектураһына ингән был ҡоролмаларҙың береһе лә булмауын әйтергә кәрәк.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Регистан нумизматикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В 1989 году в СССР отчеканена юбилейная монета номиналом 5 рублей, посвященная Регистану.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [ Регистан (парадная площадь)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. Mukminova, R. G. «The role of Islam in education in Central Asia in the 15th — 17th centuries». // Studies on Central Asia Nuova serie. — 2007. — № 1 (87). — P. 155—161.
  3. Музей галерея Чор Су

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]