Риволи
Риволи | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәге | Q27996631? |
Административ үҙәк | Rivoli[d] |
Административ-территориаль берәмек | Турин[d] |
Халыҡ һаны | 48 629 кеше (1 ғинуар 2018)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 390 ± 1 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Туғандаш ҡала | Мольет-дель-Вальес[d], Равенсбург, Крань[d] һәм Монтелимар |
Милке | Замок Риволи[d] |
Сиктәш | Альпиньано[d], Казелетте[d], Колленьо, Грульяско[d], Орбассано[d], Роста[d], Турин, Вилларбассе[d], Пьянецца[d] һәм Ривальта-ди-Торино[d] |
Майҙаны | 29,5 км² (9 октябрь 2011)[2] |
Почта индексы | 10098 |
Рәсми сайт | comune.rivoli.to.it |
![]() | |
Святой покровитель | Anthony Neyrot[d] һәм Дева Мария[d] |
Сейсмическая классификация | 3[d][3][4] |
Урындағы телефон коды | 011 |
Номер тамғаһы коды | TO |
![]() |
Ри́воли (итал. Rivoli, пьем. Rìvole) — Италиялағы ҡала, Пьемонт төбәге, Турин провинцияһында урынлашҡан. Халҡы 50 мең кеше.
Риволи ҡалаһының сиктәш муниципалитеттары: Турин, Пьянецца, Казелетте, Альпиньяно, Колленьо, Роста, Грульяско, Вилларбассе, Ривальта ди Торино, Орбассано.
Баш ҡаланың ҡурсалаусыһы Пресвятая Богородица (Stella Madonna della), байрамы 21 сентябрҙә.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫбатланмаған археологик һәм тарихи сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге Риволи өлкәһен романдар баҫып алғансы бында тавриндар, лигур ҡәбиләләре йәшәгән, улар IV быуатта Францияның көньяғынан килгән кельттарға ҡушылған тип иҫәпләнә. Б. э. тиклем 221 йылдарҙа был территория римлеләр тарафынан баҫып алынған.
Был Риволи ҡалаһын Верона провинцияһындағы Риволи менән бутамаҫҡа кәрәк. Унда 1797 йылдың 14-15 ғинуарында Наполеон Бонапарт һәм генерал И. Альвенци етәкселек иткән австрия армияһы араһында билдәле алыш булған.
Төп иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Риволиҙа билдәле замок (итал. Castello di Rivoli) бар — ул Савой король йортоноң төҙөлөп бөтмәй ҡалған резиденцияһы, хәҙер унда хәҙерге заман сәнғәте музейы урынлашҡан.
Башҡа иҫтәлекле урындары:
- XIV быуат йорто Каса дель Конте Верде (итал. Casa del Conte Verde)
- Палаццо Пьоццо (итал. Palazzo Piozzo)
- Коллек Вилла (итал. Villa Colla) паркы
- Музыка йорто (франц. La Maison Musique) — элекке мал һуйған урын.
Демография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле тыуып-үҫкән кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Виктор-Амадей II
- Карл Эммануил I
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крань, Словения
Ҡалып:Флаг Каталонии Мольет-дель-Вальес, Испания (Каталония)
Монтелимар, Франция
Равенсбург, Германия
Риволи менән бәйле башҡа ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наполеондың Риволи Веронездағы еңеүе хөрмәтенә Париждың үҙәк урамдарының береһен (унда Лувр һәм мэрия биналары урынлашҡан) Риволи урамы тип атағандар.