Эстәлеккә күсергә

Баянов Рим Ғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Баянов битенән йүнәлтелде)
Баянов Рим Галеевич
Файл:BaianovR.jpg
Тыуған ваҡыты:

15 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (94 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Саҡмағош ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Баянов Рим Ғәли улы (15 ғинуар 1930 йыл — 10 февраль 1996 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Рим Ғәли улы Баянов 1930 йылдың 15 ғинуарында БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы) Саҡмағош ауылында тыуған.

1950 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт театр сәнғәт училищеһен (педагогы К. Ф. Ғәҙелшина) тамамлай.

1953 йылдан башлап 1990 йылға тиклем Салауат башҡорт дәүләт драма театрында актёр, 1969—1975 йылдарҙа режиссёр һәм баш режиссёр булып эшләй. 1972—1974 йылдарҙа театрҙың директоры вазифаһын башҡара, 1985—1990 йылдарҙа — әҙәбиәт бүлеге мөдире.

Режиссёр булараҡ, Ибраһим Абдуллин, Кәбир Аҡбашев, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Мөхәммәт Хәйҙәров һәм башҡаларҙың драмалары буйынса спектаклдәр ҡуя.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәй («Райхан», Нәҡи Иҫәнбәт; дебют, 1953), Фәхри («Ҡара йөҙҙәр», Ғ. Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, М. Ғафури повесы буйынса), Бәхтигәрәй (шул исемдәге драма), Тайфур («Әсәләр көтәләр улдарын»" — икеһе лә — Әсғәт Мирзаһитовтыҡы), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Умар («Ырғыҙ»" — Һәҙиә Дәүләтшина романы буйынса), Нәжми («Сәйер кеше», Назим Хикмәт), Бергойн («Иблес шәкерте» — «Ученик дьявола», Бнернард Шоу), Эзоп Рәсәйҙә («Ҡол Эзоп») — «Раб Эзоп» «Төлкө һәм виноград» Г. Фигейред пьесаһы буйынса).

  • Әхмәтшин Ғ. Ғ. Салауат театры. Өфө, 1967.
  • Сабитов М. А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: Очерктар. Өфө, 1993.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974.)