Эстәлеккә күсергә

Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рифғәт Ғәлиәскәров битенән йүнәлтелде)
Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Байҡыбаш, Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө власть органы

Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы (рус. Галиаскаров Рифгат Хазиакбарович; 11 март 1948 йыл) — ауыл һәм урман хужалығы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1985 йылдан Ҡариҙел район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, 1992 йылдан «Урғыш» совхозы директоры, 1994 йылдан район хакимиәте башлығы; 2002—2008 йылдарҙа Ҡариҙел урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995) һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1998) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998).

Рифғәт Хажиәкбәр улы Ғәлиәскәров Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында 1948 йылдың 11 мартында тыуған.

1980 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлаған.

1982 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбе дипломын алған.

Хеҙмәт юлын 1967 йылда техник училищела уҡығандан һуң Өфө химия заводында аппаратсы булып башлай.

1967—1970 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, слесарь, өлкән механик, ҡыуғын контораһының профком рәйесе булып эшләй.

1977—1984 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһендә баш инженер, рәйес.

1984—1989 йылдарҙа «Искра» колхозы рәйесе, Ҡариҙел район агросәнәғәт берекмәһе советы рәйесе.

1989 йылдан 1994 йылға тиклем Ҡариҙел районының «Урғыш» совхозы директоры.

1994 йылда Ҡариҙел районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнә[1]

2005 йылдан Ҡариҙел районының «Байҡы» яуаплалығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе[2].

Өйләнгән, ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104