Роликлы конькиҙа шыуыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Роликлы конькиҙа шыуыу
Commons-logo.svg Роликлы конькиҙа шыуыу Викимилектә
Роликлы конькиҙа шыуыу

Роликлы конькиҙа шыуыу (роликта шыуыу) — роликлы конькиҙа бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй йә төрлө элементар һәм трюктар яһай торған әүҙем ял һәм спорт төрө.

Роликлы коньки Европала XVIII быуатта барлыҡҡа килә. Уны сәхнәлә беренсе тапҡыр балетмейстер Жан-Батист Блаш[fr] «Һөт һатыусы поляк ҡатыны» балетында фигурасының хәрәкәтен күрһәтеү өсөн ҡуллана. XIX быуатта роликлы конькиҙа шыуыу киң таралыу ала. Хәҙерге ваҡытта бөтә донъяла көн һайын миллионлап кеше роликлы конькиҙа шыуа.

XXI быуатта роликлы конькиҙа шыуыу киң күләмле юнәлештәрҙе үҙ эсенә ала, ул ял итеүҙең хәүефһеҙ әүҙем төрө һәм агрессив киҫкен һөнәр һымаҡ та, спорттың һәүәҫкәр төрө һәм спорттың юғары ҡаҙаныштар төрө һымаҡ та булып тора. Миллионлап төрлө йәштәге кешеләр төрлө-төрлө кимәлдәге роликтарҙа һәр төрлө маҡсаттар менән роликта шыуыу менән шөғөлләнәләр. Имгәнеү хәүефлеге арҡаһында роликта шыуыу балалар уйыны кеүек иҫәпләнергә тейеш түгел.

Фитнес[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иң башта роликтарҙа шыуыу аныҡ маҡсаттарҙы күҙ уңында тотмай, боҙҙа конькиҙа шыуыу һымаҡ әүҙем ял итеү өсөн хеҙмәт иткән.

Беренсе роликтар урамда хәрәкәт итеү өсөн яраҡлаштырылмаған, шунлыҡтан шыуыу өсөн тигеҙ иҙәнле махсус биналар булдырғандар. Боҙҙағы кеүек осраҡлы тәртиптә йәки түңәрәк буйлап шыуғандар.

Технологияның үҫеше һәм полиуретан тәгәрмәстәрҙең барлыҡҡа килеүе менән урам буйлап шыуыу мөмкинлеге була. Ә шыуыу үҙе сәләмәтләндереүсе югереү менән бер рәттән әүҙем тормоштоң өлөшө булып тора.

Коллектив шыуыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликта шыуыусылар ябыҡ территоряларҙа һәм сикле майҙандарҙа шыуыу менән сикләнеп ҡалмайҙар. Ҡатнашыусылар ҡала буйлап оҙон маршруттарҙы атҡарып сығыу маҡсатында, төркөмдәр ойоштора. Ҡайһы бер маршруттарҙың оҙонлоғо 100 км тиклем етә, ә шыуып барыуҙың оҙайлылығы — 6 сәғәт һәм унан да күберәк.

Шыуып йөрөүҙәр йыш ҡына көндөҙ йәки кискә ҡарай башлана һәм эңер төшөү менән тамамлана. Әммә төнгө, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, шыуып йөрөүҙәр ҙә була. Уларҙың ҡатнашыусылары яҡтылыҡ күрһәтеүсе кейемдәр кейә һәм хәрәкәттә фонарҙар һәм сигнал бирә торған элементтар ҡуллана. Иртәнге шыуыуҙар бик һирәк була[1].

Ҡайһы бер маршруттар алдан ярашыла, бүтәндәре — шыуыу барышында үҙгәрергә мөмкин. Бер үк маршруттар оҙайлы ваҡыт дауамында даими ҡулланылыуы мөмкин, ҡайһы берҙәре, киреһенсә, бер тапҡыр үтеү өсөн ойошторола.

Даими шыуып йөрөүҙәрҙең һәм маршруттарҙың йыш ҡына үҙ исемдәре бар. Рәсәйҙә иң билдәлеләре:

  • Санкт-Петербургтағы Йомалағы Төнгө Инлайн (ПИН) шыуып йөрөү.
  • Сырлама шыуыуҙар. Мәскәүҙә 2010 йылдан алып даими, һәр шәмбе һайын үтә. Был яңы шыуа башлағандарға һәм ҡала буйлап тыныс шыуыуҙы яратыусыларға иҫәпләнгән. ВДНХ-ла сырлама кафеһы эргәһенән финиш ала. .

Роликта уйындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ябай шыуыуҙы әүҙем уйындар менән төрлөләндерергә мөмкин. Әйткәндәй, ололар роликта шыуыу менән балаларҙан да кәм мауыҡмайҙар.

Роликтағы уйындар өсөн ғәмәлдә теләһә ниндәй хәрәкәт уйындарын яраҡлаштырырға мөмкин. Уларҙың роликта йөрөү үҙенсәлегенә тап килгән иң ылыҡтырғыстары — киҫкенлек, күсеп йөрөмәлелек, күләме ҙур булмаған майҙансыҡ. Спорт уйындарынан айырмалы рәүештә, роликтағы уйындар махсус йыһазландырылған майҙансыҡ йәки спорт ҡорамалдары талап итмәй (тигеҙ йәйелгән урындан башҡа)

Сихырсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликта шыуыусыларҙың иң билдәле уйыны «сихырсылар» уйыны (ингл. catchskating), икенсе исеме — «ярҙам ит»[2].

Уйын ҡағиҙәләре. 2 команда уйнай. Беренсе команда — ҡыуыусылар («сихырсылар»), улар икенсе команда уйынсыларының береһенә барып тейә, йәғни «сихырлай», уйынсы урынында, үҙенең командаһынан берәү килеп ҡулы менән тейеп ҡотҡарғансы, ҡатып ҡала. Ҡыуыусыларҙың бурысы — икенсе команданың уйынсылары урындарында тик торһон һәм йүгермәһендәр өсөн арбау. Ҡасыусыларҙың бурысы — уйында мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалыу (йәки билдәле ваҡытҡа тиклем ҡалыу).

Сихырсылар уйыны, шыуа белеү кимәленә ҡарамай, роликта шыуыусылар араһында киң танылған. Уның буйынса хатта ярыштар һәм турнирҙар, шул иҫәптән халыҡ-ара ярыштар үткәрелә[3].

Тиҙлеккә шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тиҙлеккә шыуыу ғәҙәти шыуыусыларҙың уртаса тиҙлегенән юғары булған тиҙлектә шыуыуҙы күҙ уңында тота. Ундай шыуыу стилен ябай фитнес төрө сифатында әүҙем ял итеү өсөн ҡулланалар. Әммә айырым спорт дисциплинаһы ла бар — спидскейтинг, уның маҡсаты— оҙон аралыҡты мөмкин тиклем юғары тиҙлектә артылыу.

Дөйөм мәғәнәһендә, спидскейтингты роликта уртаса булған тиҙлектән юғарыраҡ булған тиҙлектә шыуыуҙы әйтәләр.

Даунхилл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даунхилл (ингл. «текә») — Оҙон һөҙәклектән аҫҡа ҡарай роликта тиҙлеккә шыуыуҙың төрө. Был осраҡта шыуыусыға тиҙлек алыу һәм тиҙлекте тәьмин итеү өсөн көс һалыу кәрәкмәй, ул тик үҙенең хәрәкәте менән генә идара итә.

Тигеҙһеҙ бейеклек булған ҡалаларҙа һәм трассаларҙа даунхилл популярлыҡ менән файҙалана.

Баҫҡынсыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҫҡынсыл шыуыу, махсус роликтарҙың төрлө өлөштәрендә шыуыу (гринд һәм слайд), һауала акробатик трюктар башҡарып тулыландырылыуы мөмкин.

«Rollerblade» компанияһы баҫҡынсыл шыуыу өсөн тәүге роликтар тәҡдим иткәндән һуң, шыуыу 1988 йылдан әүҙем үҫешә башлай, һәм 1990 йылдар башында спорт һымаҡ ойошторола. 1994 йылда Баҫҡынсыл Шыуыуҙың Берекмәһе барлыҡҡа килә. Берекмә спорт ярыштары өсөн ҡағиҙәләр эшләү һәм ҡоролмалар етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беренсе ярыштар 1995 йылда йәйге Бөтә донъя экстремаль уйындарҙа уҙғарыла (X-Games), шул ваҡыттан алып баҫҡынсыл шыуыу бөтә донъя буйынса үткәрелгән ярыштар программаһына индерелә,

Яңы спорт төрө киң таралған спорт төрө 90-сы йылдар аҙағында киң танылыу ала, был Brink диснейы һымаҡ фильмдарҙа сағылыш таба.

Баҫҡынсыл шыуыуҙағы трюктарҙы махсус йыһазландырылған һөҙәк ерҙәрҙә башҡарырға мөмкин. Урам баҫҡынсыл шыуыусылары күберәк шыуып барыуҙы һәм гриндтарҙы башҡара, ә рампалағы роликлы конькиҙа шыуыусыларҙың һауала төрлө акробатик трюктар яһауы өҫтөнлөк итә.

Шыуып йөрөү ике төрө була:

  • гринд — метал торбалар, яндауырҙар, шыумалаҡ теләһә ниндәй өҫкө йөҙҙәрҙә роликтың сығып торған пластик өлөшө менән шыуып йөрөү (тәгәрмәстәр өҫкө йөҙгә ҡағылмай);
  • слайд — тәгәрмәстәрҙә яҫылыҡ өҫтөндә ҡырын шыуып йөрөү

Тамашалыҡты арттырыу өсөн грэб ҡулланыла — трюктар башҡарғанда бер ҡул менән буш аяҡты эләктереп алыу

Стрит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Стрит шыуыу, фристайл шыуыу тип тә атала (сөнки роллер ҡаршылыҡтар йыйылмаһы менән сикләнмәй), трюктар ҡала инфраструктураһы үҙсәнлектәрен күҙ уңында тотоп башҡарыла. Был яндауырҙар һәм таянғыстар, бетон һикәлтәләр һәм тәпәш ҡоймалар, баҫҡыстар һәм эскәмйәләр булыуы мөмкин. Стрит бөтә урамды ҙур ҡаршылыҡ һыҙаттары итеп ҡарай.

Стрит алымында роликта шыуыусының юлында нимә ҡаршылыҡтар сифатында осрай, шуларҙы ҡулланыу һәләте ижадсылыҡ һымаҡ ҡарала, сөнки юл ыңғайында ул яңынан-яңы трюктар уйлап сығара. Ул, паркта йәки вертта һымаҡ, алдан бирелгән ҡаршылыҡтарҙа бер ҡалыпҡа һалынған элементтарҙы үтәмәй.

Парк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк шыуыуы төрлө шәхси һәм йәмәғәт скейтпарктарында башҡарыла. Скейтпарктар яҫылыҡтар һәм ғәҙәти ҡала шарттарында осрамаған фигураларҙы үҙ эсенә ала, мәҫәлән, сирек һәм ярым түңәрәктәр, боролош һөҙәк ҡырын майҙансыҡтар (пандустар) һ.б. Шуның өсөн парк шыуыуы ролилы конькиҙә шыуыусы башҡара ала торған урамдағы трюктарҙың үҙенсәлекле йыйылмаһынан айырыла. Был шыуыу төрө элементтар башҡарылыуының техник яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Бер хәрәкәт эсендә бер нисә ҡаршылыҡ буйынса башҡарылған трюктар серияһы иң ҡатмарлыһы тип иҫәпләнә.

Верт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Верт — рампа эсендә ярымтүңәрәк формаһында шыуыу. Роликлы конькиҙа шыуыусы рампала шәп барып шыуып китә һәм өҫкә ырғый. Верт шыуыуы сальто, әйләнеп китеүҙәр кеүек һауала ҡатмарлы акробатик элементтарҙы үтәүгә нигеҙләнгән. Шулай уҡ рампаның өҫкө өлөшөндә лә шыуып йөрөү мөмкин.

Верттағы ярыштарҙа һәр ҡатнашыусыға ваҡыт буйынса сикләүҙәр бар, был ваҡыт эсендә ул мөмкин тиклем күп ҡатмарлы трюктар яһап өлгөрөргә тейеш.

Фрискейт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фрискейт (ингл. free — азатлыҡ, skate — шыуып) шыуыуы роликта китеп барғанда ҡатмарлы трюктар башҡарыу менән бәйле. Ҡағиҙә булараҡ, урамда башҡарыла, әммә айырым элементтары махсус йыһазландырылған урындарҙа ғәмәлгә атҡарылыуы мөмкин.

Фрискейт менән күнекмәләр өсөн эсе йомшаҡ булған һәм уртаса үлсәмдән ҙурыраҡ тәгәрмәсле ҡаты һәм ныҡ роликтар ҡулланыла. улар ергә төшөүҙе йомшарта һәм тура урындарҙа тиҙлекте еңел тотоуға булышлыҡ итә.

Фрискейт шыуыуы үҙ эсенә тамашалыҡты һәм ғәмәли моментты күҙ уңында тота, мәҫәлән, роликта шыуыусы үҙенең юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы һикереп үтеп юлды ҡыҫҡартыу өсөн ҡуллана, боролошта шыуып үтеп- тиҙлекте һаҡлай һ.б. Ошоноң менән фрискейт шыуыу трюктарға баҫым яһаған баҫҡынсыл шыуыуҙан айырыла.

Фрискейт күсеп йөрөү һәм осраған ҡаршылыҡтарҙы артылыу өсөн төрлө элементтарҙы һәм оҫталыҡты ҡуллана, шулай уҡ тиҙ туҡтау һәм хәрәкәт траекторияһын үҙгәртеү мөмкинлегенә эйә. Шыуыуҙың тамашалығын арттырыу өсөн төрлө ҡатмарлаштырыуҙар ҡулланырға мөмкин, мәҫәлән, боролоп һикереүҙәр, бер аяҡта туҡтауҙар (слайдтар) һ.б. Шунлыҡтан фрискейт (слайд) баҫҡынсыл шыуыуҙы ла, спидскейтингты ла, спорт ярышын да үҙ эсенә ала.

Фрискейт шыуыуы өсөн күп ҡаршылыҡтары булған ҙур майҙан талап ителә, шуның өсөн дә фрискейтты урамдарҙа шыуалар.Әммә айырым элементтарын (һикереүҙәрҙе, ҡапыл туҡтауҙы) махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа ла (роллердромдарҙа) үҙләштерергә була.

Шыуыу спорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шыуыу спорты роликта шыуыуҙы юғары спорт ҡаҙаныштары төрөнә ҡуя. Тимәк, роликта шыуыуҙың ярышлы яғы һәм тамашалығы асыҡтан-асыҡ күренә, ә роликта шыуыусылар яңы бейеклектәр яулауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Әммә спорт шыуыуы стилен шыуыуҙы төрлөләндереү өсөн һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡуллана ала,

Спорт шыуыуында ҡулланылған ролик конькиҙарҙың тиҫтәнән ашыу төрө бар.

In-line роликтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был төр шыуыуҙар һәүәҫкәрҙәр араһында үҙенең ғәҙәткә ингән 4 теҙмә тәгәрмәсле роликтар ҡулланыуы менән киң билдәлелек ала, һәм бөтә теләүселәр ҙә өҫтәмә кәрәк-яраҡһыҙ файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Слалом[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Слалом — бер нисә дисциплинаның дөйөм исеме, унда роликта шыуыусылырҙың тигеҙ майҙансыҡта урынлашҡан бер -береһенән тиң алыҫлыҡтағы ҙур булмаған конустарҙы урап үтеүе («һауыт», «фишка», «стакан») маҡсат итеп ҡуйыла. Слалом түбәндәге төрҙәргә айырала.

Слалом фристайлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Слалом фристайлы (слалом стайлы, артистик слалом) —конустарҙан яһалған юлда музыка аҫтында төрлө техник-артистик элементтар яһау дисциплинаһы. Тышҡы ҡиәфәте менән роликта ғәҙәти булмаған бейеүҙе һәм фигуралы шыуыуҙы хәтерләтә.

Был дисциплина буйынса донъя чемпионаты кимәленә тиклем ярыштар үткәрелә. Һәр ҡатнашыусы өсөн — 1 минут 30 секунд ваҡыт бирелә. Ғәҙәттә сығыштар 20-шәр конуслы өс параллель юлдарҙа үтә. Конустар араһындағы алыҫлыҡ — 0.5, 0.8 һәм 1.2 метр, юлдың араһы — 2 метр.

Конустар араһынан үтеүҙең тиҙлеге элементтарҙың ҡатмарлығы, башҡарыуҙың теүәллеге, музыкаға ярашлығы, өҫтәлмә элементтарҙың булыуы (килереү, шпагат һ.б.) баһалана. Дөйөм баһанан үтеп киткән ваҡыт һәм бәреп йыҡҡан фишкалар алып ташлана.

Синхронлы слалом[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Синхронлы слалом — слалом фристайлы, ҡатнашыусылар парлы сығыш яһайҙар. Өҫтәлмә шарттары булып роликта шыуыусыларҙың хәрәкәт көйлөлөгө һанала.

Спид слалом[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был спид-слалом, йәки тиҙ йөрөшлө (ингл. speed — тиҙлек) слаломда роликта шыуыусының бурысы — конуслы юлдарҙа бер аяҡ менән мөмкин тиклем тиҙерәк үтеү.

20 конус бер-береһенән 80 см аралыҡта була, финиш һыҙығы шулай уҡ һуңғы конустан 80 см алыҫлыҡта тора. Беренсе конустан 10 метр алыҫлыҡта старт биреү урыны урынлаша.

Ҡатнашыусылар парлашып ике параллель юлда ваҡытҡа старт ала. Финалдағы ярышта бөтәһен дә уҙып киткән шыуыусы еңеүсе була.

Слайдтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Слайдтар — роликлы конькиҙа шыуыу, был осраҡта шыуып барған аяҡтың тәгәрмәстәре хәрәкәт юнәлешенә перпендикуляр була.

Башта слайдтар тиҙлекте ташлау өсөн туҡтатыу сараһы булараҡ ҡулланылған. Артабан роликта шыуыусылар һөҙөмтәле туҡтауҙар буйынса ярыша башлайҙар, был һөҙөмтәлә айырым спорт дисциплинаһына әүерелә. бында ҡатмарлы һәм иң оҙон тотҡарланыу бурысы ҡуйыла.

Слайдтар ҡатмарлылыҡ кимәле буйынса айырыла, улар шыуып барған аяҡтарҙың (бер йәки ике) һәм тәгәрмәстәрҙең (бер йәки дүрт) һанына бәйле. Слайдҡа баһа биргәндә слайдҡа инеп китеү (мәҫәлән, һикереүҙән һәм боролоштан), хәрәкәттәр менән идара итеү оҫталығы, вариациялар яһау, шулай уҡ туҡтауға тиклем бер хәрәкәттә бер нисә слайдтың күплеге баһалана.

Бейеклеккә һикереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бейеклеккә һикереүҙең (ингл. jump) маҡсаты — йүгереп килеп мөмкин тиклем бейеклеккә һикереү, аҙаҡ кире аяҡтарҙа баҫып тороу. Тигеҙ йөҙлөктән дә, трамплиндан да һикереү мөмкинлеге бар һәм күп төрҙәргә эйә.

Фри джамп[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фри джамп ысулында тейешле бейеклектә ҡуйылған лланка аша һикереп сығыу бурыс итеп ҡуйыла. Роликта шыуыусы планканы төшөрмәҫкә һәм һикереп сыҡҡас, аяғында баҫып торорға тейеш. Бейеклекте яулау өсөн бер нисә мөмкинлек бирелә, бейеклек аша үтә алмағандар ярыштан төшөп ҡалалар, һәм планканы тағы ла 5-10 см күтәрәләр. Иң юғары бейеклекте алыусы еңә. Әгәр бер нисә ҡатнашыусы ҡалһа, мөмкинлектәрҙе аҙ сарыф иткән шыуыусы еңеүсе тип һанала.

Фрид джамп буйынса төрлө кимәлдәге, хатта донъя кимәлендәге ярыштар ҙа үткәрелә. Роликта бейеклеккә һикереү буйынса донъя рекорды бөгөнгө көндә 162 сантиметр тәшкил итә.

бейеклеккә һикереүҙең төрө булып «хай джамп» тора, был һикереү планка аша 60 сантиметр бейеклегендәге трамплиндан башҡарыла.

Стайл джамп[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джамп стайл буйынса ярыштар буйынса (ингл. stylestyle — стиль) һикереүҙә роликта шыуыусы әйләнеп, грэбтар менән (ике йәки бер аяғын тотоп), түңкәрелеш яһап һ.б. күрһәтә. Һикереүҙең ҡатмарлығы, башҡарыу техникаһы, хәрәкәттең үҙ-ара ярашыуы һәм трюктан дөйөм тәьҫортттар баһалана.

Ғәҙәттә джамп стайлда һикереү тармплиндан ашырыла, сөнки был төрлө трюктар яһау өсөн күберәк иркенлек тәьмин итә.

Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Джамп Пауэр — билдәләнгән бейеклектән мөмкин тиклем оҙонлоҡҡа һикереү.
  • Аҫҡыһы һәр ваҡыт күтәрелә, өҫкөһө төшөп бара торған ике планка араһынан бейеклеккә һикереү.

Скейт-кросс (блейдеркросс)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Скейт-кросс — роликлы конькиҙә ҡаршылыҡлы уртаса аралыҡтағы уҙыш. Тигеҙ асфальт йәйелгән трассала тәбиғи йәки яһалма тигеҙһеҙлектәр, төрлө үлсәмдәге һәм бейеклектәге радиустар, хәрәкәт юнәлешенең киҫкен үҙгәреүҙәре, таулы һәм һарҡыу урындар булыуы мөмкин.

Ярыш алдынан роликта шыуыусылар сиратлап баһа үтәләр — трассаны берәмләп ваҡытҡа уҙалар. Баһа һөҙөмтәһе буйынса уҙышыуға 4-әр кешенән, ғәҙәттә сирекфиналдан башлап, төркөмдәр ойошторалар. Уҙышта еңгән шыуыусылар юғары кимәлдәге уҙышыу өсөн төркөмдәр булдыра, һәм шулай финал аҙағына тиклем. Финал уҙышыуында еңгән роликта шыуыусылар еңеүсе тип билдәләнә.

Спидскейтинг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спидскейтинг — боҙҙа конькиҙа йүгереү кеүек үк спорт дисциплинаһы

Спидскейтинг менән күнекмәләр өсөн махсус роликлы конькиҙар бар. Уларҙың төп айырмаһы — күләме буйынса ҙур тәгәрмәсле һәм рамаһының оҙон булыуында, был үҙсәнлектәре тиҙлек үҫтереү мөмкинлеге бирә, ә ҡаты һәм түбән ботинка көсәнеүҙең теүәл тапшырылыуына һәм этәрелгәндә сираҡ табан мускулдарының хәрәкәт итә башлауына булышлыҡ итә.

Спидскейтинг, башҡа бик күп спорт дисциплинлары кеүек, башта йәйге ваҡытта боҙ спортының күнекмәләре өсөн һымаҡ үҫешә. Әммә шул тиклем киң танылыу ала, хатта спидскейтингҡа килгән шыуыусылар, бер ҡасан да боҙ конькиҙарына баҫмаған.

Спидскейтер спорт ойошмаларына берләшкән, улар шыуырға өйрәтә, ярыштар ойоштора һәм, дөйөм алғанда, спидскейтингтың үҫешен көйләй. Рәсәйҙә спидскейтинг менән спидскейтерҙар Лигаһы шөғөлләнә.

Роликлы саңғыларҙа ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был спорт төрөндә спортсылар оҙон ике тәгәрмәсле махсус роликлы конькиҙар ҡуллана, улар үҙсәнлектәре һәм хәрәкәт стиле менән ғәҙәти йүгереү саңғыларына оҡшаш. Спортсылар уҙыштарҙың төрлө төрҙәрендә ярышалар (эстафета, спринт, уйындан сығыу). Айырым төрө булып йәйге биатлон тора.

Йәйге биатлон[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәйге биатлон — саңғыла уҙышып винтовка менән атыуҙы берләштергән спорт төрө, саңғыла уҙышыу был осраҡта роликлы саңғы менән алмаштырыла. Дисциплиналар, ҡышҡы биатлондағы кеүек, шул уҡ исемдәр менән атала, тик регламент та ғына айырмалар бар.

Роликлы конькиҙа шыуыу.

Роликлы конькиҙа фигуралы шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликта фигуралы шыуыу боҙҙағы конькиҙа фигуралы шыуыуҙан башлана. Шыуыу өсөн алғы тәгәрмәс урынына хәрәкәтһеҙ бәләкәй тәгәрмәсле махсус роликтар ҡулланыла. Улар фигуралы шыуыу конькиҙарындағы кеүек теш функцияһын үтәй.

Роликлы конькиҙа бейеү.

Дөйөм һыҙаттары булыуына ҡарамаҫтан, роликта шыуыуҙың айырмалары бар, мәҫәлән, боҙҙа үтәп булмай торған элементтарҙы башҡарыу.

Роликтарҙа бейеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликтарҙа бейеү боҙҙағы конькиҙа бейеүгә ҡарағанда күберәк тарала. Был башлыса ғәҙәти бейеүҙәр үткән урындарҙа роликтарҙы ҡулланыу мөмкинлегенә бәйле. Роликлы конькиҙар бейеүсенең ябай бейеүендә хас булмаған хәрәкәттәр яһауына мөмкинлек бирә.

Ҡағиҙә булараҡ, бейеү номерҙары өсөн инлайн роликтар түгел, ә квадтар ҡулланыла, бында киң тәгәрмәстәр парлы урынлашҡан, ә осо махсус тотҡарлыҡ менән йыһазландырылған. Былар хәрәкәттәр башҡарғанда аяҡтарҙың ныҡ һәм тигеҙ баҫыуын тәьмин итә.

Командалы спорт төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт шыуыуының башҡа төрө булып командалы спорт төрө тора. Бында уйынсылар командаһы роликлы конькиҙә сығыш яһай.

Роллер-дерби[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роллер- дерби — 5-әр уйынсынан торған ике команда араһындағы ярыш. Уйын оҙонса булған уҙышыу юлында (тректа) үтә һәм 30-шар минуттан ике араға бүленә. Тректа хәрәкәт сәғәт стрелкаһына ҡаршы юнәлештә башҡарыла. Һәр командала бер уйынсы «джеммер», йәки команда өсөн мәрәй йыйыусы, ә ҡалған 4 уйынсы ҡамасаулаусы була. Ҡамасаулау яһаусыларҙың бурысы дошман джеммерын алға сығармаҫҡа һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең уйынсыһына юл асыу булып тора. Джеммерҙар ҡамасаулаусыларҙан һуң старт ала, уларҙың бурысы булып ҡамауҙан сығыу һәм уйынсыларҙы үтеп китеү тора. Һәр ҡамауҙы үткән өсөн бер мәрәй бирелә.

Дерби 1930 йылда Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килә һәм шунан алып киң танылыу ала.

Роллер-дерби — башлыса ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы спорт төрө, шулай уҡ ир-аттар һәм ҡатнаш команда ярыштары ла үтә.

Роликтарҙа хоккей (роллеркей)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге инлайн-роликтар үҙенең үҫешендә нәҡ хоккейға бурыслы. Уларҙың таралыуына этәргес 70-80 йылдарҙа һалына, АҠШ-тың Минессота хоккейсылары йәйге ваҡытта күнекмәләр өсөн боҙ конькиҙарына алмаш эҙләйҙәр.

Артабан роллеркей ғәҙәти хоккейҙан айырмалы рәүештә үҙгәртеүҙәргә дусар була һәм айырым дисциплина булып китә.

Рәсәйҙә йыл һайын роллеркей буйынса һәүәҫкәр командалар арһында ярыштар уҙғарыла. Роллеркей буйынса Рәсәйҙә һөнәри йыйылма команда юҡ.

Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликтарҙа баскетбол (баскетролл)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баскетролл — баскетболдың (стритбол) төрө, тик бында майҙансыҡ буйлап роликлы конькиҙарҙа күсеп йөрөйөҙәр. Уйын ҡағиҙәләренең үҙенсәлектәре бар (мәҫәлән, йүгереп үтеү юҡ) бүтән яҡтары баскетболға оҡшаш.

Уйын Америка ҡала баскетбол майҙансыҡтарында барлыҡҡа килә, американлылар роликтарҙы аяҡтарынан сисмәй уйнай башлағандар.

Роликтарҙа футбол (роллерсоккер)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роликтарҙа футбол ғәҙәти футболға оҡшаш, тик бөтә уйынсылар роликлы конькиҙа уйнайҙар. Уйын ҡаты майҙансыҡта (асфальтта йәки спорт залында) үтә. Ҡағиҙәнең үҙсәнлеге булып туп уйыны борттан рөхсәт ителә, әммә ҡулға тотоу хатта ҡапҡасыға ла тыйыла.

Экзотик төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лимбо скейтинг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лимбо скейтингтың бурысы булып роликтарҙа мөмкин тиклем тәпәш кәртәләрҙе еңеп сығыу тора. Бигерәк тә Һиндостанда киң танылыу ала. Унда бәләкәй роликта шыуыусылар «шпагатта ултырыу» торошонда квадтарҙа автомобиль аҫтынан үтеп китәләр.

Юлдан ситтә шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асфальттан ситтә шыуыу өсөн тәгәрмәсенең диаметры ҙурыраҡ (12.5 алып 20 см тиклем) булған махсус роликтар ҡулланыла. Улар тигеҙһеҙ ерҙәрҙе (ярыҡ урындар, таш, үлән) яҡшы утеп сыға һәм йыһазландырылмаған грунтлы юлдарҙа шыуыуға мөмкинлек бирә. Ошоноң менән бәйле, тығыҙ булмаған ер шыуыу өсөн өҫтәлмә көс талап итә, нигеҙҙә юлдарҙан ситтә шыуыу менән һарҡыу ерҙәрҙә шөғөлләнәләр.

Роликлы саңғыларҙа шыуыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саңғыроллер махсус рәүештә оҙон (50 см тиклем 80) раманан тора, уның осона ролик тәгәрмәстәре беркетелә, ә шыуғанда ғәҙәти саңғы таяғына оҡшаған махсус таяҡтар ҡулланыла. Ундай роликтар йүгереү саңғыларына оҡшай һәм саңғысыларға йылдың ҡарһыҙ миҙгелендә лә күнекмәләр үткәреүгә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, спортсылар араһында роликлы саңғыларҙа уҙышыу буйынса ярыштар үткәрелә.

Саңғыроллерҙарҙа шыуыу махсус юлдарҙа төрлө бейеклектәр булған махсус юлдарҙа үткәрелә. Яңы башлаған шыуыусылар һәм һәүәҫкәрҙәр өсөн велосипед, роликта һәм асфальтта йүгереү юлдары тулыһынса яраҡлы булып тора (әгәр хәүефһеҙлек күҙ уңында тотолһа).

Бынан тыш, саңғыла таяҡтар менән күнекмәләр үтеүе мөмкин, ҡайһы бер спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр тарафынан «инлайн» роликлы конькиҙар файҙаланыла, шулай уҡ пневматик тәгәрмәсле Skike/Powerslide XC роликлы конькиҙар ҡулланылыуы мөмкин, улар юлдан ситтә лә шыуып йөрөй ала. Олимпиада-2002 көмөш приз алыусыһы Питер Шликенридер «Саңғы спорты» тигән китабында һәм башҡа тренер-белгестәр фекеренсә яңы башлаған спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр өсөн йәйге күнекмәләрҙе саңғы-конькиға оҡшатып тап шул ғәҙәти фитнес-роликтарҙа саңғы таяҡтары ҡулланып үткәреү маҡсатҡа ярашлы тип һанайҙар. Төньяҡ Европа инлайн-скейтинг (роллерблейдинг) перспектив фитнес төрө булып тора.

Берләшмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монах ҡатын-ҡыҙҙары роликта

Роллерспорт киң тарала бара. Спидскейтинг, роликлы конькиҙа йүгереү, олимпия программаһына индереү өсөн кандидат булып тора. Роликлы конькиҙа шыуыу физик форманы тотоуға булышлыҡ итә, һәм шулай уҡ фекерҙәштәр компанияһында ял итеү төрө һымаҡ бик популяр булып китә. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында бөгөн инде роликта шыуыусылар меңләп иҫәпләнә, даими ярыштар һәм саралар үткәрелә, мәҫәлән, Йомалағы Төнгө inlinelife һәм Санкт-Петербургта, Киевтә роликтарҙа таңды ҡаршылау- «Ямакаси» киң билдәле — ҡатнашыусылар роликлы конькиҙарҙа алдан килешелгән урындарҙа осрашалар һәм таңды ҡаршылайҙар. Шыуыу менән саф һауала йөрөүҙе тоташтырыу маҡсатында ҡаланың ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле, матур нөктәләренә коллектив шыуыуҙар ойошторола. Күңел асыу өсөн «күҙҙәр ҡайҙа ҡарай» тигән коллектив шыуыу уҙғаралар — алып барыусы һәр 5 минут һайын үҙгәрә һәм уйланылмаған маршрут һайлай. Мәскәү ҡалаһында миҙгел ваҡытында көн һайын тиерлек роликлы конькиҙа яңы башлағандар һәм күптән шыуғандар өсөн «ойошторолған коллектив шыуыуҙар» (покатушки) үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сайттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]