Ромашкин Иван Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ромашкин Иван Данилович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Второй Донской округ[d], Суворовская[d]
Вафат булған көнө 26 сентябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Советско-финляндская война[d]

Ромашкин Иван Данилович (15 сентябрь 1909 йыл — 26 сентябрь 1998 йыл) — 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Гвардия танк бригадаһының мотоуҡсылар батальоны командиры. Гвардия майоры (1956). Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Данилович Ромашкин 1909 йылдың 15 сентябрендә Дон ғәскәре өлкәһенең Икенсе Дон округы Кобылянский станицаһының Ромашкин утарында (хәҙер Волгоград өлкәһенең Суровикин районы Суворов станицаһы) казак ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1920 йылдар башында ғаилә Больше-Терновой утарына (хәҙер Волгоград өлкәһе Чернышковка районы) күсә.

5 синыфты һәм тракторсылар курсын тамамлай.

19291941 йылдарҙа Сталинград (хәҙер Волгоград) өлкәһенең Түбәнге-Чирский машина-трактор станцияһында механик, «Путь к социализму» колхозы рәйесе, Сталинград өлкәһенең Чернышевский машина-трактор станцияһында механик булып эшләй.

1931 йыл1934 йыл, 1935 йыл1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1941 йылдың июнендә ҡабаттан Сталинград өлкәһе Чернышевский район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлай.

Мотоуҡсылар батальоны командиры гвардия өлкән лейтенанты И. Д. Ромашкин Берлин операцияһы барышында, 1945 йылдың апрель аҙағы — май башында батырлыҡ күрһәтә.

Ромашкина һуғыштан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә, 1956 йылдан майор И. Д. Ромашкин — запаста.

Өфө ҡалаһында йәшәгән, ДОСААФ-та, Өфө ҡалаһы таксомотор хужалығында, Башҡортостан балыҡ һаҡлау инспекцияһында эшләгән.

1998 йылдың 26 сентябрендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2005 йылдың 4 майында Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Герой йәшәгән йортта мемориал таҡта ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы указына ярашлы батальон менән оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн гвардия өлкән лейтенанты Ромашкин Иван Даниловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5874 тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены,1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]