Эстәлеккә күсергә

Рубинштейн Моисей Матвеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рубинштейн Моисей Матвеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 (27) июнь 1878[1] или 27 июнь 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1] (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө психолог
Эшмәкәрлек төрө психология
Эш урыны Иркутск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Фрайбургский университет[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]

Моисей Матвеевич Рубинштейн (15 июнь (27 июнь) 1878[2] йыл — 3 апрель 1953 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР психологы, педагог, философ. Иркутск дәүләт университетын ойоштороусы, уның беренсе ректоры. Шәхес теорияһы, социаль, тәрбиә һәм йәштәр психологияһы менән шөғөлләнә, мәктәп менән ғаилә аралашыу принцибын өйрәнә.

Сауҙагәр Рубинштейн Матвей Яковлевич һәм Самсонович Елена Лейзеровна (Лазаревна) ғаиләһендә тыуған. Уның ҡартатаһы Рубинштейн Яков Михайлович 1870-се йылдар башы тирәһендә Үрге Удинскиға күсеп килә һәм ҡаланың йәһүд общинаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Үрге Уда өйәҙ училищеһында һәм Иркутск губерна гимназияһында уҡый, уны 1899 йылда тамамлаған. Ҡазан университетына уҡырға инә, әммә рөхсәт ҡағыҙы буйынса Берлин университетына стажировка үтергә китә, ә һуңынан уҡыуын Фрейбург университетының тәбиғи бүлегендә дауам итә. Фрейбург университетының философия факультетына күсә һәм уны 1905 йылда тамамлай[3]; докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, философия фәндәре докторы дәрәжәһе һәм миҙал ала. Был ваҡытта уның «Гегель системаһының логик нигеҙҙәре һәм тарихтың аҙағы» әҫәре «Kantstudien» журналында немец телендә баҫылып сыға (уның рус телендә ҡыҫҡаса тәржемәһе 1905 йылда «Вопросы философии» журналында баҫылып сыға). 1906 йылдан Берлинда, Дрезденда, Гейдельбергта эшләй.

Рәсәйгә ҡайтҡас, 1909 йылдан алып Мәскәүҙә В. А. Полторацкаяның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡыта башлай. 1910 йылда М. М. Рубинштейн Мәскәүҙә Д. И. Тихомировтың педагогик курстарында педагогия бүлеге деканы була.

1912 йылда, Мәскәү университетында магистр имтихандарын тапшырғас, Рубинштейн философия кафедраһында приват-доцент вазифаһына дәғүә итә. Шулай уҡ ул Мәскәү психология йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы булды. Был ваҡытта ғалим А. Е. Крымский, Г. Г. Шпет, А. С. Орлов, А. А. Фортунатовтар, шулай уҡ «Фәлсәфә һәм психология мәсьәләләре» журналы мөхәррире Л. М. Лопатин һәм башҡа бик күптәр менән яҡындан таныша.

1918—1919 йылдарҙа М.M. Рубинштейн Иркутскиҙа Ваҡытлы Себер хөкүмәте асҡан Көнсығыш-Себер университетын етәкләй. Иркутскиҙа совет власы урынлаштырылғандан һуң, 1920 йылдың 27 ғинуарында университетта ректор вазифаһынан һәм уҡытыуҙан баш тарта һәм Көнсығыш-Себер халыҡ мәғарифы педагогия институтын ойоштора. 1923 йылдың майында Рубинштейн Иркутскиҙан китә һәм Мәскәүгә ҡайта.

1930 йылдарҙа МВТ, Мәскәү дәүләт педагогия институтында, Үҙәк физик культура институтында, 1941—1942 йылдарҙа Красноярск педагогия институтында уҡыта; 1943—1951 йылдарҙа Мәскәү дәүләт педагогия институтының педагогия кафедраһы профессоры.

Введенский зыяратында ерләнгән.

2018 йылдың 27 октябрендә, Иркутск дәүләт университетына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыу уңайынан, университеттың административ бинаһы янында М. М. Рубинштейнға һәйкәл асылды.

  • яҙыусы Виктор Важдаев; физик-химик Александр Рубинштейн; хоҡуҡ белгесе-цивилист Борис Рубинштейн (1902—1937); дирижёр Владимир Рубинштейн.
  • Туғаны — библиограф һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Боннер Анна Гдалевна (1902—1975)[4] һәм иҡтисад фәндәре докторы, Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институты профессоры Мордухович Лев Матвеевич (1902—1989).
  • Ейәнсәр туғаны — хоҡуҡ яҡлаусы Елена Георгиевна Боннэр[5].

Фәлсәфәүи ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рубинштейндың өҫтөнлөклө мәнфәғәттәре — шәхес тәрбиәләү һәм белем биреү философияһы. Ул ошо проблемаларҙы донъя һәм йәшәү-тормошто аңлауҙың глобаль контексында ҡарай. Төп философик хеҙмәттең үҙәк бурысы («Тормош мәғәнәһе тураһында», 1-се бүлек). Л., 1927; 2-се бүлек. 1927) — реаль тормошто яҡтыртыуға һәм уны тәрәнәйтеүгә һәләтле дөрөҫ һәм тормошсан донъяға ҡараш эҙләү. Донъяға бындай ҡарашты үҫтереүҙә ул үҙенең «монистик идеал-реализм һәм ижади антропоцентризм» төшөнсәһенә мөһим роль бирә. Китап ҡаты идеологик тәнҡиткә дусар була, был Рубинштейндың фәлсәфәүи әҫәрҙәрен баҫтырыуға нөктә ҡуя.

  • Рубинштейн М. М. Идея личности как основа мировоззрения. — М., 1909.
  • Рубинштейн М. М. Социализм и индивидуализм: Критически-философский очерк. — М., 1909.
  • Рубинштейн М. М. Das Wertsystem Hegels und die entwertete Persönlichkeit (Система ценностей Гегеля…) // «Kantstudien», 1910
  • Рубинштейн М. М. Философия истории в романе Л. Н. Толстого «Война и мир» // Русская мысль, 1910
  • Рубинштейн М. М. Очерк педагогической психологии в связи с общей педагогикой. — 1-е изд. — М., 1913.
  • Рубинштейн М. М. Основы трудовой школы, 1920
  • Рубинштейн М. М. История педагогических идей в её основных чертах. — 3-е изд. — Иркутск, 1922. (1-е изд. — 1916)
  • Рубинштейн М. М. Проблема «Я», как исходный пункт философии // Сб. трудов профессоров и преподавателей Иркутского ун-та. — Иркутск, 1923. — В. 5.
  • Рубинштейн М. М. На путях к педагогическому самообразованию, 1925
  • Рубинштейн М. М. Половое воспитание с точки зрения культуры. — М., 1926.
  • Рубинштейн М. М. О смысле жизни. — Л., 1927. — Т. 1.; Философия человека. — Л., 1927. — Т. 2.
  • Рубинштейн М. М. Семейное или общественное воспитание? — М., 1916. || . — 2-е изд. — М., 1918.
  • Рубинштейн М. М. Платон — учитель. — Иркутск, 1920.
  • Рубинштейн М. М. Проблема учителя, 1927
  • Рубинштейн М. М. Юность : По дневникам и автобиографическим записям. — М., 1928.
  • Рубинштейн М. М., Игнатьев В. Е. Психология, педагогика и гигиена юности. — М., 1926.
  • Рубинштейн М. М. Воспитание читательских интересов у школьников. — М., 1950.
  1. 1,0 1,1 1,2 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  2. По паспорту — 1880.
  3. Ошибочными являются сведения некоторых источников об окончании им Оренбургского университета.
  4. Автор книги «Бесценные сокровища» (1979) и библиографического указателя «Писатели Восточной Сибири» (1956).
  5. Андрей Сахаров, Елена Боннэр и друзья: жизнь была типична, трагична и прекрасна
  • Рубинштейн Моисей Матвеевич // Педагогическая энциклопедия. — Т. 3. — М., 1966. — С. 730
  • Иркутский государственный университет (1918—1998): Ректоры, профессора, деканы. — Иркутск, 1998. — С. 302.
  • Каменев С. А. По ту сторону марксизма (Классовая позиция и мировоззрение проф. М. М. Рубинштейна) // Известия Северо-Кавказского ун-та. — Ростов-н/Д, 1928. — № 3 (16).
  • Никольская А. А. Некоторые аспекты научного творчества М. М. Рубинштейна // Вопросы психологии. — 1978. — № 5.
  • Иванов Д. В. М. М. Рубинштейн: штрихи к портрету и основным психологическим идеям // Отв. ред. А. Л. Журавлев, В. А. Кольцова, Ю. Н. Олейник История отечественной и мировой психологической мысли: Постигая прошлое, понимать настоящее, предвидеть будущее: Матер. междунар. конф. по истории психологии «IV московские встречи», 26—29 июня 2006 г. — М.: Институт психологии РАН, 2006. — С. 399—404. Архивировано из первоисточника 13 апрель 2014.
  • Степанова Л. А. Рубинштейн М. М. : своевременные мысли о педагогическом образовании // Педагогика. — 2008. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 0869-561Х.