Эстәлеккә күсергә

Рушан теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рушан теле
Телдең үҙатамаһы

rixū̊n ziv, риху̊н зив

Илдәр

Тажикстан, Афғанстан

Регионы

Памир, Бәдәхшән

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

18 мең (1990)[1]

Һаҡлыҡ хәле

юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар

Классификация
Категория

Памир телдәре

Һинд-Аурупа телдәре

Һинд-Арий телдәре
Иран телдәре
Көнсығыш Иран телдәре
Көнъяҡ-көнсығыш телдәре
Памир телдәре
Әлифба

ғәҙәттә яҙыуһыҙ

Рушан теле — Памир теле, Бәдәхшәндә йәшәгән рушан халҡының теле. Памир телдәренең көньяҡ тармағына ҡараған шуғнан теленә иң яҡын.

Рушан теледә һөйләшеүселәр Пәнж йылғаһы менән Тажикстан һәм Афғанстан араһында айырылған булып ҡалалар. Тажикстандың Мөстәҡил Таулы Бәдәхшән өлкәһендә лә, Афғанстандың Бәдәхшән өлкәһендә лә бер Памир теленең булһа ла рәсми дәрәжәһе юҡ.

Рушан теле, башҡа Памир телдәре һымаҡ, яҙыуҙа ҡулланылмай. Инжил тәржемәһе өсөн кирил һәм ғәрәп әлифбаһы нигеҙендә ике әлифба яһалған ине, әммә памириҙәрҙең был әлифбаларҙы ҡулланғандары юҡ. Бына ҡарамаҫтан, бөтә рушандар бала саҡтан уҡ үҙ телдәрендә генә һөйләшеп, мәктәпкә барғанда ғына илдәренең рәсми телдәрен өйрәнгән булалар.

Рушан теленең һүҙҙәре күбеһенсә көнсығыш Иран телдәре менән уртаҡ булһа да, бер төркөм һүҙҙәре ялпы Көнсығыш Иран телдәре араһынан да, Памир телдәре араһынан да тик рушан теле менән һарыкүл телендә бар.

Иран телдәренән етеһенең сағыштырма йәдүәле[2]
Башҡортса Фарсыса Тажикса Шуғнанса Рушанса Һарыкүлсә Ваханса Пуштуса Әбеҫтәсә
ир бала pesær (پسر) pisar (писар) puts puc pɯts putr zoj (زوي) putra
ут ɒtiʃ (اتش) otaʃ (оташ) joːts yuc juts rɯχniɡ wor, or(اور) âtar
һыу ɒb (اب) ob (об) xats xats xats jupk obə(ابہ) aiwyô, ap
ҡул суғы dæst (دست) dast (даст) ðust ðost ðɯst ðast lɑs(لس) zasta
аяҡ табаны pɒ (پا) po (по) poːð pu:ð peð puð pxa, pʂa(پښہ) ?
теш dændɒn (دندان) dandon (дандон) ðinðʉn ðinðon ðanðun ðɯnðɯk ɣɑx, ɣɑʂ(غاښ) ?
күҙ tʃæʃm (چشم) tʃaʃm (чашм) tsem cam tsem tʂəʐm stərɡa(سترګه) chashman
ат æsb (اسب) asp (асп) voːrdʒ vurdʒ vurdʒ jaʃ âs(آس) aspa
болот æbr (ابر) abr (абр) abri abr varm mur uriədz(اوريځ) ?
бойҙай gændom (گندم) gandum (гандум) ʒindam ʒindam ʒandam ɣɯdim ɣanəm(غانم) ?
ит ɡuʃt (گوشت) ɡuʃt (гушт) ɡuːxt ɡuːxt ɡɯxt ɡuʂt ɣwəxa, ɣwəʂa(غوښہ) ?
күп besjɒr (بسيار) bisjor (бисёр) bisjoːr ghak,fana pɯr təqi ɖer, ziyât(ډېر، زيات) paoiri, paoirîsh, pouru
бейек bolænd (بلند) baland (баланд) biland biland bɯland bɯland lwəɻ(لوښ) berezô, berezañt
алыҫ dur (دور) dur (дур) ðar ðar ðar ðir ləre(لره، لرې) dûra, dûrât
яҡшы χub (خوب) χub (хуб) χub bashand tʃardʒ baf xə, ʂə(ښہ) vohu
кесе kutʃik (كوچك)) χurd (хурд) dzul bucik dzɯl dzəqlai ləɡ, ləʐ(لېږ) ?
һөйләү goft (گفت) guft (гуфт) lʉvd luvd levd xənak wajəl(ويل) aoj-, mrû-, sangh-
ҡылыу kærd (كرد) kard (кард) tʃiːd tʃigo tʃeiɡ tsərak kawəl(کول) kar-
күреү did (ديد) did (дид) wiːnt wuːnt wand winɡ lidəl(ليدل) dî-
  • И. И. Зарубин. Бартангские и рушанские тексты и словарь. М.-Л., 1937.
  • Payne, John, «Pamir languages» in Compendium Linguarum Iranicarum, ed. Schmitt (1989), 417—4
  1. Shughni at Ethnologue (18th ed., 2015)
  2. Khushruz. Outline of the Tajik language (塔吉克语简志/Tǎjíkèyǔ Jiǎnzhì). — Beijing: Nationalities Publishing House, 1985.